Төп менюны асырға

Яңысарҙар

Ғосман империяһы ғәскәренең даими пехотаһы
Солтан Морат IV яңысарҙар менән 
Ғосман империяһы яңысарҙары Родос цитаделен ҡамағанда
Яңысарҙар Смирнала патруллек итә
Яңысар офицерҙары

Яңысарҙар (төрөк. (йәничәри) — яңы яугир) — Ғосман империяһының 1365—1826 йылдарҙағы даими пехотаһы. Яңысарҙар сипаһтар (ауыр атлы ғәскәр) һәм аҡынсылар  (даими булмаған еңел атлы ғәскәр) менән бергә Ғосман империяһы ғәскәренең йәҙрәһен тәшкил иткән. Ҡапыҡоло (һүҙмә-һүҙ: ҡапҡа ҡоло, һарай ҡапҡаһы һаҡсыһы мәғәнәһендә; солтандың шәхси гвардияһы, рәсми рәүештә солтандың ҡолдары тип иҫәпләнгән профессональ яугирҙәрҙән торған) полктарының өлөшө булған. Яңысар полктары ғосман дәүләтендә полиция, һаҡ, янғын һүндереү, кәрәк булғанда, яза биреү функцияларын да башҡарған. 

ТарихыҮҙгәртергә

Ғосман империяһы киңәйгән һайын, уның ғәскәрен үҙгәртеп ҡороу ихтыяжы арта барған. Төп һөжүмсе көс сифатында ҡаты тәртипкә буйһонған регуляр йәйәүле частар төҙөү кәрәк булған.  Йәйәүле яңысар ғәскәре 1365 йылда  төрөк солтаны Морат I  тарафынан ойошторола. Яңы ғәскәргә 8—16 йәшлек христиан үҫмерҙәрен алғандар. Шулай итеп, яңысар ғәскәрҙәренең төп өлөшөн этник албандар, әрмәндәр, бошнаҡтар, болгарҙар, гректар, грузиндар, сербтар тәшкил иткән, ғәскәргә алынғас, улар ҡаты ислам йолаларында тәрбиәләнгән. Румелиянан (Европанан) йыйылған балаларҙы Анатолиялағы төрөк ғаиләләренә тәрбиәгә биргәндәр һәм киреһенсә. 

Яңысарлыҡҡа балалар йыйыу  (дәвширмә — ҡан һалымы) империяның христиан халҡына һалынған йөкләмәләрҙең береһе булған.  Ғосман хакимдары, урындағы халыҡтан йыйылған сипаһ ғәскәренә ҡаршы көс сифатында ҡолдарҙан яңысарҙар ғәскәрен туплап,  эске сәйәсәт мәсьәләһен дә хәл иткән.

Яңысарлыҡҡа разнарядка буйынса тик христиан балаларын алғандар; йәһүдтәр дәвширмәнән азат булған. Һуңыраҡ мосолман диненә күскән бошнаҡтар менән мосолман албандар ҙа солтандан балаларын яңысарлыҡҡа ебәреү хоҡуғын юллап алған: ҡапыҡоло сафтарында хәрби хеҙмәт күптәргә йәмғиәттә юғары урын биләү мөмкинлеген биргән. Шулай уҡ Истанбулда йәшәп, төрөк телендә һөйләшкән кешеләр, йәнә тәне йә аҡылы зәғифтәр, ғаиләлеләр ҙә дәвширмәнән азат ителгән. Күрәһең, ул осорҙағы иртә никахтар шуның менән аңлатылалыр. 

Яңысарҙар рәсми рәүештә солтандың ҡолдары тип иҫәпләнгән һәм даими торлаҡ урындары ҡаҙармаларҙа булған. 1566 йылға тиклем уларға өйләнеү һәм үҙ хужалығын булдырыу тыйылған. Вафат йә һәләк булған яңысарҙың мөлкәте полк мөлкәте ителгән.  Һуғыш сәнғәтенән тыш яңысарҙар каллиграфия, хоҡуҡ, теология, әҙәбиәт һәм телдәр өйрәнгән. Яраланған йә ҡартайған яңысарҙар пенсия алған. Күптәре ғәскәрҙән киткәс тә уңышлы карьера яһаған. 1683 йылда мосолман балаларын да яңысарлыҡҡа ала башлағандар. 

XVI быуат аҙағы —  XVII быуат башынан яңысарҙар корпусының тарҡалыуы башлана. Улар ғаилә ҡора, сауҙа һәм һөнәрселек шөғөлдәренә күсә. Яйлап яңысарҙар тәхет именлегенә янаған ҡеүәтле сәйәси көскә, һарай түңкәрелештәрендә ҡатнашыусыларға (яңысар фетнәләре солтандарҙы ҡолата һәм һәләк итә, мәҫәлән, 1524, 1622 һәм  1807 йылдарҙа) әйләнә.

Ниһайәт, 1826 йылда яңысарҙар корпусы   Махмүт II солтандың рәсми указы менән юҡҡа сығарыла, ә яңысарҙар фетнәһе аяуһыҙ баҫтырыла. 1826 йылдың 14 июнендәге операция барышында баш ҡалалағы яңысар ҡаҙармаларына  тоҫҡап 15 артиллерия залпы атыла.

Туплау һәм уҡытыуҮҙгәртергә

Дәвширмә үткәрелгәс, хеҙмәткә яраҡлы малайҙар Истанбулға йыйып алынған. Айырыуса һәләтлеләрен Әндәрүнгә ебәреп, һарай хеҙмәтенә әҙерләгәндәр. Ҡалғандарын яңысар корпустарына оҙатҡандар. Уларҙы хәрби эшкә өйрәткәндәр, тыңлаусан, буйһоноусан итеп тәрбиәләгәндәр. Башта малайҙарҙы төрөк ғаиләләренә тәрбиәгә  биргәндәр, ғаиләлә төрөк теленәислам диненә һәм хәрби эш нигеҙҙәренә уҡытҡандар. Шунан һуң үҫмерҙәрҙе уҡыу корпустарына ебәреп, унда алашарҙар ҡарауы аҫтында кәм тигәндә алты йыл уҡытҡандар.  Уларҙы күп төрлө ҡорал менән эш итергә  өйрәткәндәр. Һуңға табан малайҙарҙы йыйыу тәртибе үҙгәргән, мәҫәлән, 1568 йылда корпусҡа отставкалағы ҡайһы бер яңысарҙарҙың улдарын да алырға рөхсәт ителгән. Ә 1594 йылда үҙ ихтыяры менән килгән мосолмандар өсөн корпус асылған. 

БурыстарыҮҙгәртергә

  • баҫҡын һуғыштары;
  • гарнизон хеҙмәте;
  • солтанды һаҡлау;
  • ҡала полицияһы.

ҠоролошоҮҙгәртергә

 
Аға яңысар

Яңысарҙар корпусында (очак «ocak») 1000 һалдатлы полк (орта «orta») төп ғәскәри берәмек булып торған. Сәскә атыу замандарында орталар һаны 196-ға еткән. Полктар ойошторолошо һәм тәғәйенләнеше буйынса айырылған. Солтан Юғары баш командующий булған, әммә тактик етәкселекте аға башҡарған. Копустың юғары дәрәжәле офицерҙары  — сәкбанбашы һәм ҡул кәхйәсе. Яңысарҙар бәкташтарҙың дәрүиш ордены менән тығыҙ бәйле була, улар полк имамы вазифаһын башҡара. 

Корпустың күнекмә подразделениеларына, шулай уҡ Истанбулдың яңысарҙар гарнизонына Истанбул ағаһы командалыҡ итә.  Очак имамы   — дини башлыҡ,  бейтүлмалчы  баш ҡаҙнасы булаЯңысарҙар әҙерләү өсөн талимханежибашы яуаплы булған. Империяның төрлө төбәгендә малайҙарҙы корпусҡа йыйыу һәм әҙерләү өсөн яуаплы офицерҙар — Румели ағасы (Европала дәвширмә үткәргән), Анадолу ағасы (Азия), Гелиболу агасы (Галлиполи). 

Очаҡ  3 өлөштән торған:

  • Жәмаат (ябай яугирҙәр) — 101 орта (беренсе ортаға  солтан һалдат итеп яҙылған) 
  • Бөлүк (солтандың шәхси гвардияһы) — 61 орта
  • Сәкбан — 34 орта

Орта эсендә булған чиндар: сакабашы («һыу тәьминәте мөдире»), баш ҡараҡоллоҡчы (һүҙмә-һүҙ. — «ашнаҡсының өлкән ярҙамсыһы»; кесе офицер), ашчы оста («өлкән ашнаҡсы»), имам, байраҡтар (байраҡ йөрөтөүсе), вәкилхарч (квартирмейстер), одабашы («ҡаҙарма мөдире»), чорбаши (һүҙмә-һүҙ — «аш бешереүсе»; полковникҡа тап килә). 

ТактикаҮҙгәртергә

Алыш мәлендә төп  роль атлы ғәскәргә бирелгән. Ул дошман һыҙығын өҙөргә тейеш булған. Яңысарҙар, мылтыҡтарҙан атҡас, ҡыйыҡ яһап теҙелгән дә, ҡылыс һәм башҡа ҡоралдарын тотоп, һөжүмгә күскән. Башта дошман бындай атакаға ҡаршы тора алмаған. Яңысарҙар залп менән түгел, тоҫҡап атыуға өҫтөнлөк биргән. Яңысарҙарҙың махсус һөжүм отрядтары булған, улар сәрдәнгәтсе (һүҙмә-һүҙ — «башын хәүефкә ҡуйыусы») тип аталған һәм үҙ ихтыяры менән яҙылған 100-ләп яугирҙән торған. Күркәм Сөләймән Венаны ҡамағанда был отрядтар 5-әр яңысарҙан торған ваҡ төркөмдәргә бүленгән. Төркөм эсенә ҡылыссы, гранаталы яугир, уҡсы һәм мылтыҡлы 2 яугир ингән. Венаны ҡамағанда яңысар инженерҙары ла оҫталыҡ күрһәткән. 

Униформаһы һәм ҡоралланыуыҮҙгәртергә

 
Яңысар офицеры. Дж. Беллини һүрәте (XV  быуат аҙағы)
 
Яңысар яугире.
 
1826 йылдан яңысар ҡоралы (яңысарҙар корпусын ҡыуып таратҡандан һуң)

Һаҡалды ҡырып, мыйыҡ менән йөрөү яңысарҙарҙың үҙенсәлеге булған. Мосолман  халҡына иһә һаҡалһыҙ йөрөү хас булмаған.  Башҡа яугирҙәрҙән арттан солтан халатының еңенә оҡшаш туҡыма киҫәге һәленеп торған аҡ кейеҙ ҡалпаҡтары (бүрек, йәки йүскүф) менән айырылып торғандар. Кейемдәре йөн туҡыманан тегелгән. Өлкән офицерҙарҙың униформаһы тире менән ситләнгән. Ҡайыштар һәм ҡушаҡтар ҙа дәрәжә билдәһе булып торған. 

Яңысарҙар бик мәргән уҡсы булған, һуңынан утлы ҡорал йөрөтә башлағандар. Башта ҡайһы бер яңысарҙар кәүҙәне тулыһынса һаҡлай торған яу кейеме йөрөткән, ләкин аҙағыраҡ унан баш тартҡандар. Ундай кейем сәрдәнгәселәрҙә генә ҡалған.  Яңысарҙар арбалеттарҙы киң ҡулланған. Улар шулай уҡ ҡылыс, кинжал, ятаған менән ҡоралланған, суҡмар, айбалта, һәр төрлө ағас һаплы ҡорал,  XVII быуаттан башлап пистолет йөрөткәндәр.  Ҙур аш ҡаҙаны (ҡазан-и шәриф) үҙенсәлекле полк әләме ролен үтәгән.

Христиан яңысарҙарыҮҙгәртергә

Речь Посполитаяла  төрөк өлгөһө буйынса үҙ яңысар частары төҙөлгән. Польша короле Август II  шәхси яңысар гвардияһын булдырған. Христиан яңысарҙарының ҡоралы һәм формаһы төрөктәрҙеке һымаҡ булған һәм тик төҫө менән генә айырылған.

Шулай уҡ ҡараҮҙгәртергә

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә