Аллаяров Сабирйән Аллаяр улы

112-се Башҡорт (16 гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһы составындвғы 50-се гвардия полкы батареяһының 40 миллиметрлы орудие номеры. Гвардия ҡы

Аллаяров Сабирйән Аллаяр улы (рус. Аллаяров Сабирьян Аллаярович; 1907 — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составындвғы 50-се гвардия полкы батареяһының 40 миллиметрлы орудие номеры. Гвардия ҡыҙылармеецы[1].

Аллаяров Сабирйән Аллаяр улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1907
Тыуған урыны Яңы Тәтешле, Тәтешле районы
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание рядовой һәм ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы

Биографияһы үҙгәртергә

Сабирйән Аллаяр улы Аллаяров 1907 йылда Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Тәтешле районы) Яңы Тәтешле ауылында тыуған.

1941 йылда БАССР-ҙың Тәтешле районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла.

Гвардия ҡыҙылармеецы Аллаяров Сабирйән Аллаяр улы 112-се Башҡорт (16 гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһы составындвғы 50-се гвардия полкы батареяһының 40 миллиметрлы орудие номеры булып хеҙмәт итә[2].

1943 йылдың 25 ноябрендә яралана. «Халыҡ хәтере» сайтында яраланды тип яҙылған, әммә ҡабат ҡайтарып булмаған юғалтыу тигән билдәһе лә бар[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (1945)[2]

Хәтер үҙгәртергә

Аллаяров Сабирйән Аллаяр улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ҙың Тәтешле районы Яңы Тәтешле ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә