Ҡара Ҡуйлылар

(Ҡара Ҡуйлы битенән йүнәлтелде)

Ҡара Ҡуйлы (төрк. «ҡара тәкәлеләр» — байрағында «ҡара ҡуй» тамғаһының рәсеме буйынса) — уғыҙ төрки күсмә ҡәбиләләренең берләшмәһе (ҡәбиләләр конфедерацияһы)[4][5][6][7]. XIVXV быуаттарҙа Алғы Азияла, хәҙерге Әзербайжан, Әрмәнстан, Ираҡ, төньяҡ-көнбайыш Иран һәм көнсығыш Төркиә биләмәләрендә булған[8].

Ҡара Ҡуйлы
әзерб. قاراقویونلولار‎
Флаг Герб
Флаг Герб

1410—1468 йылдарҙа Ҡара Ҡуйлы дәүләте
1410—1468 йылдарҙа Ҡара Ҡуйлы дәүләте

1375 — 1468 йылдар
Баш ҡала

Тәбриз

Телдәр

Уғыҙ, ғәрәп, фарсы, ҡурд, әрмән[1]

Дин

Ислам (шиғыйлыҡ)[2][3]

Преемственность

← Йылайырҙар

Аҡ Ҡуйлы →

 Ҡара Ҡуйлылар Викимилектә

Барлыҡҡа килеүе

үҙгәртергә
 
Ҡара Ҡуйлы династияһы хакимдары[6]

Хакимлыҡ итеүсе нәҫел уғыҙҙарҙың Ивэ ырыуынан сыҡҡан, был ырыу XIV быуатҡа ҡарай владел территориями севернее озера Ван күленән төньяҡҡа табан территорияларҙы һәм Төньяҡ Ираҡ тирәһен биләй[9]. Ҡара Ҡуйлы ҡәбиләләре иҫәбендә Бахарлы, Саадлы, Ҡараманлы, Алпаут, Духарлы, Джагирлы, Хаджилы һәм Агачери була. Улар монголдар баҫып инеүҙәре һөҙөмтәһендә Алғы Азияға ҡыҫырыҡлана[6]. Ҡәбиләләр араһында Бахарлы һәм Саадлы алдынғылыҡ тота. Башта Ҡара Ҡуйлы ҡәбиләләре Евфрат һәм Тигр йылғаларының үрге ағымында йәшәй, бында Сыңғыҙхандың яуҙары һөҙөмтәһендә яңы килгән халыҡтар өсөн етерлек урын бушатыла[6].

 
Ҡараҡойунлы ҡалаһының (Төркиә) Асыҡ һауалағы музей биләмәләрендәге тәкә рәүешендәге ҡәбер ташы, Ҡара Ҡуйлы дәүләте осорона ҡарай[10][11].

Ҡара Ҡуйлы хакимдары башта төркөмән династияларының вассалдары булған. 1382 йылда Йылайырҙарҙың әмире Шәйех Увейс I (Байрам Хужабәк) улы Абу Насыр Ҡара-Мөхәммәт бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итә һәм Тәбриз һәм Көнсығыш Анатолияла көстәр туплай. Шулай итеп Ҡара-Мөхәммәт (13801389) тарафынан Ҡара Ҡуйлы ҡәбиләләр берләшмәһенең хакимлығына нигеҙ һалына. Был дәүләт Йылайырҙар хакимлығына күп яҡтан оҡшаш була һәм Сыңғыҙхан нәҫеле осоро традицияларын һәм бәйләнештәрен һаҡлап ҡала[9]. Һуңыраҡ улар Аҡһаҡ Тимер ғәскәренән еңелә, был төркмәндәрҙең башлығын Ғосман солтаны — Баязит Беренсегә ҡасып китергә мәжбүр итә.

Ҡара-Мөхәммәттән һуң Ҡара Ҡуйлы хакимы Ҡара-Йософ була, ул дәүләт менән 13951403 һәм 14061420 йылдарҙа идара итә. Аҡһаҡ Тимер үлгәндән һуң, Ҡара-Йософ Ираҡ һәм Әрмәнстандың элекке хакимы Әхмәт Йылайыр солтан яғында Тимерҙең улы Миран шаһҡа ҡаршы сыға. Башта Ҡара-Йософ һәм Әхмәт солтан Бағдадты яулауға ирешә, әммә улар араһында низағ барлыҡҡа килә һәм тиҙҙән Ҡара-Йософ Тимеридтарҙан Мәмлүктәр дәүләтенә ҡаса. Ләкин 1408 йылда Сардруд тирәһендә Миран шаһтың ғәскәре тар-мар ителә, ә ул үҙе һәләк булғас Йылайырҙар дәүләте тергеҙелә.

Шулай ҙа был осорға ҡарай элекке союздаштарҙың аралары йәнә боҙола. Аҡ Ҡуйлы дәүләте башлығы Осман (Ғосман) Ҡара Юлыҡтың Көнсығыш Анатолиянан Эрзинджанға походҡа сығыуы менән файҙаланып Әхмәт солтан да шулай уҡ Аҡ Ҡуйлыға ҡаршы сыға, һөҙөмтәлә 1410 йылда Шанби-Газан янындағы алышта еңелә һәм улдары менән бергә язалап үлтерелә, ә Ҡара-Йософ шул уҡ йылда барлыҡҡа килгән һәм баш ҡалаһы Тәбризда булған Ҡара Ҡуйлы дәүләтенә берләштерелгән Ираҡтың, Әрмәнстандың һәм эргә-тирәләге территорияларҙың хакимы булып китә. Ҡара-Йософ үҙе Көньяҡ Әзербайжан менән идара итә, ә башҡа ерҙәрен удел итеп үҙенең улдарына тарата[12].

 
Ҡара Ҡуйлы осорона ҡараған шлем. Әзербайжан милли сәнғәт музейы, Баҡы.

Аҡ Ҡуйлы һәм Ҡара Ҡуйлыларҙың яҡын туғанлығына ҡарамаҫтан, баштан уҡ улар араһында киҫкен ҡапма-ҡаршылыҡ була. Ҡара Ҡуйлының икенсе көслө дошманы Тимеридтар дәүләте хакимы Шахрух була, ул үҙенең туғандарын Әзербайжандан ҡыуыуҙы ҡабул итмәй. Шулай ҙа Ҡара-Йософ уның менән һуғышта еңә. Аҙаҡ Ҡара-Йософ Ширванды баҫып ала, уның ширваншаһы Ибраһим I әсиргә алына һәм һөҙөмтәлә үҙен Ҡара Ҡуйлының вассалы тип таный.

Ҡара Йософтың улдары уның вариҫтары була: Искәндәр хан (1420—1429 һәм 1431—1435 йылдарҙа хакимлыҡ итә), Абу Сәйет хан (1429—1431 йылдарҙа идара итә), Йыһан шаһ(1436—1467 йылдарҙа хакимлыҡ итә). Йыһан шаһ Ҡара Ҡуйлы хакимдары араһынан тәүге булып солтан титулын ала, ул шулай уҡ Хакиики псевдонимы менән әзербайжан телендә яҙған шағир булараҡ та билдәле[13][14]. Йыһан шаһ үҙенең һарайында шағирҙарҙы йыйған, гүзәл биналарға нигеҙ һала (мәҫәлән 1465 йылда Тәбриздағы Зәңгәр мәсет төҙөлә).

Ҡара Ҡуйлы дәүләтенең сәскә атыуы Йыһан шаһ хакимлығы дәүеренә тура килә. Был осорҙа Ҡара Ҡуйлы үҫешкән сәйәси-административ, хәрби, иҡтисади һәм мәҙәни ҡоролошло мөһим ислам дәүләттәренең береһе булып китә[15].

 
Тәбриздағы Зәңгәр мәсет йыһазы.

Тимеридтарҙың үҙ-ара низағтары менән файҙаланып, Йыһан шаһ көнсығыш табан һөжүм итә, 1453 йылға ҡарай бөтә Көнбайыш Иранды (Фарсы Ирағын, Фарсты һәм Керманды) биләй, Көнсығыш Иранға баҫып инә һәм Хорасанды яулап ала һәм 1458 йылда тимерид солтандарының баш ҡалаһын Гератты биләй. Әммә Әзербайжанда уның улы Хәсән Али етәкселегендәге ихтилал тоҡанғанын ишеткәс, Йыһан шаһ көнсығыш биләмәләрен ташлап китергә ҡарар итә һәм үҙенең дәүләте һәм Тимеридтар араһындағы сикте Деште-Кевир сүле буйлап үткәрә, ә тимерид солтаны Абу Сәйет 1459 йылда союз төҙөй.

