Викидатала элемент юҡ

Аҡбирҙе — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла

Этимология

үҙгәртергә

Аҡбирҙе башҡорт һүҙе — аҡ (изге, бәхетле) + бирҙе (Аҡбирҙин фамилияһы бар)[1]

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Баталова Рима Аҡбирҙе ҡыҙы (1 ғинуар 1964 йыл) — спортсы, йәмәғәт эшмәкәре. Еңел атлетика буйынса 13 тапҡыр Паралимпия уйындары, 18 тапҡыр донъя һәм 43 тапҡыр Европа чемпионы. Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты[2], Рәсәй Паралимпия комитетының вице-президенты. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры. «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы, Дәүләт Думаһының физик культура, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты ағзаһы. Дәүләт Думаһының паралимпия спортын үҫтереү, инвалидтарҙың, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең физик культураһы һәм спорты мәсьәләләре буйынса ярҙамсы комитет рәйесе. «Шәхси батырлыҡ өсөн» (1992), 4‑се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2002), Почёт (1996), ике Дуҫлыҡ (2006, 2010), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2000, Салауат Юлаев (2004) һәм Халыҡтар дуҫлығы (2019) ордендары кавалеры.

Ишембай Аҡбирҙин (17701831) — Ағиҙел йылғаһының һул яҡ ярында Ишембай ауылына нигеҙ һалыусы (беренсе тапҡыр 1815 йылда теркәлгән). Ауыл 1940 йылда ҡала итеп үҙгәртелә. Исеме Ишембай Аҡбирҙин хөрмәтенә Ишембай тип аталған.

Аҡбирҙин Нәжметдин Сәләхетдин улы (11 декабрь 1951 йыл — ауыл хужалығы алдынғыһы. СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты (1984). III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры.

Аҡбирҙин Әхмәт Хажи улы (рус. Акбердин Ахмет Хазиевич; 1913 — 15 апрель 1944) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 58-се гвардия кавалерия полкы ҡылыссыһы. Ҡыҙылармеец[3].

Аҡбирҙин Сибәғәт Ғәйнетдин улы (рус. Акбердин Сибагат Гайнутдинович; 1904 — 24ноябрь 1942) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294-се кавалерия полкының пулемёт взводы командиры. Лейтенант[3].

Аҡбирҙин Риф Зыяитдин улы — Башҡортостанда 1931 йылда Яңы Сәфәр ауылында тыуған. Ауыр Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙа (1942—1947) баҫыу эштәре колхозда эшләй. «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.[4]

Аҡбирҙина Виктория Викторовна (27 февраль 1978 йыл — Рәсәй иҡтисадсыһы, иҡтисади-технологик һәм төбәк үҫеше өлкәһендәге белгес. Иҡтисад фәндәр докторы (2010), Рәсәй фәндәр академияһы профессоры (2015), Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (төбәк иҡтисады).[5]

Аҡбирҙе (Иглин районы) (рус. Акбердино) — Башҡортостандың Иглин районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 1009 кеше[6].

Аҡбирҙе (Әлшәй районы) (рус. Акберда) — Башҡортостандың Әлшәй районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 73 кеше[7].

Түбәнге Аҡбирҙе (рус. Нижняя Акберда) — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Топонимдар

үҙгәртергә

Аҡбирҙе (Өҫкәлек ҡушылдығы) — Рәсәйҙәге йылға. Башҡортостан Республикаһы/ Ырымбур өлкәһе[8] биләмәләрендә аға. Йылға Өҫкәлек йылғаһының һул ярына тамағынан 15 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 25 км.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә