Ануше Ансари
Ануше́ Ансари́, Анюше Ансари, перс. انوشه انصاری — Anušeh Ansâri, ингл. Anousheh Ansari; 12 сентябрь 1966, Мәшһүд, Иран) — фарсы сығышлы Америка ғалимы. Prodea systems, Inc компанияның нигеҙ һалыусыһы һәм башлығы 18 сентябрь 2006 йылда ҡатын-ҡыҙҙар араһында беренсе йыһан турисы була.
Ануше Ансари | |
ингл. Anousheh Ansari | |
Иле: | |
---|---|
Һөнәре: | |
Экспедициялары: |
Союз ТМА-9 (старт), |
Тыуған ваҡыты: |
12 сентябрь 1966 (58 йәш) |
Тыуған урыны: |
Профессиональ булмаған ҡатын-ҡыҙ космонавт осошо өсөн «Энергия» РСК белгестәренә ашығыс рәүештә «Союз ТМА-9» космос карабында йәшәүҙе тәьмин итеүҙең ҡайһы бер системаларын ҡайтанан йыһазландырырға тура килә.[1]
Ансари Халыҡ-ара космос университетының почётлы доктор дәрәжәһенә эйә. Суинберн университетында астрономия буйынса магистр дәрәжәһен алыу өҫтөндә эшләй.[2]
Донъяның — 449-сы космонавты.
Осоштар һаны — 2. Оҙайлығы — 10 тәүлек 21 сәғәт 04 минут 55 сек.
Биографияһы
үҙгәртергәАнуше Ансари Ирандың төньяҡ-көнсығышындағы Мәшһүд ҡалаһында тыуған. Ансари үҙенең фарсы сығышлы булыуы менән ғорурлана. Ансари космонавтар корпусына алынғандан һуң, Әзербайжан киң мәғлүмәт саралары Ансариҙың этник әзербайжан булыуы тураһында мәғлүмәт тарата, шул уҡ ваҡытта хәбәрҙә фактик хаталар яһай, мәҫәлән, Ансариҙы Тәһранда тыуған тип күрһәтә. Ошо уҡ яңылыҡты, Ансариҙың этник сығышын һәм тыуған урынын күрһәтеп, Рәсәйҙең ҡайһы бер киң мәғлүмәт саралары ҡабатлай. Ануше тыуғандан һуң бер аҙҙан ата-әсәһе Тәһранға күсеп килә, бала сағы һәм үҫмер йылдарын шунда үткәрә. 1984 йылда ғаилә АҠШ-ҡа күсә, сөнки ата-әсәһе ҡыҙҙарына яҡшы белем алырға һәм фән менән шөғөлләнергә мөмкинлек бирергә теләй. Ануше бакалавр дәрәжәһен Джордж Мэйсон университетында ала, унда информатика һәм электроника менән шөғөлләнә, джордж Вашингтон университетында магистр дәрәжәһен ала.[3]
Уҡыуын тамамлағандан һуң MCI, Inc. компанияһына эшкә урынлаша, унда Хәмид Ансари менән таныша, 1991 йылда уға кейәүгә сыға. 1993 йылда Ануше, Хәмит һәм уның ҡустыһы Әмир «Technologies, Inc (TTI)» компанияһына нигеҙ һала. Ануше компанияның генераль директоры вазифаһын башҡара. 2000 йылда TTI-ны Sonus Networks, Inc. компанияһын $550 млн-ға һаталар. Күп тә үтмәй, TTI акцияларының хаҡы түбәнәйә. Был йәһәттән килешеүҙе «Sonus Networks» компанияһы шик аҫтына ҡуя, ә Ансари эске сауҙала ғәйепләнә.
Ануше X Prize Foundation премия фондының попечителлек советы ағзаһы булып тора. Ансари ғаиләһе уға күп миллионлы инвестициялар һала һәм беренсе шәхси суборбиталь космос карабы өсөн бирелгән Ансари Ansari X Prize (тәүге исеме — X Prize), титул бағыусыһы була. 2004 йылдың 4 октябрендә премияны SpaceShipOne космос карабын эшләгән Tier One проектында ҡатнашыусылар яулай. 2006 йылдың февралендә Ансариҙың «Prodea Systems, Inc.» инвестиция фирмаһы Space Adventures, Ltd. һәм Рәсәйҙең Федераль космос агентлығы менән коммерция ҡулланыуы өсөн суборбиталь космос аппараттары паркын төҙөү буйынса партнёрлыҡ тураһында иғлан итә.
Туған фарсы теленән тыш, Ануше инглиз һәм француз телдәрен яҡшы белә. Йыһанға осоуға әҙерлек барышында рус телендә һөйләшеү оҫталығына ла эйә була.[1]
Йыһанға әҙерлек һәм осоу
үҙгәртергә2002 йылда булдырылған шәхси космос аппараттарының береһендә суборбиталь осошта ҡатнашыу өсөн ғариза бирә. 2006 йылдың февраль башында Рәсәйгә килә һәм медицина тикшереүен уңышлы үтә, 26 февралдә махсус әҙерлек үтергә ҡабул ителә. 2006 йылдың 4 апрелендә Ю. Гагарин исемендәге космонавтар әҙерләү үҙәгендә 4-се космос турисы япон эшҡыуары Дайсуке Эномотоның дублеры сифатында күнекмәләр башлай, уның осошо 11-се килгән экипаж (ВК-11) программаһы буйынса 2006 йылдың сентябренә билдәләнә. Ансариҙың йыһанға осоуы 2007 йылдың мартында ВК-12 программаһы буйынса үтеүе ихтимал була. Шул уҡ ваҡытта, 2006 йылдың 5 майында Федераль космос агентлығының (Роскосмос) маневрлы программалары департаменты мөдире Алексей Краснов, Ансари менән әлегә тик «контрактҡа тиклемге килешеүгә» генә ҡул ҡуйылһа ла, ул «япон космонавтының резервы булараҡ ҡарала» тип белдерә. Севастополдә 2006 йылдың 26 майынан 2 июненә тиклемге осорҙа көтөлмәгән төшөү осрағы эше буйынса күнекмәләр үтә. Ләкин 2006 йылдың 21 авгусында Эномотоның осошо медицина күрһәткестәре буйынса туҡтатыла, һәм икенсе көндө Ануше экипаждың төп составына индерелә. 2006 йылдың 18 сентябрендә 4: сәғәт 09 минутта Тюрин Михаил Владиславович , Майкл Лопес-Алегриа һәм Ануше Ансари составындағы экипаж менән «Союз ТМА-9» Байконур космодромонан уңышлы старт ала.[1]
20 сентябрҙә 05:21 сәғәттә йыһан аппараты МКС «Звезда» модуленең артҡы тоташтырыу узелына уңышлы тоташа. Станцияла һигеҙ көн дауамында Ануше бер нисә фәнни тәжрибә үткәрә, улар башлыса космик нурланыштың һәм ауырлыҡһыҙлыҡтың экипаж ағзаларына һәм микроорганизмдарға йоғонтоһо менән бәйле. Иран милли телевидениеһында астрономик шоу өсөн йыһандан интервью ала, МКС-та булғанда үҙенең блогында белдереүҙәр баҫтыра һәм һорауҙарға яуап бирә. Ануше Ансари — йыһандан блог алып барған беренсе кеше.[2]
29 сентябрҙә 1:13 сәғәттә Ануша «Союз ТМА-8» космос карабы экипажы составында Ергә ҡайта. Ултырыу Ҡаҙағстандың иҫәпләнгән районында уңышлы үтә. Туристтан тыш, кире ҡайтыу экипаж составына космонавт Виноградов Павел Владимирович һәм космонавт Джеффри Уильямс инә.[1] Осош алдынан Лопес-Алегриа туристарҙы әле эш тамамланмаған станцияға алып барырға ярамай, тип әйтеүенә ҡарамаҫтан, Анушеның станциялағы эштәре экипаждың башҡа ағзаларынан яҡшы баһа ала.[1]
Осош алдынан Ануше үҙенең скафандрына 1925—1964 йылдарҙағы Америка флагын һәм иҫке Иран флагын, уны тәрбиәләгән һәм күтәргән ике илдең символы булараҡ урынлаштырырға теләй. Әммә АҠШ һәм Рәсәй хөкүмәттәре, сәйәси эҙемтәләр тыуыу мәмкинлеге арҡаһында, АҠШ флагы менән сикләнергә тәҡдим итә. Ануше тәҡдимдәргә буйһона һәм Иран флагын урынлаштырыу урынына үҙенең космос кейеменең эмблемаһына уның төҫтәрен ҡулланырға ҡарар итә. Ирандың рәсми киң мәғлүмәт сараларында Анушеның йыһанға осоуы ыңғай ҡабул ителә.[3][2]
Нәшриәт баҫмалары
үҙгәртергәТөрлө техник һәм тармаҡ журналдарында бер нисә баҫма авторы. Автоматлаштырылған эшсе ҡоролмалар һәм сымһыҙ идара итеү протоколдарын булдырыу өлкәһендә ике патентҡа эйә. 2010 йылда «Минең йондоҙҙар тураһында хыялым: Иран ҡыҙынан алып йыһан пионерына тиклем» («Моя мечта о звездах: От Дочери Ирана до Космического Пионера») китабының авторҙашы.[3]
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
үҙгәртергә2004 йылдың 5 майында ҡәйнеше Әмир Ансари менән бергә «Ansari X Prize» премия фондының төп бағыусыһы була.[3]
Космос тикшеренеүселәре ассоциацияһының ғүмерлек ағзаһы һәм «Космос уҡытыусыһы» проектының консультатив советы ағзаһы булып тора.[2]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергәБөтә донъя иҡтисади форумының йәш глобаль лидерҙар наградаһы;
Ҡатын-ҡыҙ эшҡыуарлығын үҫтереү буйынса милли премия;
Джордж Вашингтон университетының күренекле сығарылыш уҡыусылары премияһы.[2]
Мауығыуҙары
үҙгәртергәБала саҡтан йыһанға осоу менән мауыға һәм космонавт булырға хыяллана.[3]
Галерея
үҙгәртергә-
МКС «Звезда» модулендә
-
Ергә төшкәндән һуң
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 На международную космическую станцию отправилась космическая туристка, RusTeam. 15 апрель 2024 тикшерелгән.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Ануше Ансари - первая мусулманка в космосе, «Мусульманка» женский журнал. 15 апрель 2024 тикшерелгән.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Ануше Ансари, Космическая энциклопедия. 15 апрель 2024 тикшерелгән.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- На международную космическую станцию отправилась космическая туристка, RusTeam. 15 апрель 2024 тикшерелгән.
- Ануше Ансари, Космическая энциклопедия. 15 апрель 2024 тикшерелгән.
- Ануше Ансари - первая мусулманка в космосе, «Мусульманка» женский журнал. 15 апрель 2024 тикшерелгән.