Алжирҙа шарап етештереү

Алжи́рҙа шарап етештереү Антиклыҡҡа — атап әйткәндә, Карфаген һәм Боронғо Рим хакимлығы осорона барып тоташа. ХХ быуаттың беренсе яртыһында виноград ағасы биләгән майҙан 396 000 гектарға, ә йыллыҡ шарап етештереү 18 000 000 гектолитрға етә, һәм был осор Француз Алжиры дәүерендә илдә шарапты иң күп эшләгән мәл тип иҫәпләнелә. Икенсе донъя һуғышынан һуңғы йылдарҙа Алжир шарабы хаҡы дөйөм донъя хаҡтарынан юғарыраҡ була, әммә шуға ҡарамаҫтан, ул Франция колониаль биләмәләренән сыҡҡан импорттың 22 процентын ғына тәшкил итә. 1962 йылда Алжир, бойондороҡһоҙлоҡ алып, шарап һатыуҙағы төп баҙарҙы юғалтҡандан һуң шарап етештереү ҡырҡа кәмей, ләкин ил элеккесә шарап етештереү буйынса икенсе һәм Африка континентының бөтә илдәре араһында шарап экспортлау буйынса бишенсе урынды биләй.

Алжирҙа шарап етештереү
Дәүләт  Алжир
 Алжирҙа шарап етештереү Викимилектә
Рим мозаикаһы — ауыл хужалығы эштәрен һүрәтләгән серияның бер өлөшө. Шершелдәге археология музейы йыйылмаһынан

Тарихҡаса булған дәүерҙән алып XVIII быуатҡа тиклем

үҙгәртергә
 
Виноградник на перголе — римская мозаика в Шершеле
 
Амуры-виноградари — римская мозаика в Гиппоне

Борон замандан ҡырағай виноград (йәки урман винограды) Алжирҙың Урта диңгеҙ ярҙарында ағас олонона уралып үҫер булған. Виноград емеше еләк ҙурлығында ғына була, уны берберҙар өлгөргән сағында йәки киптереп тә ашаған[1].

Карфагендә йәшәүселәр, ҡырағай винограды сәскәһендәге һеркә менән баҡса виноградын һеркәләндереп(Vitis vinifera silvestris с Vitis vinifera sativa) тәүҙә уны Бон моронона ултырта, шунан инде бөтә яр буйы биләмәләренә таратып ултырта башлайҙар. Виноградтың урындағы сорттары нигеҙендә барлыҡҡа килгән яңы төрө ашхана виноградтарында һаҡланып ҡалған: улар хәҙер кабиль сорты тип йөрөтөлә. Буласаҡ Алжир территорияһын Рим дәүләте яулап алғас, был ерҙәр культуралы эшкәртелә башлай. Унда бойҙай ҙа үҫтерелә, ләкин Цезарея Мавритания (хәҙерге заманда Шершель), Гиппон (Аннаба) йәки Куикуль (Джемила) кеүек ҡалаларҙа шарап эшләү традициялары һаҡланып ҡала. Виноград һәм виноград үҫтереүселәрҙең һүрәттәре сағылдырылған мозаикалар беҙҙең көндөргө тиклем һаҡланып ҡалған[1].

VII быуатта был ерҙәрҙе ғәрәптәрҙең баҫып алыуы төбәктә виноград үҫтереү кәсебенә кире йоғонто яһай, ашхана виноградын үҫтереү дауам итһә лә, исламда тыйылған шөғөл булараҡ, шарап етештереү тыйыла. Шуның менән бергә виноград үҫтереү һәм шарап етештереү менән шөғөлләнеүҙе ташламаған ҡайһы бер бербер ҡәбиләләрендә ислам дине киң таралыу алмай. Шул осор сәйәхәтселәренең баҙарҙарҙа татлы хөрмә (финик), баллы һәм йөҙөм шараптарын табырға мөмкин булыуы тураһындағы хәтирәләре һаҡланған[1].

Алжир йәһүдтәре рөхсәт ителгән (кошерный) шарап етештереүҙе дауам итә. Оранияға күсенеп килеп йәшәй башлағас, испандар виноград үҫтереүҙе ҡайтанан тергеҙә. Шарап етештереүселәрҙең даими клиенттары: төрөк янычарҙары, христиан динен тотҡан ҡолдар, Европаның һәм сауҙа суднолары экипаждары. Ғосманлы Алжир подданныйҙары ла йәшереп кенә шарап ҡулланыуға әүәҫ була[1].

1830 йылда француздар баҫаҡынсылығы башланыр алдынан Алжир виләйәтендә виноград үҫтерелгән майҙан ни бары 2000 гектар ерҙе биләгән була. Виноград үҫентеләре башҡа культуралар сәсәелгән баҫыуҙарҙы бер-береһенән айырыу өсөн генә файҙаланылған була. Ә йөҙөм емеше яңы өлгөргән көйө лә, ҡоро килеш тә аҙыҡ итеп ҡулланыла[2].

1836 йылда француз маршалы Клозель Буфарик торлаҡ пункты тирәһендә ауыл хужалығы производствоһын юлға һалырға тырышып ҡарай, әммә 1839 йылда хәрби хәрәкәттәр башланыу сәбәпле, уның тырышлыҡтары уңышһыҙлыҡҡа осрай[3].

Был ерҙәрҙе беренселәрҙән булып эшкәртә башлағандар иген игеүҙе хуп күрә, сөнки был культураны игеү әллә ни ҙур сығымдар талап итмәй. Ә уртаса сифатлы шарап Франциянан һәм Испаниянан һатып алына. 1841 йылда Клозель урынына килгән маршал Бюжо был илдә шарап етештереүҙе юлға һалырға ҡарар итә һәм Алжирҙың ауыл хужалығы йәмғиәтенә виноградсыдыҡты үҫтереү планын төҙөргә ҡуша[3].

Эште башлап ебәреү бик оҙаҡҡа һуҙыла һәм бик ҡатмарлы була.1851 йылда 41 үҙәк был ерҙәргә килеп төпләнгәндәргә Франциянан килтерелгән виноград сыбыҡсалары таратып бирелә, әммә уларҙың бик аҙы ғына төплөнеп үҫеп китә[3]. Шуға ҡарамаҫтан 1858 йылда виноград биләгән майҙан 4374,72 гектарға барып етә, ә 1861 йылда был культура 5564,49 гектар ерҙе биләй. Виноград баҡсалары, нигеҙҙә, Алжирҙың өс провинцияһында урынлаша: Алжир (2352,30 гектар), Оран (2574,85 гектар) һәм Константин (637,34 гектар). Аҡ һәм ҡыҙыл шарап етештереү 36 682 гектолитрға етә[4].

 
Эль-Медхилағы виноград баҫыуы
 
Сетифского шарабы жетоны, 1875 йыл тирәһе

1861 йылда генерал-губернатор маршал Пелисье Алжир ҡалаһы янында, дөрөҫөрәге Бирхадем һәм Бир-Морат-Раисала ике шарап ҡойоу хужалығын аса[1]. Бир-Морат-Раисалағыһы ныҡлап аяҡҡа баҫа һәм ваҡыт үтеү менән бик ҙур шарап ҡойоу хужалығына әйләнә[3], хәҙер ул 6500 гектар майҙанды биләй[5].

Илдә әкренләп шарап ҡойоу эше киң тарала, 1862 йылда Лондонда үткән Бөтә донъя күргәҙмәһендә Алжир шарабын 80 тирәһе етештереүсе күргәҙмәлә ҡатнашыусылар иғтибарына тәҡдим итә[2].

1868 йылда кардинал Лавижри Мезон-Каррела Улид-Адда хужалығында виноград баҡсаһын булдыра. Бында етештерелгән шарап тәүҙә тик ғибәҙәт ҡылыу ихтыяждары өсөн генә ҡулланыла, әммә 1930 йылда хужалыҡта шарап етештереү күләме йылына 50 000 гектолиртрғаса барып етә, өҫтәүенә, бында етештерелгән шараптарҙың ҡайһы бер маркалары киң танылыу ала бара.

1875 йылдан башлап, Франция һәм Европалағы виноград баҡсаларын филлоксера ҡырғандан һуң, Алжир вино етештереүселәрҙең «мәккәһенә» әүерелә. Алжирҙың генерал-губернаторы Альфред Шанзиға Франция мөгәрәптәрен Алжир шарабы менән тултырыу мөмкинлеге тураһындағы хәбәр ҙә килеп төшә[3]:

1880 йылдан башлап Эро, Гар һәм Од департаменттарынан виноград үҫтереүселәр Алжирға килә башлай һәм илдең төньяҡ-көнбайыш ярында төпләнә. Бер нисә йыл эсендә 125 000 гектар ерҙә виноград баҫыуҙарын булдырып, улар Алжирҙың йөҙөн үҙгәртә. Тотош йөҙ йылға шарап Алжирҙың төп килем сығанағы була[5], уны етештереү 1851 йылдың 11 ғинуарында сыҡҡан законға ярашлы хуплана, уның буйынса метрополияға ауыл хужалығы аҙыҡ-түлеген индергәндә кәсепсе пошлиналарҙан азат ителә [3].

 
Виноградники в Аббатстве Нотр-Дам де Стауэли[fr]
 
Оран портында карапҡа шараплы мискәләрҙе тейәү, 1898

«Алжир банкы» был ерҙәргә килеп төпләнгәндәргә виноград баҫыуҙарын булдырыу һәм кәрәкле ҡорамалдар һатып алыу өсөн фондтар тәҡдим итә, шул уҡ ваҡытта банк ҡәтғи рәүештә недоимкаларҙы түләттерә. Шуға ҡарамаҫтан, кредитҡа ихтыяж шул тиклем ҙур була, хатта улар был ихтыяжды тулыһынса тәьмин итә лә алмай[3].

Шул уҡ ваҡытта Францияла шарап етештереү тергеҙелә, ә Алжирҙа филлоксера сире килеп сыға. Бынан тыш, сауҙагәрҙәр юғары градуслы шараптарҙы талап итә башлай, ә уларҙы етештереү Алжирҙа юлға һалынмаған була. Ошо сәбәптәр арҡаһында Алжир шарабына ихтыяж кәмей. [3].

XХ быуаттың беренсе яртыһы

үҙгәртергә
 
Арзев портында карапҡа шараплы мискәләрҙе тейәү
 
Алжирҙың шарап етештереү урындарының картаһы, начало 1900-сы йылдар башы
 
Виноградты үлсәү, Оран, 1909
 
Оран портында шараплы мискәләрҙе карапҡа тейәү
 
Виноград һутын һурҙыртыу, Оран, 1909
 
Эль-Ансорҙағы шарап етештереүсе «Кло-Солей» хужалығы, һулда — халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә яуланған наградалар

1914 йылға Алжирҙа виноград баҡсалары майҙаны 150 000 гектарға етә. Беренсе донъя һуғышы тамамланғандан һуң виноград баҡсалары биләгән майҙан артҡандан-арта бара, 1918 йылда улар 171 723 гектар майҙанды биләй[3].

1930 йылда үткәрелгән Ауыл хужалығы конкурсында жюри Алжирҙа етештерелгән шараптарҙың ҡайһы бер сорттарының тәме бордоның иң яҡшы сорттары тәменән айырылмауын таный. Шулай уҡ күләм һәм етештереү арта: мәҫәлән, Буфарик кооперативы шарап етештереү күләмен 60 000 гектолитрға арттырыуҙы планлаштыра; Митиджела виноград баҡсалары ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе тотошлайы менән биләй. Алжир һәм Оран порттарынан шарап тейәлгән караптар бер туҡтауһыҙ китеп тора[5].

1935 йылда Алжирҙа виноград баҡсалары майҙандары 396 000 гектар майҙанды биләй, йылына шарап етештереү 18 000 000 гектолитрға етә. Етештерклгән продукцияның 98 проценты метрополияға оҙатыла[5]. 1936 йылда виноград баҡсалары майҙаны 399 447 гектарға етә[3]. 1930-сы йылдарҙа Алжир донъяла шарап етештереүселәр араһында 4-се урынды алып тора һәм донъялауның өлөшөнә шарап экспортлауҙың өстән ике өлөшө тура килә (Италияға 7 %, Францияға — 4,3 %, Испанияға 3 % тура килә)[6].

1950 йылдан башлап шарап етештереү тотороҡлана, — виноград баҡсалары 380 000 гектар майҙанды биләй, һәм йылына 16 000 000 гектолитр шарап етештерелә[5].

Алжирҙан экспортҡа сығарылыусы тауарҙар араһында шарап төп урынды биләй, шул уҡ ваҡытта Францияға индерелгән сит ил тауарҙары араһында ла ҙур ғына урынды алып тора. Ә бит Алжир шарабы әллә ни арзан булмай, хатта тап Алжир шарабы донъя баҙарында шараптың хаҡын күтәреүҙә төп ролде уйнай, сөнки ул грек, испан һәм португал шараптарынан 75 проценҡа ҡиммәтерәк була[7].

1962 йылда Алжирҙың бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителгән мәлдә виноград баҡсалары 350 000 гектарҙы биләй, һәм илдә йылына шарап етештереү 14 000 000 гектолитрҙан 18 000 000 гектолитрға тиклем шарап етештерелә. Ауыл хужалығы ерҙәренең ни бары 10 процентын ғына биләгән йөҙөм баҡсалары табыштың 30 процентын тәьмин итә. Виноград үҫтереү менән 32 140 ғаилә шөғөлләнә.[8]

Бойондороҡһоҙ Алжирҙа

үҙгәртергә

1962 йылда Алжир бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң шарап етештереү тармағы тәрән көрсөккә дусар була. Алжир шарабын төп һатып алыусы булған француздар Төньяҡ Африканан шарап һатып алыуға бойкот иғлан итә, ә илдәге эске баҙар әллә ни үҫешмәгән була[5]. Алжир Көнбайыш Германияға һәм Бенилюкс илдәренә бер ни тиклем шарап һата, әммә был ғына француз баҙарын юғалтыуҙы ҡаплай алмай[9].

 
1983 йылда етештерелгән алжир шарабы

Был хәл социалистик Алжир хөкүмәтен Көнсығыш блок илдәре менән бәйләнешкә инергә мәжбүр итә. 1968 йылда Алжир СССР-ға 1 000 000 гектолитр шарап һата, шулай уҡ 1969—1975 йылдарҙа тағы ла 5 000 000 гектолитр шарап һатыуға килешеү төҙөлә. Ләкин Советтар Союзы шарапты Франция түләгәндең ярты хаҡына һатып алырға риза була. Өҫтәүенә Мәскәү СССР-ҙа етештерелгән тауар менән иҫәпләшергә теләй. 1971 йылда булып үткән өҫтәлмә һөйләшеүҙәр ҙә хәлде үҙгәртмәй. Алжир шарабын Чехословакия һәм Кубаға һатырға тырышып ҡарай, ләкин был баҙар ҙа табыш килтермәйы[9].

1970-се йылдар башында Алжир нефть-газ тармағы предприятиеларын националләштерә, шуға бәйле Алжир менән Франция араһында дипломатик көрсөк хасил була. Франция шарап һатып алыуҙы бөтөнләй туҡтатыу менән янай. Уға яуап итеп Алжир президенты Хуари Бумедьен тиҫтәләгән мең гектар майҙанда виноград баҫыуын һөрөү тураһында күрһәтмә бирә[10]. Виноград үҫтереү «колониализм мираҫы» тип таныла, һәм Юғары революцион советтың 1971 йылдың 15 июлендә булған кәңәшмәһендә 1973 йыл аҙағына тиклем 150 000 гектар майҙанды биләгән виноград баҡсаһын юҡ итеү тураһында ҡарар ҡабул ителә[9].

Бушаған майҙандарға иген культуралары сәселә башлай. Был ҡарар иҡтисади һәләкәткә килтерә: бөтәһенән элек, илгә валюта керемдәр бөтөнләй инмәй, хатта килешеү буйынса СССР-ға шарап ебәреү күләме үтәлмәй. Иген игеүҙә эшсе ҡулдарының аҙыраҡ талап ителеүе эшһеҙлекте барлыҡҡа килтерә[11]. Виноград баҡсаларын бөтөрөү экологик һәләкәткә килтерә. Үҫентеләре йолҡонған убалар ер эрозияһына бирешә[10].

1980—1990 йылдарҙа шарап етештереү йылдан-йыл кәмей бара: 1981—1985 йылдарҙа йылына уртаса 1 010 000 гектолитр шарап етештерелә, 1986—1990 йылдарҙа — 687 000 гектолитров, 1991—1995 йылдарҙа — 536 000 гектолитров, 1996 йылдан — ни бары 396 000 гектолитров. 1998 йылда Митиджела йөҙөм баҡсалары майҙаны 56 000 гектар ғына тәшкил итә[11].

Хәҙерге торошо

үҙгәртергә

Төп нөхсәнең сығышын контролләү

үҙгәртергә
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Алжир
 
Оран
 
Константина
7 винодельческих регионов Алжира с контролем подлинности происхождения

1970-се йылдарҙа шарап етештереү тармағын тамырынан бөтөрөү менән бер рәттән, бик юғары сифатлы продукт булараҡ Алжир шарабын донъяла танытыу буйынса саралар ҙа күрелә.

Йөҙөм майҙандары ҡырҡа кәмеүгә ҡарамаҫтан, бөтә Урта диңгеҙ ярҙарындағы илдәр плантацияларында һорау менән файҙаланылған сорттарҙы үҫтереү һаҡлана[9]. 1970 йылда был системаны индереүгә бәйле илдә шараптың төп нөхсәһен һаҡлауға контроль системаһы булдырыла, улар A. O. G. тип атала (франц. Appellation d'Origine Garantie — французсаға оҡшатып. Бөтә виноград баҡсалары араһынан 7 төбәк һайланып алына, уларҙа етештерелгән шарап төбәк исеме күрһәтелгән махсус маркировка менән билдәләнә[12]:

  Айн-Бессам-Буйра (Aïn-Bessem-Bouïra) — бында ҡыҙыл һәм алһыу шарап етештерелә[13].

  Дахра (Dahra) — Урта диңгеҙ убалары һырттарында 100 метрҙар 400 метрға тиклемге бейеклектә ҡомло-эзбизле ерҙәрҙә үҫкән виноград баҡсалары. Ҡыҙыл һәм алһыу шарап етештерелә. Был өлкәлә 300 гектар майҙанды биләгән Château Tajna һәм Domaine de Khadra (400 гектар) шарап етештереү хужалыҡтары урынлашҡан. Fleur d’Aboukir ҡыҙыл шарабы башҡа танылған маркалар иҫәбенә инә[9][13]

  Кото дю Заккар (Coteaux du Zaccar) — 600 метрҙан 800 метрға тиклем бейеклектә урынлашҡан Джебель-Герби һыртының көнсығышындағы виноград баҡсалары, ерҙәре балсыҡтан, һәүерташтарҙан һәм эзбизле ҡомдан тора. Ҡыҙыл шарап етештерелә. Танылған шарап етештереү хужалыҡтары — Château Romain (380 гектар)[9][13].

  Кото де Маскара (Coteaux de Mascara)— 500 метрҙан 950 метрға тиклемге бейеклектә Бени-Шугран һыртында урынлашҡан виноград баҡсалары, дөйөм майҙаны 3000 гектар. Ҡыҙыл, алһыу һәм аҡ шарап етештерелә. Танылған шарап етештереүсе хужалыҡтар — Château Beni Chougrane (400 гектар) һәм Domaine de El Bordj (250 гектар). Koutoubia һәм Fares[13][9] башҡа танылған маркалар араһында.

  Кото де Тлемсен (Coteaux de Tlemcen) — Тлемсен һырты битләүҙәрендә урынлашҡан, дөйөм майҙаны 1500 гектар. Емеш-еләк тәме килеп торған ҡыҙыл, алһыу һәм аҡ шарап етештерелә. Танылған шарап етештереүсе хужалыҡтар — Château Mansourah (250 гектар) һәм Domaine de Sebra (385 гектар). Domaine de Djedel (350 гектар). Танылған маркаһы — Tlemcen, Bréa[13][9].

  Медеа (Médéa) — Телль-Атлас тау һырттарында урынлашҡан. Ҡыҙыл, алһыу, һоро һәм аҡ шарап етештерелә. Танылған хужалыҡтар — Château Tellag (532 гектар) һәм Domaine de Djedel (350 гектаро). Танылған маркаһы — Damiette, Benchicao[9][13].

  Мон дю Тессала (Monts du Tessalah) — Тессала[fr] һырты битләүҙәрендә урынлашҡан. Ҡыҙыл һәм алһыу шарап етештерелә, танылған маркаһы — Saint-Augustin[13].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Джефф Адамс, Кристин Остин, Ричард Боденс, Кэтлин Бакли, Стивен Брук и др. Вина мира. Путеводитель. — Москва: Dorling Kindersley, АСТ, Кладезь, 2014. — 688 с. — ISBN 978-5-17-083878-3.
  • Alexandre Abellan. Quand l’Algérie produisait 17 millions d’hectolitres de vin (фр.). Algérie : renouveau de la viticulture. Djamel Belaid : Collection Brochures Agronomiques (14 mars 2013). Дата обращения 23 ноября 2017. Архивировано 23 ноября 2017 года.
  • Amal Belkessam. La production algérienne de vins croît chaque année de 10 % (фр.). Econostrum : l’actualité économique en Méditerranée (26 février 2010). Дата обращения 25 ноября 2017. Архивировано 14 мая 2017 года.
  • Paul Birebent. La vigne en Algérie (фр.). Alger roi (2002). Дата обращения 29 октября 2017. Архивировано 8 августа 2016 года.
  • Paul Birebent. Les régions viticoles d’Algérie (фр.). Djamel Belaid : Collection Brochures Agronomiques (2012). Дата обращения 23 ноября 2017. Архивировано 23 ноября 2017 года.
  • Hubert Diemer. Le vignoble algérien des années " coloniales " (фр.). Algérie… Terre promise…. Дата обращения 29 октября 2017. Архивировано 23 ноября 2017 года.
  • Alain Huetz de Lemps. Le vin des colons d’Algérie // Boissons et civilisations en Afrique. — Bordeaux: Presses universitaires de Bordeaux, 2001. — С. 310—321. — 658 с. — (Grappes et millésimes). — ISBN 9782867812828.
  • Charles Lichtlé. Une histoire de la viticulture algérienne et de ses vins (фр.). Franceinfo (22 août 2016). Дата обращения 23 ноября 2017. Архивировано 10 апреля 2017 года.
  • Edgar Scotti. Petite histoire du vignoble en Algérie 1830—1962 (фр.). Cercle algérianiste (1987). Дата обращения 29 октября 2017. Архивировано 13 января 2017 года.
  • L’Algérie 2e producteur, 5e exportateur de vin en Afrique et 11e consommateur au monde (фр.). Huffpost Algeria (5 septembre 2015). Дата обращения 29 октября 2017. Архивировано 15 мая 2017 года.
  • Exposition universelle de 1862 à Londre. Section française. Algérie. — 1862. — P. 60—68.
  • Sept zones VAOG dans l’algérois et l’oranais (фр.). Grands Crus de l’Ouest (2015). Дата обращения 24 ноября 2017. Архивировано 24 ноября 2017 года.
  • Que reste-t-il de Boumédiène ? (фр.). Jeune Afrique (16 janvier 2011). Дата обращения 29 октября 2017. Архивировано 30 сентября 2017 года.