Араукана

испандарҙың хәҙерге Чили территорияһында йәшәгән араукандарҙың ерҙәрен баҫып алыуы тураһында хикәйәт, авторы - Алонсо де Эрсилья-и-Суньиг

Араука́на (исп. La Araucana) — испандарҙың хәҙерге Чили территорияһында йәшәгән араукандарҙың ерҙәрен баҫып алыуы тураһында хикәйәт. Алонсо де Эрсилья-и-Суньига (исп. Alonso de Ercilla y Zúñiga; 1533—1594, баск сығышлы испан шағиры) тарафынан араукан һуғышы (исп. Guerra de Arauco) барған саҡта яҙылған. Поэма XVI быуат аҙағында авторҙың үҙенең дә, ярһыу патриот һәм йәне-тәне менән бирелгән католик булараҡ, ул ваҡиғаларҙа ҡатнашыуы һәм барыһын да үҙ күҙҙәре менән күреүе сәбәпле айырыуса популярлыҡ яулай. Арауканианың тәбиғәте, ландшафтары, ғөрөф-ғәҙәттәре һәм мәҙәниәтенең һүрәтләнеше ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.

Араукана
Рәсем
Төп тема Испанское завоевание Чили[d]
Жанр эпопея[d]
Автор Алонсо де Эрсилья-и-Суньига[d]
Ил Испания
Әҫәрҙең теле Испан теле
Нәшер ителеү ваҡыты 1569
Тулы мәғлүмәт өсөн URL mdz-nbn-resolving.de/det…[1]
Авторлыҡ хоҡуғы статусы 🅮[d] һәм 🅮[d]
 Араукана Викимилектә

«Араукана» — 37 йырҙан торған ярайһы уҡ оҙон героик поэма — Чилиҙағы һуғыштың шиғри тарихы, автор ҡатнашҡан экспедицияның октаваларға һалынған көндәлеге. Шуныһы ҡыҙыҡ: автор конкистадорҙарға ҡарағанда араукан юлбашсыларын күпкә яратыбыраҡ тасиурлай (мәҫәлән, арауакандарҙың юлбашсыһы (токи) Кауполикан ҡыйыу һәм тәрбиәле итеп һүрәтләнә). Эрсилья индеецтар тураһында былай тип яҙа: «Араукандар — рух, ҡыйыулыҡ һәм көс Ахиллдары»[2].

Эрсилья, итальян телен йыш ҡулланып, испан телен яңы һүҙҙәр менән байыта.

 
Малон (исп.) (араукандарҙың йәшен тиҙлегендәге баҫҡыны), Й. М. Ругендас (1802—1858)

«Араукана» араукандарҙың ихтилал сәбәптәре тураһында һөйләүҙән башлана һәм губернатор дон Гарсиа Уртадо де Мендосаның индеецтарҙы еңеү ваҡиғаһын һүрәтләү менән тамамлана.

Беренсе йырҙа Чилиҙың һәм индей дәүләте Арауконың урынлашҡан ере (Estado de Arauco); ерле халыҡтың йолалары һәм хәрби алымдары; Арауко баш күтәргәнгә тиклемге испандар баҫып алған ерҙәр тураһында һөйләнә. Ә һуңғы 37-се йыр король дон Фелипеның Португалия короллеген яулауы тураһында һөйләй.

Үҙенсәлектәре

үҙгәртергә

Дөйөм алғанда, Эрсилья тасуирламаларында уйлап сығарылған деталдәр күп. «Араукана» героик поэма булһа ла, унда бер үҙәк герой ҙа юҡ, ә автор героик поэмалар яҙыу ҡағиҙәләренә әллә ни буйһоноп тормай. Шулай ҙа метрик формала, моралдә, хатта эпизодтар оҡшашлығында Эрсилья йыш ҡына Ариостоны һәм уның "Шашҡын Роланд"ын хәтерләтә. Ариостонан айырмалы, автор нәзәкәтле ханымдарҙы, ғишыҡ кисерештәрен, һарай һәм рыцарь холоҡ-фиғелдәрен түгел, ә колониялар өсөн утлы көрәште тасуирларға тырыша. Әммә был бурысты еренә еткереп үтәй алмай һәм поэмаға әленән-әле Ариостоныҡынан бик айырылып тормаған эпизодтарҙы ҡыҫтыра[3].

Поэманың Эрсилья яу яланында сағында ижад иткән беренсе өлөшө географик, хронологик аныҡлығы менән генә түгел, гуманистик пафосы менән дә хайран итә. Ҡаһарманлыҡ рухы һәм намыҫ культы менән һуғарылған был поэма — испан әҙәбиәтенең типик күренеше. "Араукана"ның метрик системаһы — рифмалар ABABABCC системаһы буйынса урынлашҡан октава:

…Песнь свою B
Я поведу о подвигах кровавых A
Воителей испанских в том краю, B
Где жил дотоль народ непокоренный, C
Испанскою рукой порабощенный. C
О племени сказанье передам, A
Не признававшем королевской власти, B
Известном всем по воинским делам, A
Победно отразившем все напасти. B
(руссаға С. Протасьев тәржемәһе)[4]

Испанияға октавалар Италиянан килә һәм XVI быуаттың эпик поэзияһында, өлөшләтә граждан лирикаһында нығына. "Араукана"ла ул заман өсөн хас булған хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһынан алынған һәм мифтарға, антик осор тарихтарына барып тоташҡан сағыштырыуҙар («подобно голодному кайману») йыш осрай.

Йоғонтоһо

үҙгәртергә

Алонсо де Эрсилья-и-Суньиганың эпик поэмаһы уға испан Вергилийы хатта Гомеры тигән дан килтерә. Сервантес "Араукана"ны «испан телендә яҙылған иң яҡшы (китаптар араһында) героик текст» тип атай. Героик эпостың типик персонажы булған араукан юлбашсыһы Колоколо тураһында «Эпик поэзия тураһындағы эссе»һында Вольтер яҙа, уның ҡайһы урындарын Илиаданан да юғары ҡуя. Испан драматургтары Лопе де Вега, Гаспар де Авила, Рикардо де Туриа бөтә XVII быуат буйы Эрсилья поэмаһы мотивтарына комедиялар яҙа. Романтизм осоронда Франсуа Шатобриандың иғтибарын йәлеп итә. XIX быуатта «Араукана», Көньяҡ Америкалағы бойондороҡһоҙлоҡ өсөн һуғыштар һөҙөмтәһендә Чилиҙың милли эпосына әүерелә. Был поэма испан Яңырыуы әҙәбиәтендә, Латин Америкаһы, айырыуса Чили әҙәбиәтендә үҙәк урынды алып тора.

Поэмала сит-яттарҙың иҙеүенә ҡаршы көрәшкән индеецтар героик шәхестәр булып ҡына түгел, ә бер бөтөн, үлмәҫ халыҡ образы булып та кәүҙәләнә. Ошо мәғәнәлә Сервантестың «Нумансия»һында боронғо испандарҙың һүрәтләнеүе менән уртаҡлыҡ бар.

Төп идеяһының масштаблылығы, тарихи ваҡиғаларҙы һүрәтләүгә автор һалған хис-тойғоноң тәрәнлеге һәм ҡатмарлылығы буйынса «Араукана» Камоэнстың "Лузиадалар"ы менән ауаздаш. Васко да Гаманың ҡаһарманлығын тасуирлаған авторҙың әҫәре хронологик йәһәттән дә «Араукана»ға яҡын тора (1572).

Текст өлгөһө

үҙгәртергә
No las damas, amor, no gentilezas
de caballeros canto enamorados;
ni las muestras, regalos ni ternezas
de amorosos afectos y cuidados:
mas el valor, los hechos, las proezas
de aquellos españoles esforzados,
que a la cerviz de Arauco, no domada,
pusieron duro yugo por la espada.

«Араукана» поэмаһының башы

Оҡшатыуҙар

үҙгәртергә

Эрсильяның эйәрсәне һәм көнәркәше була. "Араукана"ның һуңғы өлөшө донъя күргәндән һуң бер нисә йылдан, 1596 йылда, Чили конкистаһы ваҡиғаларын эпик һүрәтләүгә дәғүә тотҡан тағы бер әҫәр барлыҡҡа килә — «Ауыҙлыҡланған Арауко» (Arauco Domado)[5]. Уның авторы Педро де Онья (Pedro de Oña; 1570—1643) була. «Ауыҙлыҡланған Арауко» (Arauco Domado) — баҫып алыу темаһына яҙылған поэтик әҫәрҙәр араһында шиғыр һаны буйынса иң оҙон поэма, ул тулыһынса тиерлек испандарҙың етәксеһе де Мендосаны (һуңынан ул Перуҙың вице-короле) маҡтау-данлауға ҡоролған була. Ә Эрсилья был кешене үҙенең поэмаһында телгә лә алмаған була.

Кинематограф

үҙгәртергә

1971 йылда испан режиссёры Хулио Колль (Julio Coll; 1919—1993) Эрсильяның поэмаһы мотивтары буйынса «Араукана» тигән хәрби-тарихи драма төшөрә. Фильм сценарийы буйынса, 1540 йылдың йәйендә, император Карлос V заманында, Кускоға көньяҡ походынан биш яралы һалдат менән дон Педро де Вальдивия әйләнеп ҡайта. Улар — берҙән-бер иҫән ҡалыусылар. Бер нисә көндән, яралары әҙерәк уңала төшкәс, Педро де Вальдивия тағы бер тапҡыр Чилиҙы яуларға барырға ҡарар итә.

Ҡыҙыҡ факттар

үҙгәртергә
  • Араукана — донъяла иң үҙенсәлекле тауыҡ тоҡомо, был тоҡом Чилиҙа үресетелә. Был тауыҡтарҙың ҡауырһын ҡанаттарҙан торған мыйығы бар, ҡойроғо юҡ, йомортҡалары зәңгәр ҡабыҡлы. Моғайын, был тоҡом испандар килгәнсе үк булғандыр.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Мюнхенский центр оцифровки — 1997.
  2. Alex S. Zlygostev. Индейцы без томагавков (Стингл М.). historic.ru. Дата обращения: 17 октябрь 2018.
  3. Испанская литература // Литературная энциклопедия. Т. 4. — 1930 (текст). feb-web.ru. Дата обращения: 17 октябрь 2018.
  4. Формирование литературы латинской Америки
  5. Arauco domado - Memoria Chilena (исп.). Memoria Chilena: Portal. Дата обращения: 17 октябрь 2018.

Һылтанмалар

үҙгәртергә