Байназаров Ғәлиулла Хәйрулла улы
Байназаров Ғәлиулла Хәйрулла улы (1919 – 20. 08. 1943), 112-се кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой[1][2].
Байназаров Ғәлиулла Хәйрулла улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Совет Рәсәйе |
Тыуған көнө | 1919 |
Тыуған урыны | Байназар, Бөрйән районы |
Вафат булған көнө | 20 август 1943 |
Вафат булған урыны | Харьков өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Хәрби звание | рядовой һәм ҡыҙылармеец[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәБайназаров Ғәлиулла Хәйрулла улы 1919 (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса 1916) йылда Бөрйән районы Байназар ауылында тыуған[1][2].
1937 йылда Ҡыҙыл Армия сафына хәрби хеҙмәткә алына.
1939 йылда хәрби хеҙмәт срогын тултырып тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Ошо уҡ йылда район үҙәге Иҫке Собханғолға милиция бүлегенә эшкә алына.
Милиционер булып эшләгән ваҡытында Байғаҙы ауылынан Шәрипова Зөбәйлә Шәкир ҡыҙына өйләнә.
1941 йылдың 4 декабрендә Бөрйән районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла[1]. Ул Миңлеғәле Шайморатов етәкләгән 112-се кавалерия дивизияһында хеҙмәт итә[2].
1943 йылдың 20 авгусында ҡаты һуғышта һәләк була. Харьков өлкәһе Чугуев районы Веселый хуторында ерләнгән тигән рәсми ҡағыҙ килә.
Ләкин һуңғы мәғлүмәттәр буйынса бының дөрөҫлөккә тап килмәүе асыҡлана.
2019 йылда Мәскәү ҡалаһынан эҙәрмән Шашкова Лариса Владимировна Байназар ауыл Советына шылтыратып, Байназаров Ғәлиулла Хәйрулла улы 1943 йылдың 20 авгусында Терновая ауылында мәрхүм булған, шундағы туғандар ҡәберлегендә ерләнгәнен хәбәр итә.
Харьков ҡалаһында йәшәгән эҙәрмән Иван Николаевич Волковский Soldat.ru официаль сайтында түбәндәгеләрҙе хәбәр итә: Байназаров Ғәлиулла Веселый хуторындағы алышта ҡаты яралана һәм 348-се медсанбат менән Терновая ауылына эвакуациялана. Медсанбатта мәрхүм булып ҡала һәм шунда ерләнә. Ерләнгәндәрҙең исемлеге урындағы ауыл Советында һаҡланған була. Терновая ауылы халҡы үҙ иҫәбенә ошонда ерләнгән һалдаттарҙың исеме яҙылған ҡәбер ташы ҡуя һәм ҡәберлекте хөрмәтләп тота. Исемлектең иң башында Байназаров Ғәлиулланың исеме яҙылған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Не забыты их имена... (памяти воинов Великой Отечественной войны, призванных Бурзянским РВК, посвящается). Руководитель проекта Ахмедьянов Д.А. Редакционная коллегия: Вагапов А.Н., Давлетбердин С.Х.,Сагитов З.Г., Ишкильдин А.И. 2013 год. ББК 63.3(2)622.78
Һылтанмалар
үҙгәртергә- БАЙНАЗАРОВ ГАЛИУЛЛА ХАЙРУЛОВИЧ 2021 йыл 6 июнь архивланған.
- ВОИНЫ-КАВАЛЕРИСТЫ 112-ОЙ БАШКИРСКОЙ КАВАЛЕРИЙСКОЙ ДИВИЗИИ, ПРИЗВАННЫЕ БУРЗЯНСКИМ РВК 2021 йыл 3 июнь архивланған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 БАЙНАЗАРОВ ГАЛИУЛЛА ХАЙРУЛОВИЧ 2021 йыл 6 июнь архивланған.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 ВОИНЫ-КАВАЛЕРИСТЫ 112-ОЙ БАШКИРСКОЙ КАВАЛЕРИЙСКОЙ ДИВИЗИИ, ПРИЗВАННЫЕ БУРЗЯНСКИМ РВК 2021 йыл 3 июнь архивланған.