Башҡорт дәүләт университеты

Рәсәй Федерацияһының юғары уҡыу йорты
(БГУ битенән йүнәлтелде)

Башҡорт дәүләт университеты, БДУ — Башҡортостандың беренсе юғары уҡыу йорто, Өфө ҡалаһында 1909 йылда Уҡытыусылар институты исеме менән асыла. 1920 йылдың ғинуарынан «Халыҡ мәғарифы институты», ә 19231929 йылдарҙа «Халыҡ мәғарифы буйынса ғәмәли институт» тип йөрөтөлә.

Башҡорт дәүләт университеты
(БДУ)
Халыҡ-ара исеме

Bashkir State University

Элекке исеме

Уҡытыусылар институты (1909-1919)
Халыҡ мәғарифы институты (1919-1923)
Практик институт (1923-1929)
К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты (1929-1957)
Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты (1957-1991)

Девиз

Тиңдәр араһында беренсе

Асылған йылы

1909

Тип

классик университет, Юғары һөнәри белем биреү федераль дәүләт учреждениеһы (2012 йылдан)

Ректор

Захаров Вадим Петрович, 2022 йылдың 8 апреленән вазифа башҡарыусы

Президент

Морозкин Николай Данилович, 2022 йылдың 8 апреленән

Студенттар

27 000

Сит ил студенттары

100-300 кеше

Специалитет

13000

Бакалавриат

10000

Магистратура

3000

Аспирантура

100-500

Докторантура

50 тиклем

Докторҙар

310

Уҡытыусылар

2000

Урынлашыуы

Башҡортостан Башҡортостан
Өфө-баш идара,
Стәрлитамаҡ, Бөрө,
Сибай, Нефтекама,
Учалы (факультет).

Юридик адресы

Рәсәй флагы Өфө, 450074, Зәки Вәлиди ур., 32

Сайт

http://www.bashedu.ru http://башгу.рф

1929 йылдың октябренән уның базаһында К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты ойошторола.

1957 йылда уҡыу йорто «Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты» итеп үҙгәртелә. 1992 йылда «Октябрҙең 40 йыллығы» исеме төшөрөп ҡалдырыла һәм юғары уҡыу йорто «Башҡорт дәүләт университеты» тип атала башлай.

Ҡаҙаныштары

үҙгәртергә
  • Американың «The Financial Engineer Times» (USA, California) медиа-үҙәге төҙөгән Рәсәй университеттары рейтингына ярашлы, Башҡорт дәүләт университеты 2018 йылда Рәсәйҙең алдынғы вуздары араһында 91-се урынды биләй һәм үҙенең әһәмиәте буйынса байтаҡ Мәскәү университеттарын уҙып киткән[1].
  • 2017 йылдың ғинуарында Башҡортостандың дүрт юғары уҡыу йорто иҫәбендә Башҡорт дәүләт университеты студент берләшмәләре эшмәкәрлеген үҫтереү программаларын һайлап алыу конкурсында еңеүсе булды[2].
  • 2016 йылда Башҡорт дәүләт университеты Рәсәйҙең иң яҡшы 60-тан ашыу вузы исемлегенә инде[3].

Өфөлә педагогик юғары уҡыу йорто асыу мәсьәләһе 1905 йылда, Ырымбур, Өфө, Пермь губерналарын, шулай уҡ Турғай һәм Урал өлкәләрен хеҙмәтләндергән Ырымбур уҡыу округы үҙәге Ырымбурҙан Өфөгә күсерелгәндән һуң күтәрелә.

1909 йылдың 2 июлендә Рәсәй империяһының халыҡ мәғарифы министры Александр Шварц Өфөлә 1909 йылдың 1 июленән, йәғни финанслау башланған көндән өс йыллыҡ уҡытыусылар институты асырға рөхсәт итеү тураһында күрһәтмә бирә. Бер үк ваҡытта Халыҡ мәғарифы министрлығы Ырымбур уҡыу округы попечителенә директор вазифаһына тейешле кандидатура табырға ҡуша. Һөҙөмтәлә Өфө гимназияһы уҡытыусыһы Александр Николаевич Лисовкий һайлап алына.

