Алтыбаев Нурбай

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, шайморатовсы

Алтыбаев Нурбай (рус. Алтыбаев Нурбай Брагинович (Бралиевич)) (10 март 1908 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия лейтенанты[1]. 112-се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһы 58-се гвардия кавалерия полкының 4-се эскадроны взводы командиры. Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1943) кавалеры[1].

Алтыбаев Нурбай
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 10 март 1908({{padleft:1908|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (116 йәш)
Хәрби звание лейтенант[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы

Биографияһы үҙгәртергә

Нурбай Алтыбаев (атаһының исеме төрлөсә яҙыла: Брагин, Брәле) 1908 йылдың 10 мартында Башҡортостандың Баймаҡ районы Ғәҙелбай ауылында тыуған. 1941 йылдың 29 сентябрендә[2] БАССР-ҙың Өфө ҡалаһы хәрби комссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла[1]. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында (1943 йылдың февраленән 16-сы гвардия Чернигов дивизияһы) взвод командиры булып хеҙмәт итә. Ҡыйыу яугир күрһәткән батырлығы өсөн 1943 йылдың 31 октябрендә «Ҡыҙыл Байраҡ» менән бүләкләнә[3]. Документтарҙа Өфөлә Посадская урамы, 8 йорт, 1 фатирҙа йәшәгән ҡатыны Анисия Г. күрһәтелгән[4]. «Память народа» сайтында хеҙмәт башлау ваҡыты — 1930 йылдың сентябре, хеҙмәтте тамамлау ваҡыты 1946 йылдың 28 феврале, тип күрһәтелгән[5].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Ҡыҙыл Йондоз ордены (1943);
  • «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә