Аҡтейен (рус. Актыново) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһенең Александровка районындағы ауыл. Яңы Михайловка ауыл биләмәһе составына инә.

Ауыл
Аҡтейен
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Ырымбур өлкәһе

Муниципаль район

Александровка районы (Ырымбур өлкәһе)

Милли состав

башҡорттар

Цифровые идентификаторы
Автомобиль коды

56

ОКАТО коды

53 206 825 002

ОКТМО коды

53 606 425 106

Географик урынлашыуыҮҙгәртергә

Туҡ йылғаһы буйында урынлашҡан.

ТарихыҮҙгәртергә

Ырымбур губернаһы Быҙаулыҡ өйәҙе Йомран-Табын улусы ҡарамағында була[1]. Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 9-сы башҡорт кантонының 33-сө йортона ҡарай.

Революциянан һуң Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Туҡ-Соран кантоны составына инә. 1923 йылдан республиканың Бәләбәй кантоны ҡарамағында була. ВЦИК ҡарарына ярашлы 1924 йылдың 21 октябрендә Ҡаҙаҡ АССР-ы составына бирелә. 1934 йылдан — Ырымбур өлкәһе составында.

ХалҡыҮҙгәртергә

1816 1834 1859 1920[1]
181 172 228 309
Халыҡ иҫәбе
2010[2]
98

2002 йылғы бөтә Рәсәй йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (97 %) йәшәй[3].

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 История башкирских родов. Табын. Том 28. Ч. 3 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин — Уфа: Китап, 2018. — Б. 187-189, 194. — 616 б.
  2. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Тәүге сығанаҡтан архивланған 5 июнь 2014. 5 июнь 2014 тикшерелгән.
  3. Абсалямова Ю. А., Юсупов Р. М. Оренбургские башкиры // Башкирская энциклопедия — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.

Ҡалып:Александровка районы (Ырымбур өлкәһе) ауылдары