Викидатала элемент юҡ

Алһыу — башҡорт, шул иҫәптән башҡа төрки телле халыҡтарҙа ҡатын-ҡыҙ исеме.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Алһыу (Алсыу, Алсу) — башҡорт телендә аҡһыл ал төҫ; алһыу йөҙлө мәғәнәһендә[1][2].

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Алһыу (27 июнь 1983 йыл) — йырсы, телевизион тапшырыуҙар алып барыусы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2018), Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2019), Татарстан Республикаһының атҡаҙанған (2000) һәм халыҡ (2010) артисы, ЮНЕСКО-ның тыныслыҡ өсөн артисы (2011). Бөгөлмә ҡалаһының почётлы гражданы (2000).

Алһыу Бәхтиева (26 июль 1970 йыл) — театр актёры, йырсы. 1993 йылдан Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры, 2000 йылдан — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2004). Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2021)[3].

Алһыу Шәфиғуллина Тәлғәт ҡыҙы (27 сентябрь 1973 йыл) — бейеүсе. 19912015 йылдарҙа Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2010), Башҡортостандың халыҡ артисы (2000).

Саяпова Алһыу Рәфҡәт ҡыҙы (10 апрель 1952 йыл) — иҡтисадсы, иҡтисад фәндәре докторы, профессор.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Алһыу мәсет (Ҡазан)(татар. Ал мәчет; Унынсы йәмиғ, татар зыяраты эргәһендә, тәпәш бохар, Йәшел) — Ҡазандың Яңы-Татар слободаһындағы мәсет. 1906 йылда сауҙагәр Ғәликәйев Мөхәмәтсадыҡ аҡсаһына төҙөлгән. 1931 йылда. ябыла. Архитекторы билдәһеҙ. Исемен стеналарының төҫө буйынса ала. Мәжит Ғафури урамы, 67-сы һанлы йортта урынлашҡан. 1998 йылда элекке мәсет бинаһы Ислам динен ҡабул итеүгә 1000 йыл исемендәге Мәҙрәсәгә тапшырыла.

"Алһыу погондар" —Борис Изюмскийҙың роман-тетралогияһы. 1948 йылда повесть итеп яҙылған. Артабан повесть роман-трилогияға: «Начало пути», «Зрелость», «Дружба продолжается» — әйләндерелгән, һуңғараҡ «Подполковник Ковалёв» әҫәре романдың дүртенсе киҫәгенә әүерелгән. 1953 йылда роман буйынса «Честь товарища» кинофильмы, 1980 йылда 3 сериялы «Алһыу погондар» телефильмы төшөрөлә.

Алһыу ойоҡ —  Антон Павлович Чехов хикәйәһе. 1886 йылда яҙыла, тәүге тапҡыр «Осколки» журналының 33-сө һанында 1886 йылдың 16 авгусында А. Чехонте ҡултамғаһы аҫтында баҫылып сыға.

Алһыу йөнтәҫ бәшмәк (лат. Lactarius torminosus) — һөтлө бәшмәктәр (лат. Lactarius)һарыҡ бәшмәге ғаиләһенән булған ашарға яраҡлы бәшмәк.(лат. Russulaceae).

 

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