Яңы Тәтешле (рус. Новые Татышлы) — Башҡортостандың Тәтешле районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 550 кеше[1]. Почта индексы — 452838, ОКАТО коды — 80250855001.

Ауыл
Яңы Тәтешле
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Тәтешле районы

Координаталар

56°13′28″ с. ш. 55°56′08″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 250 855 001

ОКТМО коды

80 650 455 101

ГКГН номеры

0660896

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Яңы Тәтешле (Рәсәй)
Яңы Тәтешле
Яңы Тәтешле
Яңы Тәтешле (Башҡортостан Республикаһы)
Яңы Тәтешле

Халыҡ һаны үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 550 263 287 47,8 52,2

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек удмурттар (82 %) йәшәй[2].

Географик урыны үҙгәртергә

  • Район үҙәгенә тиклем (Тәтешле): 10 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйәҙе): 35 км

Ауыл тарихы үҙгәртергә

1843-1858 йылдар араһында Яңы Тәтешле ауылы барлыҡҡа килә. Яңы ауылда йәшәүселәр шул уҡ исемле башҡа ауылдарҙан күсеп килгән. 1859 йылда 31 ихатаға 209 кеше тура килгән. 1920 йылда 144 йортта 795 удмурт һәм башҡорт йәшәгән.[3]

Ауылдың бер класлы земство училищеһы булған. 1908-1909 уҡыу йылында 21 бала белем алған, уларҙың 15-е киләһе бүлектәргә күсерелгән, өсәүһен икенсе йылға ҡалдырғандар.

2002 йылға торошла ауылда удмурттар йәшәй. Ауылда урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Шулдыр жыт” удмурт халыҡ фольклор ансамбле), китапхана бар; удмурт тарихи‑мәҙә­ни үҙәге эшләй.[3]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә