Алакүл (Әлмән районы)
Алакүл (рус. Алакуль; 1964 йылға тиклем Штан (Сорочье, Ҡаракүлмәк)) — Рәсәй Федерацияһы Ҡурған өлкәһе Әлмән районындағы ауыл. Малышево ауыл советы составына инә.
Ауыл | |
Алакүл | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Элекке исеме |
1964 йылға тиклем — Штан |
Бейеклеге |
185 м |
Халҡы | |
Милли состав | |
Телефон коды |
+7 35242 |
Почта индексы |
641140 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Географияһы
үҙгәртергәШтан күленең төньяҡ-көнбайыш яр буйында урынлашҡан.
Район үҙәге Әлмән ауылынан көнсығышҡа табан 18 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ҡурған ҡалаһына тиклем алыҫлыҡ 140 км, автомобиль юлы буйлап 187 км тәшкил итә.
Сәғәт бүлкәте
үҙгәртергә
Алакүл, бөтә Ҡурған өлкәһе кеүек, МСК+2 (Өфө ваҡыты) сәғәт бүлкәтендә урынлашҡан. UTC ваҡытына ҡарата айырмаһы — +5:00 сәғәт[2]. |
Тарихы
үҙгәртергәШтан ауылы нигеҙ һалыусы исеме менән аталған. 1748 йылда Ҡатай улусы Ямантай старшинаһы Штан Күсәков телгә алына[3].
1780-се йылдарҙа Ҡатай улусы башҡорттарының ике командаһы була: старшина Сөләймән Ҡармышаҡов һәм старшина Тереғол Ҡаҙанбаев (Ҡаҙаҡбаев) командалары. 1782 йылда Силәбе өйәҙен Пермь наместниклығынан Өфө наместниклығына күсереү ваҡытында Тереғол Ҡазанбаев (Ҡаҙаҡбаев) командаһы составына Тереғол (11 йорт), Туйғон (20 йорт), Темәк (5 йорт), Ҡазанҡол (Ҡаҙаҡҡолов) (10 йорт), Штан (10 йорт) ауылдары инә, бөтәһе 53 йорт; старшина Сөләймән Ҡармышаҡов командаһы составына Сөләймән (18 йорт), Айытбай (8 йорт), Ҡуйбаҡ (26 йорт), Айыт (20 йорт) ауылдары, бөтәһе 72 йорт ингән[4].
1917 йылғы революцияға тиклем Штан ауылы (Сорочье, Ҡаракүлмәк) Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙенең Ҡатай улусында урынлашҡан.
1918 йылдың йәй башында аҡгвардия власы урынлаштырыла (26 майҙа аҡ чехтар Силәбе ҡалаһын, 4 июндә шумиха станцияһын баҫып ала).
1917 йылда ауыл Башҡортостан мөхтәриәтенең Иҫкен-Ҡатай кантоны, 1919 йылдың 20 мартынан Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһының Ялан кантоны составына инә.
Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитетының 1922 йылдың 14 июнендәге «Автономиялы Башҡорт Совет Социалистик Республикаһының сиктәрен киңәйтеү тураһында» декретына ярашлы Ялан кантоны бөтөрөлә, ә уның бөтә территорияһы Силәбе губернаһының Силәбе өйәҙе составына инә.
Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитетының 1923 йылдың 3 һәм 12 ноябрендәге ҡарарҙары менән РСФСР-ҙың Урал өлкәһе Силәбе округы составында Ҡатай районы ойошторола. Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитетының 1930 йылдың 20 апрелендәге ҡарары менән Ҡатай районы Ялан районы менән берләштерелә. Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитетының 1934 йылдың 17 ғинуарындағы ҡарары менән Урал өлкәһе бөтөрөлә, Ялан-Ҡатай районы яңы ойошторолған Силәбе өлкәһенә инә. РСФСР Юғары Советы Президиумының 1940 йылдың 12 ноябрендәге һәм 17 декабрендәге указдары менән Ялан-Ҡатай районы Әлмән һәм Сафакүл райондарына бүленә. СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 6 февралендәге указы менән Ҡурған өлкәһе ойошторола, Әлмән районы уның составына инә.
1964 йылдың 5 июнендә РСФСР Юғары Советы Президиумы Указы менән Штан ауылы Алакүл тип үҙгәртелә[5].
Халҡы
үҙгәртергәХалыҡ иҫәбе |
---|
2010[1] |
314 |
- Милли составы
- 1926 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса 384 кеше йәшәгән, шуларҙың 200 кешеһе — башҡорттар, 181 кешеһе — татарҙар.
- 2002 йылда халыҡ иҫәбен алыу буйынса 357 кеше йәшәгән, уларҙың 49% — татарҙар, 39% — башҡорттар.
- 2010 йылда халыҡ иҫәбен алыу буйынса 314 кеше йәшәгән, шул иҫәптән татарҙар — 46,2 %, башҡорттар — 36,9 %, урыҫтар — 14,3 %, украиндар 2,5%.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения Курганской области . Дата обращения: 21 июнь 2014. Архивировано 21 июнь 2014 года.
- ↑ Федеральный закон от 03.06.2011 № 107-ФЗ «Об исчислении времени», статья 5 (3 июнь 2011).
- ↑ Этнокультурная история населения Сафакулевского района (с древнейших времен до начала XX века). МОНОГРАФИЯ. КУРГАН 2012. стр. 43—44 . Дата обращения: 28 май 2022. Архивировано 13 сентябрь 2018 года.
- ↑ Этнокультурная история населения Сафакулевского района (с древнейших времен до начала XX века). МОНОГРАФИЯ. КУРГАН 2012. стр. 57 . Дата обращения: 28 май 2022. Архивировано 13 сентябрь 2018 года.
- ↑ Указ Президиума ВС РСФСР от 05.06.1964 г. "О переименовании некоторых населенных пунктов Курганской области" // Ведомости Верховного Совета РСФСР. — 1964. — № 23 (11 июня).