Алексеевка (Семенкин ауыл советы, Ауырғазы районы)

Ауырғазы районындағы ауыл, Башҡортостан

Алексеевка (рус. Алексеевка) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 16 кеше[1]. Почта индексы — 453493, ОКАТО коды — 80205834009.

Ауыл
Алексеевка
Алексеевка
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ауырғазы районы

Ауыл советы

Семенкин

Координаталар

53°53′27″ с. ш. 55°35′14″ в. д.HGЯO

Милли состав

сыуаштар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 205 834 009

ОКТМО коды

80 605 434 116

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Алексеевка (Рәсәй)
Алексеевка
Алексеевка
Алексеевка (Семенкин ауыл советы, Ауырғазы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Алексеевка

Елизаветино ауылынан (хәҙер Ҡырмыҫҡалы районы) 1895 йылда 20 йорт һәр береһе Мерәҫ ауылы башҡорттарынан 400 дисәтинә ерҙе 20 һумға һатып алған. Бында Алексеевка ауылына нигеҙ һалына. Әммә крәҫтиәндәр, ике старостаһы булған ике ауыл йәмғиәтен ойоштороп, Елизаветино ауылында йәшәүен дауам итә[2].

Ауыл тораҡ пунктының ауыл статусын ҡасаба Башҡортостан Республикаһының 2005 йылдың 20 июлендәге «Тораҡ пункттарҙың ойошторолоуы, берләшеүе, бөтөрөлөүе һәм статусының үҙгәреүе, административ үҙәктәрҙең күсерелеүе менән бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона үҙгәрештәр индереү тураһында», 211-з һанлы Законына ярашлы ала, ст.1:

6. Тораҡ тибын ауыл тип билдәләп, түбәндәге тораҡ пункттарҙың статусын үҙгәртергә:

5) Ауырғазы районында:…

б) Түрһәғәҙе ауыл Советының Алексеевка ҡасабаһының

2008 йылға тиклем Түрһәғәҙе ауыл советына ингән. Ул бөтөрөлгәндән һуң ауыл Семёнкин ауыл советы составына инә. (2008 йылдың 19 ноябрендәге «Айырым ауыл советтарын берләштереү һәм тораҡ пункттарҙы тапшырыу менән бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошонда үҙгәрештәр тураһында» 49-з Законы).

Этимологияһы

үҙгәртергә

Ауылдың исеме Алексеев фамилияһынан килеп сыҡҡан[3].

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 16 8 8 50,0 50,0
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — сыуаштар (100 %)[4].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Талбазы): 27 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Стәрлетамак): 44 км[5]

Урамдары

үҙгәртергә

Алексеев урамы (рус. улица Алексеевская)[6]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Алексеевка
  3. Хисаметдинова Ф. Г., Сиразитдинов З. А. Русско-башкирский словарь справочник названий населенных пунктов Республики Башкортостан. — Уфа: Китап, 2001. — С. 44. — 320 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
  4. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  5. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  6. Госсправка сайтында урамдар исеме

Сығанаҡтар

үҙгәртергә