Төркиә төркмәндәре
Төркмәндәр менән бутамаҫҡа. Төркмәндәр (рус. туркуманы, туркманы; әзерб. Türkümənlər, Türkmanlar или Türkəmənlər, төркм. Türkmenler, төр. Türkmenler) — көнсығышта уғыҙ төрки халыҡтарға ҡарата ҡулланылған термин[1][2]. Урта быуат авторҙары Әл-Бируни менән Мәрүәзи яҙыуынса, Ислам ҡабул иткән уғыҙҙарҙы атағандар[3].
Төркиә төркмәндәре |
Башта экзоним булараҡ ҡулланылған атама яҡынса Юғары урта быуаттар осоронда боронғо төрк (türk) атамаһы һәм ырыуҙар атамаһы (баят, баяндур, афшар, кая һәм башҡалар) менән бер рәттән[3] Анатолия, Әзербайжан, Иран, Төркмәнстан уғыҙ ҡәбиләләренең этнонимы рәүешендә әйтелә башлай.
Анатолияла Ахырғы урта быуаттарҙа дәүләт һәм идара иткән династия исеменән сығып османлы төрктәр атамаһы уны ҡыҫырыҡлап сығарған. Әзербайжанда XVII быуатта милләт атамаһы булып ҡулланылмай башлай, әммә ярым күсмәндәргә ҡарата «терекемем» төшөнсәһе ҡала әле[4].
Бөгөн был этнонимды Урта Азия төркмәндәре (башлыса Төркмәнстан), шулай уҡ Ираҡ һәм Сүриәләге уғыҙ тоҡомдары йөрөтә.
Этимологияһы
үҙгәртергәЭтнонимдың килеп сығышы тураһында бер нисә фараз бар[3]. Иң тәүге төркмән һүҙе Мәхмүт Ҡашғариның «Диван Лүғәти әт-Түрк» (1074) китабында телгә алына, ул һүҙҙең уйлап сығарылышын Искәндәр Зөлҡәрнәй (Александр Македонский) менән бәйләй. Рәшит әт-Дин дә ошо уҡ версияны ҡабатлай. Йәнә бер фараз буйынса «иманлы төрк» (фарс. Türk İman) тигәнде аңлата. Әл-Бируни һәм Мәрүәзи ҙә Исламға күскән уғыҙҙарҙы шулай атайҙар тип яҙған. Ф. А. Михайлов үҙенең «Туземцы Закаспийской области и их жизнь» тигән хеҙмәтендә, уғыҙҙар «кем һин» тигән һорауға төрк мән (мин) тип яуап биргәндән килеп сыҡҡан тип аңлата.
Тарихы
үҙгәртергәТәүге тапҡыр туркман йәки төркмән термины VIII—IX быуаттарҙағы ҡытай сығанаҡтарында телгә алыналыр, моғайын(Тё-ку-мёнг)[5]. Төркмән терминын ҡулланыу мосолманлыҡ ҡабул иткән уғыҙҙарҙың тарала барыуына бәйле арта[5].
Төркмән атамаһы ныҡлы ҡулланыла башлау происходит в эпоху Бөйөк Сәлжүк империяһы осоронда күбәйә. Момолман уғыҙҙар сәлжүктәрҙең ҡыныҡ ырыуы янында берләшеп Бөйөк Сәлжүк империяһы төҙөләүгә нигеҙ һала. Династия солтандары Яҡын һәм Урта Азияла хакимлығын нығытыу өсөн уларҙы күсереп ултырта бара; шул рәүешле Сүриәлә, Ираҡта, көнсығыш Анатолияла хәрби нығытмалар барлыҡҡа килә. 1071 йылда Манцикерт һуғышынан һуң уғыҙҙар тотош Анатолияға ла, Әзербайжанға ла тарала. Юғары урта быуаттарҙа Анатолия төркмән иле булараҡ таныла. Ираҡта төркмәндәрҙең үҙәк ҡалаһы — Киркук.
Ивэ һәм Баяндур баяндур ырыуҙары ла төркмәндәрҙән, Ҡара Ҡуйлы һәм Аҡ Ҡуйлы дәүләтенең хакимлыҡ иткән тоҡомдары улар араһынан сыҡҡан. Был дәүләт юҡҡа сыҡҡас, төркмән ырыуҙары төрлө атамалар алып, мәҫәлән, афшарҙар, (өлөшләтә хаджилу, порнак, дёгер, мавселлу) быр ҡәбиләгә берләшеп, Ҡыҙылбаштар конфедерацияһы төҙөй[6].
Бөгөнгө төркмәндәр
үҙгәртергәБөгөн төркмән тип аталған халыҡ боронғо уғыҙ сығышлы, төрки телле, башлыса Төркмәнстанда, тарихи рәүештә Афғанстанда һәм Ирандың төньяҡ-көнсығышында йәшәй. Диндәре — сөнни мосолман. Дөйөм һаны — 8 миллиондан ашыуыраҡ[7].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ В. В. Бартольд. Сочинения. — стр. 558 : «Каково бы ни было прежнее значение огузского народа в Восточной Азии, он после событий VIII и XIX веков, все больше сосредотачивается на западе, на границе преднеазиатского культурного мира, которому суждено было подвергнуться в XI веке нашествию огузов, или, как их называли только на западе, туркмен.»
- ↑ GERHARD DOERFER, Iran’da TürklerОригинал текст (инг.)
Очень странно, что слово "туркмен" всё еще приводит к путанице; в Ленинграде я видел, что иракская огузская литература была помещена в каталоги под именем "туркменская"; на самом деле слово "туркман" означает "огуз-кочевник". "Туркмены" Аккоюнлу и Каракоюнлу , несомненно, Әзербайжанцы. Как показывает лексикология, "туркмены" периода мамлюкского владычества говорили на турецком.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Абу-л-Гази, «Родословная туркмен». Комментарии к тексту 132: «Затем название туркмен закрепилось за одним из самых мощных племенных объединений — за огузами».
- ↑ Статья «Терекеменцы» 2018 йыл 9 ғинуар архивланған.:«Термин „терекемем“ принято связывать с этнонимом „туркмен“».
- ↑ 5,0 5,1 С. Агаджанов. «Очерки истории огузов и туркмен Средней Азии IX—ХIII вв.» — Изд. Илим, 1969 2014 йыл 22 февраль архивланған.: «Туркменами, как говорилось ранее, именовалась часть огузов и других тюрок, смешавшихся с потомками древнего индоевропейского населения Средней Азии. (В китайских источниках VIII—начала IX веков упоминается страна Тё-ку-мёнг, вероятно располагавшаяся в Семиречье; само название этой страны, вероятно, связано с именем „туркмен“). Само название „туркмен“ появляется главным образом в ареале расселения огузов, принявших ислам».
- ↑ Encyclopaedia Iranika «AQ QOYUNLŪ»: «The surviving Āq Qoyunlū tribes and groups were absorbed, in some cases years later, into the Qizilbāš tribes; in this process, the Afšār retained their tribal identity while others, such as the Ḥāǰǰīlū, Döḡer, Mawṣellū, and Pornāk, were merged into a new tribe called Turkman».
- ↑ Turkic Peoples 2011 йыл 13 август архивланған.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Әзербайжандар
- Уғыҙҙар
- Төрөктәр
- Төркмәндәр
- Ираҡ төркмәндәре
- Сүриә төркмәндәре
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Ali Sinan Bilgili «Azerbaycan Türkmenleri Tarihi». Yeni Türkiye Yayınları, Ankara, 2002.