Нуғайбәк (Требиятский)

Нуғайбәк (Требиятский) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһе Нуғайбәк районындағы ҡасаба. Балҡан ауыл биләмәһе составына инә.

Нуғайбәк
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Балканское сельское поселение[d][1] һәм Верхнеурал өйәҙе
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны 321 кеше (2002)[2],
226 кеше (2010)[3]
Почта индексы 457661
Карта

Географияһы

үҙгәртергә

Требиатский ҡасабаһы Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы эсенә инә. Ғөмбәй йылғаһы ярында урынлашҡан. Йылға бәрҙе, суртан, бағры балығына бай. Ул Яйыҡ йылғаһының һул яҡ ярына тамағынан 2116 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 202 км. Ҡасаба Балҡан (Силәбе өлкәһе) ҡасабаһына яҡын урынлашҡан.

Тәүҙә был ҡасаба Требиат атамаһын йөрөтә һәм Агаповка районына ҡарай. Ул Новолинейный районында Ырымбур казак ғәскәренең 8-се хәрби тораҡ пункты посы булараҡ 1842—1843 йылдарҙа барлыҡҡа килә. А. В. Суворовтың Италия походы барышында урыҫ армияһы француздар менән 1799 йылдың 17 — 19 июнендә Төньяҡ Италияла Требия йылғаһы буйында алышыуы һәм еңеүе хөрмәтенә ҡасабаға йылға исемен ҡушалар. Требиатский тип аталыу һуңғы осорға ҡайтып ҡала, һәм ул беренсе атаманы ҡабатлай.

Халыҡ иҫәбе
2002[4]2010[5]
321226

2010 йылдағы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса был ҡасабала 226 кеше (117 ир-егет һәм 109 ҡатын-ҡыҙ) йәшәй.

Ҡасабаның урам селтәре 3 урамдан тора[6]: Октябрь, Совет һәм Хеҙмәт урамдары.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә