Анисимов Иван Иванович

Анисимов Иван Иванович (16 февраль 1899 йыл10 июнь 1966 йыл) — совет әҙәбиәт белгесе, Көнбайыш Европа әҙәбиәтен өйрәнеүсе. «И. И. Анисимов классик әҙәби мираҫты пропагандалаусы була»[4].

Анисимов Иван Иванович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 4 (16) февраль 1899
Тыуған урыны Глотовка[d], Ельнинский уезд[d], Смоленск губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 10 июнь 1966({{padleft:1966|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})[1][2] (67 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, РСФСР, СССР[1]
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Һөнәр төрө ғалим, учёный-литературовед, литературовед
Эшмәкәрлек төрө әҙәбиәт ғилеме[3]
Эш урыны А. М. Горький исемендәге Донья әҙәбиәте институты
Уҡыу йорто Мәскәү дәүләт университетының ижтимағи фәндәр факультеты[d]
Ғилми дәрәжә филология фәндәре докторы[d]
Ғилми етәксе Анатолий Васильевич Луначарский[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ойошма ағзаһы СССР Фәндәр академияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
СССР дәүләт премияһы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Анисимов Иван Иванович 1899 йылдың 4 (16) февралендә Смоленск губернаһы Глотовка ауылында[5] тыуа. 1918 йылда Ельня гимназияһын тамамлай һәм белем алыуын М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының йәмәғәт фәндәре факультетында дауам итә. 1925 йылда — МДУ-ны, 1928 йылда Йәмәғәт фәндәрен фәнни-тикшеү институттарының Рәсәй ассоциацияһының Әҙәбиәт һәм тел институтын тамамлай. 1927 йылдан баҫыла башлай[6]. 1934 йылдан — СССР Яҙыусылар берлеге ағзаһы. 1933—1938 йылдарҙа Ҡыҙыл профессура институтының Дөйөм әҙәбиәт кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта Гослитиздаттың сит ил әҙәбиәте редакцияһы мөдире була 1934—1938 Гослитиздат. 1939 йылдан менән ИМЛИ-ҙа. 1939 йылдан ВКП(б) ағзаһы.

Һуғыш ваҡытында ғәмәлдәге армияның батальон комиссары була. Һуғыштан һуң сәнғәт эштәре буйынса комитет рәйесе урынбаҫары, «Советская литература» журналының баш мөхәррире.

1952—1966 йылдарҙа М. Горький исемендәге донъя әҙәбиәте институты директоры. СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (10.06.1960)[7].

Новодевичье зыяратында ерләнгән.

Наградалары

үҙгәртергә
  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (27.03.1954)
  • миҙалдар[8]
  • СССР Дәүләт премияһы (1978, үлгәндән һуң) — 200 томлыҡ «Бөтә донъя әҙәбиәте китапханаһын» әҙерләүҙә һәм сығарыуҙа ҡатнашҡаны өсөн[9]
  • В. Г. Белинский исемендәге премия (1967) — «Новая эпоха всемирной литературы» китабы өсөн.

Төп эштәре

үҙгәртергә
  • Всемирная литература и социалистическая революция // «Вопросы литературы», 1957, № 8; 1959, № 8;
  • Социалистический реализм и новый облик писателя // Проблемы социалистического реализма, М., 1959;
  • Классическое наследство и современность, М., 1960;
  • Новая эпоха всемирной литературы. М., 1966;
  • Мастера культуры. М., 1968 (2-е изд. 1971);
  • Живая жизнь классики. М., 1974;
  • Французская классика со времён Рабле до Ромена Роллана: статьи, очерки, портреты. М., 1977.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Анисимов Иван Иванович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. Чешская национальная авторитетная база данных
  4. Памяти И. И. Анисимова
  5. Ныне — Угранский район, Смоленская область
  6. Обзорные статьи И. И. Анисимова, посвящённые европейской литературе 1920-х, опубликованные в «Вечерней Москве» 1929 и 1930 гг.
  7. Отделение литературы и языка (литературоведение)
  8. Историческая справка на сайте Архива РАН
  9. Постановление ЦК КПСС и Совета Министров СССР от 19 октября 1978 года № 852 «О присуждении Государственных премий СССР 1978 года в области литературы, искусства и архитектуры»
  • Книпович Е. История и современность // «Знамя», 1960, № 12;
  • Памяти И. И. Анисимова // «Иностранная литература», 1966, № 7;
  • Трущенко Е. Ф. По пути, открытому Октябрём // «Вопросы литературы», 1967, № 7;
  • Иван Иванович Анисимов. — М.: Наука, 1976 (Материалы к биобиблиографии учёных СССР. Сер. литературы и языка; вып. 10).
  • Анисимов Иван Иванович // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Яковлев Б. Г. Записки счастливого неудачника. — М.: Новый ключ, 2011. — 256 с. — ISBN 978-5-7082-0337-3.

Һылтанмалар

үҙгәртергә