1909 йылдың 4 октябрендә Өфө уҡытыусылар институты үҙенең ишектәрен аса, ул Телеграф урамының 9-сы йортонда (хәҙерге ваҡытта Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты корпустарының береһе, Цюрупа урамы, 9) урынлаша. Ырымбур уҡыу округы попечителе институтты асыҡ тип иғлан иткәс, тантанала ҡатнашҡандарҙың барыһы исеменән халыҡ мәғарифы министрына телеграмма төҙөлә һәм ебәрелә. Унда императорға тоғролоҡ тойғолары белдерелә. Телеграммаға Өфө губернаторы, Өфө һәм Минзәлә епискобы, преосвященный Нафанил, Ырымбур уҡыу округы попечителе, дворяндарҙың өйәҙ башлығы, губерна земство идаралығы рәйесе, Өфө уҡытыусылар институты директоры һәм башҡа рәсми кешеләр ҡул ҡуя. Был телеграмма Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән «императорға тоғролоҡ тойғоларын, сикһеҙ һөйөүҙәрен» белдергән 20 башҡа хат, мөрәжәғәттәр араһында 1909 йылдың 12 ноябрендә халыҡ мәғарифы министры тарафынан Император Николай II-гә тапшырыла.

1912 йылда институттың тәүге сығарылышы була. Уны, тулы уҡыу курсы үтеп, 24 кеше тамамлай. Педагогик советтың 1912 йылдың 4 июне ҡарары менән уларға ҡала училищеһы уҡытыусыһы исеме бирелә. Институтты алтын миҙал менән — Борткевич Михаил һәм Самарин Николай, көмөш миҙал менән — Антонюк Иосиф, Младенцев Никита, Панков Иосиф, Проскуряков Николай һәм Толмачев Дмитрий тамамлайҙар. Уларҙың барыһы ла Ырымбур уҡыу округының ҡала училищеларына уҡытыусылар итеп тәғәйенләнә.

1917 йылдың сентябрендә 2-се курс уҡыусыларын артабан уҡыу өсөн тәүге тапҡыр ике ағымға бүләләр: физика-математика һәм тәбиғи-география бүлектәре. 1-се курсҡа ҡабул итеү 3 бүлектең: тарих-әҙәбиәт, физика-математика һәм тәбиғи-география бүлектәренең һәр береһенә айырым атҡарыла.

1919 йылда Өфө уҡытыусылар институты «Халыҡ мәғарифы институты» итеп үҙгәртелә[4]. 1923 йылдан алып институт «Практик институт» исемен ала һәм өҫтәмә рәүештә ауыл хужалығы белгестәре лә әҙерләй башлай.

1929 йылда уның базаһында К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты ойошторола. 1930 йылда институттың эсендә үҙгәртеп ҡороуҙар була, бүлектәр факультеттарға әйләндерелә (физика-математика факультеты, тәбиғи фәндәр факультеты, география факультеты, тарих-филология факультеты). Был факультеттарҙа 15 кафедра эшләй. Шул уҡ йылда ситтән тороп уҡыу бүлеге, тағы бер йылдан киске уҡыу бүлеге асыла.

1957 йылда СССР Министрҙар Советының 1957 йылдың 20 июлендәге ҡарары менән педагогия институты «Башҡорт дәүләт университеты» тип үҙгәртелә. 6 ноябрҙә университетты асыу тантанаһы үткәрелә. Илдә ул 37-се уҡыу йорто була. Уны ойоштороусы һәм университеттың беренсе ректоры — Шәйхулла Хәбибулла улы Чанбарисов була[5].

Башҡорт дәүләт университеты белем көсөнөң ҡеүәтле сағылышына һәм бик күп кешеләр өсөн уларҙың туған йорттарына әйләнде.

Факттар шуны һөйләй: тәүге уңыштар гуманитар дисциплиналар белгестәре әҙерләүҙә яуланған. 1934 йылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультеты студенты Һәҙиә Дәүләтшина СССР Яҙыусылар союзының Беренсе съезында ҡатнаша. Унда Максим Горький, Александр Фадеев тарафынан уның ижады шәхсән яҡлау таба һәм баһалана. Артабан тап Һәҙиә Дәүләтшина үҙенең классик реалистик «Ырғыҙ» романын ижад итә. Икенсе булып бөтә Союз киңлектәрендә профессор Йәлил Кейекбаев танылыу яулай. Төрки һәм Һинд-Европа телдәренең сағыштырма-тарихи анализы тел ғилеме өлкәһендә бөтә донъя күләмендәге ғилми асыш тип табыла. Һәҙиә Дәүләтшина менән Йәлил Кейекбаевтың уңыштары башҡорт теле һәм әҙәбиәте менән филология фәненең үҫешендә Башҡорт дәүләт университетының ҙур ролен раҫлай.

Тарих факультетында ла ҙур уңыштарға өлгәшелә. Тәү сиратта XVIII быуаттағы башҡорт ихтилалдарының идеологик, социаль, националь йөкмәткеһен яңынан ҡарап баһалаған һәм Зәки Вәлидиҙең ижтимағи-сәйәси, ғилми һәм әҙәби-публицистик эшмәкәрлеген яңынан тергеҙгән хеҙмәттәрҙе әйтергә кәрәк. Шул уҡ факультетта иң боронғо ваҡыттарҙан алып хәҙерге көнгә тиклем осорҙо үҙ эсенә алған, ике киҫәктән торған «Башҡортостан тарихы» баҫылып сыға.

Университет Башҡортостан, шулай уҡ бөтә ил менән бергә үҫешә. Нефть сығарыусы, нефть эшкәртеүсе промышленностың һәм машиналар етештереүҙең үҫеше физика-математика, химия, биология һәм геология-география фәндәренең үҫешенә лә көслө йоғонто яһай. Был йәһәттән профессорҙар Дмитрий Ожиганов, Валентин Иванов, Миркашир Фарзтдинов, Фәнил Саяхов, Алексей Леонтьев, Карл Минскер, Евгений Журавлев, Григорий Заблуда, Юрий Кулагин, Камил Вәлиевтарҙың исемдәрен атап үтергә кәрәк.

 
Төп корпусы

Был йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты ижтимағи, донъяға ҡараш өлкәһендә ысын мәғәнәһендә фәнни ҡараш формалашыу үҙәгенә әйләнде. Гуманитар фәндәр өлкәһендә профессорҙар Әхнәф Кирәев, Миҙхәт Ғәйнуллин, Лев Бараг, Игорь Распопов, Ромен Нәзировтар ҙур абруй яуланылар. Егерме йылдан ашыу университет менән Шәйхулла Чанбарисов етәкселек итте. Ул университеттың материаль базаһын булдырыу, уҡыу йортон педагогик кадрҙар менән нығытыу, яңы специальностар асыу өҫтөндә ныҡышмалы эшләне. Уның СССР-ҙа университет белеме үҫеше тураһындағы ғилми хеҙмәте тәүгеләрҙән булып баҫылып сыҡты, был хеҙмәт юғары белем буйынса белгестәрҙең юғары баһаһын алды.

Бөгөн Башҡорт дәүләт университетының штатында 1000-дән ашыу юғары квалификациялы уҡытыусылар эшләй, 27 меңгә яҡын студент уҡый.

2012 йылда Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының юғары уҡыу йорттарҙы кәметеү һәм эрләштереү пландар буйынса БДУ-ға Бөрө дәүләт социаль-педагогия институты һәм Зәйнәб Биишева исемендәге Cтәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы индерелде.

БДУ-ның Стәрлетамак филиалы һәм Зәйнәб Биишева исемендәге Cтәрлетамаҡ дәүләт педагогия «БДУ-ның Стәрлетамак филиалы» булып эшләй башланы.

2012 йылда Рөстәм Хәмитов РФ Мәғариф һәм фән министры менән осрашыуҙа БДУ, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ һәм Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты нигеҙендә «Өфө федераль университеты» ойошторорға тәҡдим итте.

2017 йылдың мартында Өфөнөң Туҡай урамында Башҡорт дәүләт университетының туғыҙ ҡатлы яңы уҡыу-уҡытыу корпусы асылды, уның майҙаны – 14395,20 квадрат метр. Бында география, тарих, философия һәм социология факультеттары, шулай уҡ Иҡтисад, финанс һәм бизнес институты урынлаша[6].

Институттар һәм факультеттар

үҙгәртергә
  1. Етәкселек һәм эшҡыуарлыҡ хәүефһеҙлеге инстититуты (институт управления и безопасности предпринимательства)
  2. Хоҡуҡ институты (институт права)
  3. Физика-техника институты
  4. Биология факультеты
  5. География факультеты
  6. Инженерия факультеты
  7. Тарих (исторический) факультеты
  8. Башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты
  9. Математика һәм информацион технологиялар факультеты

Математика һәм мэғлүмәт технологиялар факультеты — Башҡорт дәүләт университетының факультеттары араһында иң эреләренең береһе. Факультет 1972 йылда физика һәм математика факультеттарының бүленеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Әлеге ваҡытта бында яҡынса 80 уҡытыусы эшләй. Шулар араһында 74-нең ғилми дәрәжә һәм исеме бар, 21 уҡытыусы фән докторы, уҡытыусылар М. А. Илһамов, В. В. Напалков Рәсәй Фәндәре академияһы ағзалары. Математика факультетының күп кенә уҡытыусылары Башҡортостан Республикаһы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән һәм мәғариф эшмәкәре тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған.

Математика факультеты математика һәм физика факультеты корпусының айырым этаженда урынлашҡан. Факультет эстәлегенә 14 уҡыу аудиторияһы, 5 компьютер залы, кафедра һәм деканат кабинеттары, икенсе этажда уҡыу залы инә. Факультеттағы барлыҡ компьютерҙар бер-береһе менән локаль селтәр һәм сервер аша БДУ-ның локаль селтәре менән бәйләнгән, шулай уҡ Интернет селтәренә лә тоташҡан.

Юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү өсөн факультетта аспирантура һәм докторантура ла бар. Кандидат һәм доктор ғилми дәрәжәләрен биреү буйынса Ғилми Совет эшләй.

Факультет кафедралары:

  1. математика анализы кафедраһы;
  2. юғары алгебра һәм геометрия кафедраһы;
  3. функция теорияһы һәм функция анализы кафедраһы;
  4. дифференциаль тигеҙләмә кафедраһы;
  5. иҫәпләү математикаһы кафедраһы;
  6. мәғлүмәт технологиялары кафедраһы;
  7. математик моделирование кафедраһы;
  8. программирование һәм иҡтисад информатикаһы кафедраһы;
  9. тотош мөхит механикаһы кафедраһы.

Һөнәрҙәр һәм уҡыу ваҡыты

үҙгәртергә
 
Башҡорт дәүләт университетының студент фольклор төркөмө (Өфө)

Математика факультеты тулы уҡыу циклын булдырған: студенттар бакалавриат, дипломлы белгес, магистратура, аспирантура һәм докторантурала уҡый ала. Классик университеттың, айырыуса математика факультетының, белем биреү принциптарының береһе — һәр белгестең буласаҡ эшмәкәрлегенең күп вариантлы булыуы.

Математика факультеты биш йыл уҡыу дәүерендә түбәндәге һөнәрҙәр буйынса дипломлы белгестәр әҙерләй: 010100 — «Математика», «математик» квалификацияһы тапшырыла; 010500 — «Ғәмәли математика һәм информатика», «Математик. Системалы программист» квалификация тапшырыла.

Икенсе курстан һуң студент туғыҙ кафедраларҙың береһен һайлай. Бынан башҡа, өҫтәлмә курстар өйрәнеп, һәр бер студенттың шәхси план буйынса үҫешеү мөмкинлеге бар. Шулай уҡ факультетта бакалавр(дүрт йыл уҡыу) һәм магистрҙарҙы(ике йыл уҡыу) «Математика» һәм «Ғәмәли математика һәм информатика» йүнәлештәре буйынса әҙерләйҙәр, аҙаҡ уларға ошо йүнәлештәр буйынса бакалавр(магистр) дәрәжәһе бирелә.

Факультет магистрҙарҙы ике программа буйынса әҙерләй: «Ябай дифференциаль тигеҙләмә» һәм «Математика моделированиеһы».

Магистратураға уҡыуҙа, ғилми эштә ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшкән бакалаврҙарҙы алалар. Уҡыу ваҡытында магистр һайланған прграмма буйынса нигеҙле, махсус әҙерлек белем ала. Математика факультетында биш йыллыҡ программа буйынса белем алған белгестәр һәм магистрҙар, теләктәре булһа, уҡыуын аспирантура һәм докторантурала камиллаштырыуын дауам итә.

Ғилми-тикшеренеү эштәренең төп йүнәлеше

үҙгәртергә

Йыш үткәрелеп торған ғилми тикшеренеүҙәр математика фәненең һәм физика, биология, иҡтисад, нефть эшкәртеү, экология фәндәренең мәсьәләләренә ҡағыла. Факультет ғалимдары эксперименттар үткәреү, мәғарифты үҙгәртеп ҡороу, айырым алғанда, Берҙәм дәүләт имтиханы индереү һорауҙарында әүҙем ҡатнашалар.

Факультет ғалимдары Мәскәү, Санкт-Петербург, Новосибирск, АҠШ, Германия, Франция, Канадалағы үҙҙәренең коллегалары менән тығыҙ бәйләнеш тоталар.

Факультетта дүрт һөнәр буйынса аспирантура эшләп килә: 01.01.01 — математика анализы; 01.01.02 — дифференциаль тигеҙләмәләр; 01.01.07 — иҫәпләү математикаһы; 05.13.18 — математика моделированиеһы, һанау методы һәм комплекслы программа. Факультеттың сығарылыш студенттары түбәндәге һөнәр буйынса аспирантураға уҡырға инә: 08.00.13. — иҡтисадтың математик һәм инструменталь медоттары(иҡтисад факультеты) йәки 01.02.05 — шыйыҡса, газ һәм плазма механикаһы(физика факультеты).

Студенттар ғилми-тикшеренеү эшендә ҙур әүҙемлек күрһәтә һәм Рәсәй, региондар кимәлендә, уҡыу йорттары араһында уҙғарылған конкурстарҙа ҡатнаша. Йыл һайын факультетта студенттар, аспиранттар, йәш ғалимдар араһында региональ ғилми-практик конференция үтә. Шулай уҡ ике тапҡыр халыҡ-ара конференцияһы ла уҙғарылған. Уны үткәреүҙә Рәсәйҙең нигеҙле тикшеренеүҙәр фонды һәм Маҡсатлы федераль программалар гранттары ярҙам күрһәтә.

Сығарылыш студенттарын эшкә урынлаштырыу

үҙгәртергә

Математика факультеты ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеге өсөн математик метод һәм компьютер технологиялары; тәбиғәт фәне, техника, иҡтисад, идара итеүҙең мәсьәләләрен сисеү буйынса һөҙөмтәле методтар әҙерләү; ғилми, тикшеренеү, проект-конструктор, эксплуатация-идара эшмәкәрлеген программа-мәғлүмәт менән тәьмин итеү; математика дисциплиналар циклын уҡытыу (банк, предприятие, учреждение, офистар) өлкәләрендә белгестәр әҙерләй.

Факультет Рәсәй фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгенең Математика һәм механика институты, Рәсәй фәндәр академияһының нефтехимия һәм катализ институты, «Газпром Нефтехим Салауат» ойошмаһы менән килешеү төҙөгән. Сығарылыш студенттары сәнәғәт предприятиеларында ла эшләйҙәр. Ҡайһы бер студенттар сит илдәрҙә (АҠШ, Канада, Франция, Бөйөк Британия, Германия, Италия һ.б.) уңышлы эшләп килә.

  1. Психология факультеты
  2. Роман-герман филологияһы факультеты
  3. Философия һәм социология факультеты
  4. Филология факультеты
  5. Химия факультеты
  6. Иҡтисад факультеты
  7. Дөйөм университет кафедралары
  8. Студенттарҙың өҫтәлмә белем биреү һәм тәрбиә үҙәге (студенческий центр дополнительного образования и воспитания)
  9. БДУ колледжы

Ректорҙар

үҙгәртергә

2022 йылдың 8 апрелендә ректор вазифаһын башҡарыусы итеп Вадим Петрович Захаров тәғәйенләнде, ә Николай Морозкин университет президенты вазифаһына ҡуйылды[7].

БДУ бинаһы

үҙгәртергә

Университеттын баш йорто 1950 йылда архитектор Кәлимуллин Барый Ғибәт улы проекты буйынса төҙөлдө.

Тамамлаусылар

үҙгәртергә

Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар категорияһын ҡарағыҙ.
Категорияла булмаған шәхестәр түбән яҙылған.

Өҫтәлмә профессиональ белем алыу

үҙгәртергә

Программалар

үҙгәртергә

2009 йылдың 12 февралендәге АА № 000780 лицензияһына ярашлы, Башҡорт дәүләт университетының өҫтәмә профессиональ белем биреү бүлеге түбәндәге программаларҙы тормошҡа ашыра:

  • «Арбитраж идара итеүселәрҙе әҙеләүҙең берҙәм программаһы»
  • «Сифат менеджменты системаһының Р ИСО сер.9000 ГОСТ-ына ярашлылығын сертификациялау»
  • «Баһалау эшмәкәрлеге»
  • «Ломбардтарҙың һәм һатып алауҙарҙың эшмәкәрлеге менеджменты»
  • «Енәйәт юлы менән табылған килемдәрҙе һәм терроризмды финанслауҙарҙы легалләштереүҙәргә ҡаршы тороу»
  • «Медиация»
  • «Наркотиктарға бәйләнгән булыуҙы профилактикалау буйынса эште ойоштороу методикаһы».

Уҡыу ваҡыты: ҡыҫҡа курстар — 72—100 сәғәт, урта курстар — 100—500 сәғәт. Курстарҙы тамамлаусыларға дәүләт өлгөлө документтар тапшырыла.

Белгестәрҙең квалификацияһын күтәреү

үҙгәртергә

Юғары уҡыу йортоноң профиле һәм профессиональ яңынан әҙерлек программалары буйынса белгестәрҙең квалификацияһын күтәреү:

  • «Предприятиеның (кәсепселектең) хаҡын баһалау»
  • «Кризисҡа ҡаршы идара итеү»
  • «Психология. Клиник психология»
  • «Баҡса-парк ландшафты төҙөлөшөндә фитодизайн»
  • «Система программисы»
  • «Документтар эшен алып барыу һәм идаралыҡты документтар менән тәьмин итеү»
  • «Персонал менән идара итеү»
  • «Культура — ара коммуникациялар һәм тәржемә»
  • «Һайлау хоҡуғы һәм процесы»

Уҡыу ваҡыты: 500 сәғәттән 1000 сәғәткә тиклем. Курстарҙы тамамлаусыларға яңынан профессиональ әҙерлек үтеү тураһында һәм тейешле өлкәлә эшләү хоҡуғы биргән дәүләт өлгөлө диплом тапшырыла.

Ғилми-педагогик кадрҙарҙың квалификацияһын күәреү

үҙгәртергә

Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағындағы профессиональ белем биреү учреждениелары ғилми-педагогик кадрҙарының квалификацияһын күтәреү:

  • «Рәсәй — демократик федератив дәүләт»
  • «Тәбиғәт ресурстарын рациональ ҡулланыуҙың физик нигеҙҙәре»
  • «Экологик-аналитик мониторинг»
  • «Скважиналарҙы геофизик һәм гидродинамик тикшереү»
  • «Йәшәйеште тәьмин итеүҙең сифатын күтәреү буйынса социаль-медицина хеҙмәте»
  • «Юғары уҡыу йорттарында сит тел уҡытыусыларының профессиональ эшмәкәрлегенең информацион-коммуникатив технологиялары»
  • «Үҫемлектәрҙең популяцион экологияһы»

Уҡыу ваҡыты: — 72 сәғәт. Курстарҙы тамамлаусыларға квалификацияны күтәреү тураһында танытма тапшырыла.

Хеҙмәткәрҙәрҙе профессиональ әҙерләү

үҙгәртергә

Эшһеҙ граждандарҙы һәм эштән сығарылыуҙары мөмкин булған хеҙмәткәрҙәрҙе профессиональ әҙерләү:

  • «Бәләкәй кәсепселек менеджеры»
  • «ПЭВМ 1 С-та бухгалтер иҫәбе: Предприятие 8.0 Эш хаҡы һәм персонал менән идара итеү»
  • «ПЭВМ 1 С-та бухгалтер иҫәбе: Бухгалтерия 8.0»
  • «Менеджмент (ойошма менән идара итеү)».

Уҡыу ваҡыты: ҡыҫҡа курстар — 40 сәғәттән 500 сәғәткә тиклем. Курстарҙы тамамлаусыларға тейешле өлгөлө документтар тапшырыла.

Сит тел булараҡ урыҫ теле буйынса дәүләт тестарын үткәреү үҙәге. Был курстар сит ил граждандары өсөн, гражданлыҡтары булмағандарҙы Рәсәй Федерацияһына ҡабул итеү өсөн һәм сит ил граждандарының урыҫ телле мөхиттә уҡыу һәм эшләү өсөн әҙер булыуҙарын тикшереү өсөн үткәрелә. Тестарҙы уңышлы үтеүселәргә дәүләт өлгөлө сертификат тапшырыл. Соискателдәр өсөн философия һәм сит телдәр буйынса кандидатлыҡ имтихандарын тапшырырға әҙерләү курстары. Уҡыу ваҡыты — 40 сәғәттән 60 сәғәткә тиклем.

Сит телдәрҙе ныҡлы өйрәнеү купстары

үҙгәртергә

БДУ студенттары һәм уҡытыусылары өсөн сит телдәрҙе ныҡлы өйрәнеү курстары:

  • «Инглиз теле»
  • «Француз теле»
  • «Немец теле»
  • «Итальян теле»
  • «Ҡытай теле».

Уҡыу ваҡыты: 180 сәғәт (4 семестр). Курстарҙы тамамлаусыларға тейешле өлгөлө документтар тапшырыла.

Интенсив әҙерлек курстары

үҙгәртергә

Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырырға интенсив әҙерләү курстары:

  • Урыҫ теле;
  • Әҙәбиәт;
  • Математика;
  • Йәмғиәтте өйрәнеү;
  • Тарих;
  • Биология.

Уҡыу ваҡыты — 8 ай һәм 5 ай.

Башҡортостан Республикаһы фәненең һәм иҡтисадының актуаль проблемалары буйынса мастер-кластар һәм ҡыҫҡа ваҡытлы, бер-биш көнлөк семинарҙар.

Рейтингтар

үҙгәртергә
Халыҡ-ара рейтингтар
Рейтинг атамаһы Рейтинг төрө Йыл Донъялағы урыны Рәсәйҙәге урыны Башҡортостандағы урыны
QS World University Rankings Төбәк рейтингы — QS EECA (Emerging Europe and Central Asia) 2020 301-350 85-105 2-3
Төбәк рейтингы — QS BRICS 2019 351-400 83-101 2-3
Times Higher Education (THE) Донъя рейтингы — World University Ranking 2020 1001+ 16-39 1-2
Донъя рейтингы — Impact Ranking 2019 201-300 7-20 1
Subject Ranking -

Йүнәлеш«Physical Sciences»

2020 801+ 24-33 1-2
Round University Ranking (RUR) Донъя рейтингы 2019 635 21 1
Reputation Ranking 2019 728 53 2
Academic Ranking 2019 646 17 1
Subject Ranking -

Йүнәлеш «Natural Sciences»

2019 561 32 1
Subject Ranking -

Йүнәлеш «Technical Sciences»

2019 651 56 2
Subject Ranking -

Йүнәлеш «Life Sciences»

2019 488 18 1
MosIUR «Университеттың өс миссияһы» Донъя рейтингы 2019 1101-1200 59-74 1-2
UI Green Metric Донъя рейтингы 2019 583 31 1
U-Multirank Донъя рейтингы (Төбәк буйынса урын — Europe) 2019-2020 444 29 1
Scimago Institutions Rankings Донъя рейтингы (Төбәк буйынса урын — Eastern Europe) 2019 188 77 2
Webometrics Ranking of World Universities Web донъя рейтингы (Төбәк буйынса урын — Europe) 2019 847 33 1
UniRank Web донъя рейтингы 2019 2839 61 1
Nature Index Донъя рейтингы 2019 - 65 1
Wikipedia Ranking of World Universities PageRank 2017 843 81 1
CheiRank 2017 925 53 1
2DRank 2017 714 41 1
TRANSPARENT RANKING: Google Academy Донъя рейтингы 2019 2784 43 1
Милли рейтингтар
Рейтинг атамаһы Рейтинг төрө Йыл Рәсәйҙәге урыны Башҡортостандағы урыны
ВУЗ-дарҙың эреләтелгән йүнәлештәр буйынса абруйы рейтингы — Эксперт РА Йүнәлеш: «Иҡтисад һәм идара итеү» 2018 42 1
ВУЗ-дарҙың уйлап табыу әүҙемлеге рейтингы Милли рейтинг 2019 51-53 2
ВУЗ-дарҙың фәнни һөҙөмтәлелегенең предмет рейтингы Предмет «Химия» 2019 28-29 1
Предмет «Биохимия» 2019 17-18 1
Предмет «Химик технологиялар» 2019 36-38 1
Рейтинг востребованности вузов — «Социальный навигатор» Классические вузы РФ 2018 16 1
Национальный рейтинг университетов — «Интерфакс» Национальный рейтинг 2019 59 1
Мониторинг качества приёма в вузы — «Высшая школа экономики» Качество бюджетного приёма 2019 318 6
Качество платного приёма 2019 65 2
Academic Ranking of World Universities - European Standard (ARES) Национальный рейтинг 2019 52 1
SuperJob Рейтинг экономических вузов России по уровню зарплат выпускников 2019 16 1
Рейтинг юридических вузов России по уровню зарплат выпускников 2019 15 1
Рейтинг «Национальное признание»: лучшие вузы Классические вузы РФ 2019 17 1
Рейтинг поисковой популярности «Яндекс» Национальный Web рейтинг 2017 20 1
Science Index - электронная библиотека eLibrary.ru Общее количество публикаций за 5 лет 2019 21 1
Число публикаций в зарубежных журналах и российских из перечня ВАК 2019 37 1
Число публикаций в журналах, входящих в Web of Science и Scopus 2019 64 2
Число авторов, имеющих публикации в журналах, входящих в Web of Science или Scopus 2019 45 1
Число внешних цитирований (не из публикаций этой же организации) 2019 58 2

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. [Башҡорт дәүләт университеты — Рәсәйҙең иң яҡшы йөҙ университеты исемлегендә. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018 йыл, 25 май] (Тикшерелеү көнө: 25 май 2018)
  2. Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары Рәсәй Мәғариф министрлығының студент берләшмәләрен үҫтереүгә гранттар отто. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2017, 25 ғинуар (Тикшерелеү көнө: 26 ғинуар 2017)
  3. Башҡортостандың ике университеты илдең иң яҡшы вуздары исемлегенә инде. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 10 ноябрь (Тикшерелеү көнө: 10 ноябрь 2016)
  4. Башкирский государственный университет 2011 йыл 21 декабрь архивланған.
  5. Ю. Ергин. Первый ректор БГУ
  6. Башҡорт дәүләт университетының яңы туғыҙ ҡатлы уҡыу-уҡытыу корпусы асылды.  , 2017, 14 март (Тикшерелеү көнө: 15 март 2017)
  7. Башкирский государственный университет возглавил Вадим Захаров. ИА «Башинформ», 8 апреля 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 апрель 2022)
  8. Аиткулова Эльвира Ринатовна
  9. Башҡортостан Республикаһының Ҡатын-ҡыҙҙар союзы ПРЕДСЕДАТЕЛЬ ПРАВЛЕНИЯ 2013 йыл 6 декабрь архивланған.
  10. ИМАЕВА Гульнара Зайнетдиновна — Имаева Гөлнара Зәйнетдин ҡыҙы

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә