Буҙалашбаш (Ишембай районы)

Башҡортостандың Ишембай районындағы тау.

БуҙалашбашБашҡортостандың Ишембай районындағы тау. Хажы ауылынан көньяҡ-көнсығыштраҡ, ауылдан 3 км алыҫлыҡта, Шиҙе йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан.

Буҙалашбаш
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ишембай районы
Бейеклеге/буйы 538,4 метр
Ишембай районы Башҡортостан картаһында
Хажы янындағы тауҙар араһынан Шиҙе аға

Иң бейек түбәһе — 538,4 м. Тауҙың һырттары текә, тауҙың көнбайыш һырты йылғаның текә яры булып тора. Тау тоҡомо ҡомташ, аргиллиттар һәм венд ҡатнашмаһынан тора. Тау өҫтөндә уҫаҡ һәм ҡайын ҡатыш урман үҫә.

Буҙалашбаш тан төньяҡтараҡ Бикбулатбаш тауы (510 м), көньяҡ-көнсығыштараҡ Ыласынтау (530 м). Буҙалашбаш тауы менән Ыласынтау араһынан Хажы Шиҙеһе ағып ята.

«Буҙ + алаша + баш» һүҙҙәренән алынған атама тип ҡарағанда, «буҙ» — аҡһыл (светло-серый), «алаша» — ат (лошадь), баш (голова, начало).

Буҙалашбаш тауының көнсығыш биләүендә, Хажы Шиҙеһе йылғаһының (Һәләүек йылғаһы ҡушылдығы) уң яҡ ярында, Хажы ауылынан 5 километр алыҫлыҡта мәмерйә бар. Мәмерйәнең оҙонлоғо — 1409 метр, тәрәнлеге — 122 метр, 1985 йылда уны Олимпия мәмерйәһе тип атағандар.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Ишимбайская энциклопедия.-Уфа:«Башкирская энциклопедия».2015 г.С.120.
  • Геологические памятники природы Республики Башкортостан. Гареев Э. З., Уфа. 2004