1467 йылда Аҡ Ҡуйлы хакимы Узун-Хәсән менән көньяҡ Әрмәнстандағы Муш ҡалаһы янындағы алышта Йыһан шаһ ғәскәрҙәре тар-мар ителә. Аҡ Ҡуйлының ғәскәре сигенгән Йыһан шаһты ҡыуып етә һәм үлтерә.Был еңелеүҙән һуң Ҡара Ҡуйлының биләмәләре Аҡ Ҡуйлыға ҡушыла[16].[17]. Йыһан шаһ үлгәндән һуң уның ике улының береһе Хәсән Али тәхеткә ултыра (икенсе улы Хөсәйен Али дәрүигш була һәм тиҙҙән үлтерелә). Хәсән Али Көньяҡ Әзербайжанда Маранд янында элекке ғәскәрҙәрҙең ҡалдыҡтарын йыя, әммә 1468 йылда тәүге алышта уҡ еңелә һәм һәләк була.

 
Ереван эргәһендәге Аргавандта 1413 йылда төҙөлгән Төркмән әмирҙәренең мавзолейы. Вандербурхтың «Эривань башнялары» гравюраһы, 1838 йыл.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Кембриджская история Ирана (The Cambridge History of Iran), том VI, стр. 154:

  2. Quiring-Zoche, R., "AQ QOYUNLŪ", Encyclopedia Iranica, <http://www.iranica.com/newsite/index.isc?Article=http://www.iranicaonline.org/articles/aq-qoyunlu-confederation>. Проверено 29 октябрь 2009. 

  3. Michael M. Gunter. Historical dictionary of the Kurds. — Scarecrow Press, 2004. — С. 3. — ISBN 0810848708, 9780810848702.

  4. Araxes river — Encyclopædia Iranica. W. B. Fisher, C. E. Bosworth:

  5. Энциклопедия Британника. Статья «Iraq», раздел «History», подраздел «The Turkmen (1410—1508)»
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 Рыжов К. В. Кара-Коюнлу // Все монархи мира. Мусульманский Восток. VII—XV вв. — М. : Вече, 2004.
  7. Шнирельман В. А. Войны памяти: мифы, идентичность и политика в Закавказье / Рецензент: Л. Б. Алаев. — М.: Академкнига, 2003. — С. 199. — 592 с. — 2000 экз. — ISBN 5-94628-118-6.

  8. Всемирная история. Т.7, Т.10, Т.11.: Минск, 1996
  9. 9,0 9,1 Clifford Edmund Bosworth. «The new Islamic dynasties: a chronological and genealogical manual». — Edinburgh University Press, 2004 — p. 273—274 — ISBN 0-7486-2137-7
  10. Сайт Министерства культуры и туризма Турецкой Республики  (төр.)
  11. ‘Karakoyunlu Tarihi Mezar Taşları Dile Geliyor’  (төр.)
  12. Рыжов К. В. Все монархи мира. Мусульманский Восток VII—XV вв. — М.: Вече, 2004. — С. 225. — ISBN 5-94538-301-5, ББК 63.3 (5) P 93.
  13. Библиотека классической тюркской поэзии
  14. V. Minorsky. Jihān-Shāh Qara-Qoyunlu and His Poetry (Turkmenica, 9). Bulletin of the School of Oriental and African Studies, University of London. — Published by: Cambridge University Press on behalf of School of Oriental and African Studies, 1954. — V.16, p . 272, 283:

  15. Nagendra Singh. «International encyclopaedia of Islamic dynasties» — Anmol Publications, 2002 — p. 190 — ISBN 81-261-0403-1(недоступная ссылка)
  16. Пигулевская И. В., Якубовский А. Ю., Петрушевский И. П., Строева Л. В., Беленицкий А. М.. «История Ирана с древнейших времен до конца XVIII века.» Глава 19. Западный Иран и сопредельные области во второй половине XV в., 1958. 2014 йыл 22 февраль архивланған.
  17. М. С. Иванов «История Ирана», Издательство МГУ, 1977. Стр. 164:

  • Мюллер А. История ислама. — М.: Астрель. 2004. — Т. 3-4.
  • Рыжов К. В. Все монархи мира. Мусульманский Восток. VII—XV вв. — М. : Вече, 2004.
  • Bosworth, Clifford. The New Islamic Dynasties, 1996.
  • Morby, John. Oxford Dynasties of the World, 2002.

Һылтанмалар

үҙгәртергә