Алһыу погондар (роман)

«Алһыу погондар» — Борис Изюмскийҙың роман-тетралогияһы. 1948 йылда повесть итеп яҙылған. Артабан повесть роман-трилогияға: «Начало пути», «Зрелость», «Дружба продолжается» — әйләндерелгән, һуңғараҡ «Подполковник Ковалёв» әҫәре романдың дүртенсе киҫәгенә әүерелгән. 1953 йылда роман буйынса «Честь товарища» кинофильмы, 1980 йылда 3 сериялы «Алһыу погондар» телефильмы төшөрөлә.

Алһыу погондар
«Алһыу погондар» фильмының тышы
«Алһыу погондар» фильмының тышы
Жанр

хикәйә

Автор

Борис Изюмский

Төп нөхсә теле

русса

Ижат ителгән ваҡыты

1948-1954

Тәүге тапғып нәшер ителгән

1948

Нәшриәт

Ростиздат

Баҫмалар

үҙгәртергә

19481954 йылдарҙа Новочеркасск Суворов хәрби училищеһы яҙыусы Борис Васильевич Изюмский «Алһыу погондар» повесын яҙа. Повеста училищеның тәүге эш йылдары, суворовсыларҙың яҙмышы, уларҙың ҡылыҡтарын тәрбиәләү тураһында һөйләнелә.

Китаптың тәүге баҫмаһы 1948 йылда 10 мең дана тиражы менән сыға. 1950 йылда Дондағы Ростовта повесть бер аҙ тулыландырылып һәм автор тарафынан әҙерәк үҙгәртелеп баҫыла.

1954 йылда Борис Васильевич әҫәрҙең тағы ла ике киҫәген яҙып бөтөрә. Шунлыҡтан уның элекке 1948 һәм 1950 йылдарҙа сыҡҡан повесы «В начале пути» китабының беренсе киҫәгенә әйләнә. Китаптың икенсе киҫәге «Призвание», ә өсөнсөһө — «Дружба продолжается» тип атала. Шул уҡ йылдың беренсе яртыһында китап «Молодая гвардия» нәшриәтендә 165000 дана тиражлы булып, икенсе яртыһында — «Ростиздат»та 15 мең дана тиражлы булып баҫыла. Уларҙың йөкмәткеһе үҙгәрешһеҙ ҡала, бары тик иллюстрациялары ғына үҙгәртелә. Дондағы Ростовта китаптың иллюстрацияларын рәссам Н. Драгунов, ә Мәскәүҙә — рәссам К. Кищеев төшөрә. Китаптың Мәскәүҙә донъя күргән баҫмаһы трилогия итеп сығарыла.

1975 йылда «Ростиздат»та «Подполковник Ковалёв» повесы сыҡҡас, әҫәрҙе «Алһыу погондар» роман-тетралогияһы тип йөрөтә башлайҙар.

«Ҡыҙыл погондар» романы үҙ уҡыусыларын Совет Армияһының буласаҡ офицерҙары — суворов хәрби училищеһы уҡыусылары менән таныштыра. Китаптың беренсе киҫәгендәге ваҡиғалар 1943—1944 йылдарҙа, ә дүртенсе киҫәгендә ХХ быуаттың етмешенсе йылдарында бара. Автор китап уҡыусылар менән бергәләп училищела тәрбиәләнеүселәрҙең утыҙ йыллыҡ ғүмерен, уларҙың уҡыуҙан һуң кем булып сығыуҙарын күҙ алдына баҫтыра.

Романдың беренсе киҫәге «Вице-сержант Ковал`в», һуңғыһы — «Подполковник Ковал`в» тип атала. Роман киҫәктәренең барыһының да башында — төп геройға әйләнгән кешенең исеме.

Әҫәрҙә автобиографик элементтар ҙа бар. Романдағы персонаждар Боканов һәм Зорин һуғышҡа тиклем педагог булып эшләй, һуғышта яраланып ҡайтҡандан һуң, улар икеһе лә суворов училищеһына эшкә ебәрелә. Майор Веденкин, романдың авторы кеүек үк, үҙе уҡытҡан фәнде — тарихты ярата. Капитан Беседа, яҙыусы кеүек үк, көндәлек һәм ҡуйын дәфтәре алып бара.

Роман геройҙары араһында атаһы һуғышта һәләк булған Володя Ковалев; прокламация яҙған өсөн фашистар тарафынан ата-әсәһе аҫылған Артем Каменюка; атаһы үлгән, ә һеңлеһе Германияға ҡоллоҡҡа алып кителгән Сенька Самсонов; ағаһы гестапола үлтерелгән, ә улының күҙ алдында атаһы яндырылған Семен Гербовтар бар.

Романдың беренсе киҫәге фашизмды еңеү һәм бөтә халыҡ шатлығын күрһәтеү менән тамамлана.

Романдың икенсе киҫәге «Зрелость (Өлгөргәнлек)» тип атала. Унда шул уҡ геройҙар күрһәтелгән. Икенсе киҫәктең аҙағында Ковал`в, Гербов, Снопков һәм башҡалар, училищены тамамлап, Ленинградҡа уҡыуҙарын дауам итергә китә.

Романдың өсөнсө киҫәге «Дружба продолжается (Дуҫлыҡ дауам итә)» тип атала. Был киҫәктә Володя Ковалев һәм Семен Гербов, Володя һәм Галинканың , училищене тамамлаусыларҙың педагог Боканов һәм башҡа тәрбиәселәр менән дуҫлығы күрһәтелә.

Романдың дүртенсе киҫәгендә подполковник Владимир Петрович Ковал`в суворов училищеһы тәрбиәләнеүселәре тураһында «Военная косточка» повесын яҙа.

Адаптациялар

үҙгәртергә

1953 йылда китап буйынса «Честь товарища» кинофильмы, 1980 йылда повесть мотивтары буйынса А. П. Довженко исемендәге Үҙәк балалар һәм үҫмерҙәр киностудияһында режиссёр Олег Гойда 3 сериялы "Алһыу погондар "телефильмын төшөрә.

Изюмский, Борис Васильевич (1915—1984). Алые погоны : роман / послесл. Е. Джичоевой. — Москва : Молодая гвардия, 1975. −703 с. : ил.

Һылтанмалар

үҙгәртергә