Әхмәтова Роза Сәмиғулла ҡыҙы
Әхмәтова Роза Сәмиғулла ҡыҙы (13 февраль 1924 йыл — 16 ғинуар 2009 йыл) — инженер-технолог. Техник фәндәре кандидаты (1967). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1981), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971)[1].
Әхмәтова Роза Сәмиғулла ҡыҙы | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Йылайыр кантоны, Ғәббәс ауылы, |
Вафат көнө | |
Вафат урыны |
Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы |
Ил | |
Эшләгән урыны |
Нефть эшкәртеү буйынса Башҡортостан ғилми тикшеренеү институты |
Альма-матер |
Львов политехник институты |
Ғилми дәрәжәһе |
техник фәндәр кандидаты |
Награда һәм премиялары | |
Биографияһы
үҙгәртергәРоза Сәмиғулла ҡыҙы Әхмәтова 1924 йылдың 13 февралендә Башҡорт АССР-ы Йылайыр кантоны[2] Ғәббәс ауылында тыуған. Ире Әхмәтов Фәрит Ғәли улы (1926 йылғы) — инженер-технолог, Өфө нефть эшкәртеү заводының директор урынбаҫары («Өфөнефтехим» асыҡ акционерҙар йәмғиәте); КПСС-тың Өфө ҡала комитетының сәнәғәт буйынса секретары, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), «Почёт Билдәһе» (1976) ордендары кавалеры[3]. Улы — Әхмәтов Арыҫлан Фәрит улы.
1949 йылда Львов политехник институтын тамамлай. Һөнәре буйынса инженер-технолог. 1967 йылда техник фәндәр кандидаты дәрәжәһен ала.
1949—1986 йылдарҙа Башҡортостан нефть эшкәртеү ғилми-тикшеренеү институтында эшләй. 1978—1986 йылдарҙа Башҡортостан нефть эшкәртеү ғилми-тикшеренеү институтында бүлек мөдире була[4].
Нефть эшкәртеү тармағындағы заводтарға, битум етештереүселәргә практик ярҙам күрһәтә. Болгарияла, Һиндостанда, Кубала һәм башҡа илдәрҙә битум етештереүҙе яйға һалыуҙа ҡатнаша. Уның етәкселегендә битумды, нефттәрҙе һәм уларҙың ҡалдыҡ продукттарын битум алыу өсөн сеймал сифатында файҙаланыу йүнәлешендә комплекслы тикшеренеүҙәр үткәрелә; битум эшләү технологияларын сеймал сифатына бәйләү башҡарыла; яңы битум ҡоролмаларын проектлау һәм булғандарын реконструкциялау буйынса тәҡдимдәр; битум сифатын яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәр эшләнә һәм производстволарға тапшырыла; төрлө тәғәйенләнешле битум өсөн ГОСТ-тар һәм ТУ-лар сығарыла һәм ҡулланыуға индерелә.
Матбуғатта баҫтырылған 90-ға яҡын хеҙмәт һәм 7 уйлап табыу авторы[5].
2009 йылдың 16 ғинуарында Өфө ҡалаһында вафат була.
Награда һәм премиялары
үҙгәртергә- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1981)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971)
Хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Современное состояние производства и пути повышения качества битумов различного назначения [Текст] / Р.С. Ахметова, В.В. Фрязинов, И.А. Чернобривенко. - Москва : ЦНИИТЭнефтехим, 1979. - 53 с.; 20 см.
- Производство нефтебитумов в СССР и за рубежом [Текст] / Р. С. Ахметова, Р. Х. Салимгареев. - Москва : [б. и.], 1973. - 54 с.; 20 см.
- Получение дорожных битумов улучшенных качеств [Текст] / Выставка достижений нар. хозяйства СССР. Гос. ком. нефтеперерабатывающей и нефтехим. пром-сти при Госплане СССР. - [Уфа] : [б. и.], [1965]. - 7 с., включ. обл. : черт.; 20 см./ Р. С. Ахметова
- Ахметова Р. С., Фрязинов В. В., Торбеева Л. Р. Дорожные битумы нефтеперерабатывающих заводов СССР и современные требования, предъявляемые к их качеству [Текст] // Высокосернистые нефти и проблемы их переработки : [Сборник статей] / [Пред. ред. совета А. С. Эйгенсон]. — М. : Химия, 1968. — 294 с. — (Труды/ Башк. науч.-исслед. ин-т по переработке нефти "БашНИИ НП"; кн. 8).
- Ахметова Р. С., Фрязинов В. В. Классификация нефтей по их пригодности для производства битумов [Текст] // Высокосернистые нефти и проблемы их переработки : [Сборник статей] / [Пред. ред. совета А. С. Эйгенсон]. — М. : Химия, 1968. — С. 167—170. — 294 с. — (Труды/ Башк. науч.-исслед. ин-т по переработке нефти "БашНИИ НП"; кн. 8).
- Ахметова Р. С., Фрязинов В. В. Технология получения дорожных битумов из нефтей различных групп [Текст] // Высокосернистые нефти и проблемы их переработки : [Сборник статей] / [Пред. ред. совета А. С. Эйгенсон]. — М. : Химия, 1968. — С. 170—181. — 294 с. — (Труды/ Башк. науч.-исслед. ин-т по переработке нефти "БашНИИ НП"; кн. 8).
- Ахметова Р. С., Глозман Е. П. Определение группового состава битумов [Текст] // Высокосернистые нефти и проблемы их переработки : [Сборник статей] / [Пред. ред. совета А. С. Эйгенсон]. — М. : Химия, 1968. — С. 170—181. — 294 с. — (Труды/ Башк. науч.-исслед. ин-т по переработке нефти "БашНИИ НП"; кн. 8).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 13 февраля. День в истории 2018 йыл 17 февраль архивланған.
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы
- ↑ Ахметов Фарит Галеевич . 2022 йыл 15 март архивланған.
- ↑ Февраль - 2014 - Исторический календарь - Сайт Управления по делам архивов Республики Башкортостан . www.gasrb.ru. Дата обращения: 17 февраль 2018. 2018 йыл 18 февраль архивланған.
- ↑ Ахметова, Роза Саммигуловна 2019 йыл 24 декабрь архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Әхмәтова Роза Сәмиғулла ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 12 февраль 2022)