Викидатала элемент юҡ

Аҙнай — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла осрай.

Этимология

үҙгәртергә

Аҙнай башҡорт теленә фарсы теленән үҙләштерелгән, аҙна һүҙенән (аҙна, йома) һүҙеннә алынған исем[1].

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Аҙнай бей — 1662—1664 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы етәкселәренең береһе.

Фамилияла

үҙгәртергә

Аҙнаев Вельмир Хәйбрахман улы (3 февраль 1948 йыл) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, 1997—2006 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең Төбәктәр һәм кадрҙар менән эшләү идаралығы етәксеһе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981). Стәрлетамаҡ районының почётлы гражданы (2008).

Аҙнаев Салауат Сәйфулла улы (17 сентябрь 1939 йыл - 19 ғинуар 2012 йыл), инженер-химик, хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре, 1992—1998 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының тышҡы бәйләнештәр министры урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1979). «Почёт Билдәһе» (1981) һәм Дуҫлыҡ (1999) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылынан.

Аҙнай (Бишбүләк районы) — Башҡортостандың Бишбүләк районындағы ауыл.

Аҙнай (Ишембай районы) — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Аҙнай улусы — Рәсәй империяһы һәм РСФСР улусы. Өфө губернаһының Стәрлетамаҡ өйәҙенә һәм РСФСР составына инә, 1922 йылдан Стәрлетамаҡ кантоны. Үҙәге — Кәҫәпҡол ауылы (хәҙер Ишембай ҡалаһы биҫтәһе). Аҙнай улыҫы ерҙәре хәҙерге ваҡытта — Башҡортостан Республикаһының Ишембай һәм Салауат ҡалалары, Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондары территорияһы. Аҙнай улыҫы XIX быуат уртаһында Юрматы башҡорт улусының тораҡ пункттарынан хасил була. 1919 йылда Юрматы кантоны, 1922 йылда — Стәрлетамаҡ кантоны составына инә. 1930 йылда бөтөрөлә. Был территорияла Юрматы ырыуының Аҙнай түбәһе башҡорттары йәшәй.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Таңһылыу Күсимова. 2018 йыл 16 май [https://web.archive.org/web/20180516203613/http://bashklip.ru/site/kitap/isembashklip_ru.pdf архивланған. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