Ялан-Ҡатай районы
Ялан-Ҡатай районы — СССР-ҙың РСФСР-ҙың Урал (1930—1934) һәм Силәбе (1934—1940) өлкәләренең 1930—1940 йылдарҙа йәшәгән административ берәмеге. Административ үҙәге — Сафакүл ауылы. Әлеге ваҡытта Ялан-Ҡатай районы биләмәһе Ҡурған өлкәһенең Әлмән һәм Сафакүл райондары араһында бүленгән.
Ялан-Ҡатай районы | |
Нигеҙләү датаһы | 20 апрель 1930 |
---|---|
Дәүләт | СССР |
Административ үҙәк | Сафакүл |
Административ-территориаль берәмек | Силәбе округы[d], Урал өлкәһе һәм Силәбе өлкәһе |
Тамамланыу датаһы | 1940 |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1940 |
Географияһы
үҙгәртергәЯлан-Ҡатай районына сиктәш:
- көнбайышта — РСФСР-ҙың Урал өлкәһе Силәбе округындағы Эткүл районы;
- төньяҡ-көнбайышта — РСФСР-ҙың Урал өлкәһенең Силәбе округындағы Мейәс районы;
- төньяҡта — РСФСР-ҙың Урал өлкәһенең Силәбе округындағы Щучанка һәм Шумиха райондары;
- төньяҡ-көнсығышта —РСФСР-ҙың Урал өлкәһенең Силәбе округындағы Мишкә районы;
- көнсығышта — РСФСР-ҙың Урал өлкәһенең Ҡурған округындағы Ҡуртамыш районы;
- көньяҡта — РСФСР-ҙың Урал өлкәһенең Силәбе округындағы Уй һәм Чудиново райондары.
Тарихы
үҙгәртергәРайонлаштырғандан, йәғни Ялан кантонын Ялан (административ үҙәге Сафакүл ауылы) һәм Ҡатай (административ үҙәге Әлмән ауылы) райондарына бүлгәндән һуң, уның халҡының бер өлөшө районлаштырыу эҙемтәләре менән ҡәнәғәт булмауын белдерә, уларҙың үтенесе тулыһынса ҡәнәғәтләндерелмәүе, бер кантон урынына ике райондың барлыҡҡа килеүе менән килешмәүҙәрен әйтәләр. Шуның менән элекке биш волость менән нығынған традицион хужалыҡ, иҡтисади, милли һәм башҡа бәйләнештәр боҙола. Һәм был кешеләрҙе борсой. Йыйылыштарҙа, хужалыҡ мөнәсәбәттәрендә ғәҙәти һәм милләт мөнәсәбәттәрендә бер төрлө территориаль берәмек булғандағы хәлгә әйләнеп ҡайтырға тигән тәҡдимдәр индерелә. Юғары органдарға мөрәжәғәт итеүҙәр башлана[1].
1930 йылдың 20 апрелендә ВЦИК Ялан һәм Ҡатай райондарын бөтөрөргә, уларҙың территорияһында берләштерелгән бер Ялан-Ҡатай районын барлыҡҡа килтерергә тигән ҡарар ҡабул итә. Район үҙәге итеп Сафакүл ауылы һайлана. Район РСФСР-ҙың Урал өлкәһенең Силәбе округы составында була.
Район составына инәләр: элекке Ҡатай районынан: Әлмән, Бохара (Айыу ауылы), Сейәле, Иванков, Искәндәр, Казенное, Күлһары (1969 йылда бөткән ауыл) Кулсарино, Тәңрекүл, Тузово һәм Шәрип ауыл Советтары; элекке Ялан районының: Әбделмән, Атйетәр, Аҙналы (Чудиново районына ҡараған Боровое һәм Преображенка хуторынан башҡа), Бахарево, Баязит, Ҡараһыу, Мансур, Мартыновка, Мырҙабай, Сафакүл, Солтан (Яманйылға районына ҡараған Совкультура (Бредихин), Федоровка һәм Хохлан тораҡ пункттарынан башҡа) һәм Һөлөклө ауыл Советтары, Щучье районына ҡараған Аптыҡай ауыл Советының Аптыҡай ауылы.
1930 йылда барлыҡҡа килә: Баҡай, Бороздинка, Ҡалмаҡ-Әбдрәш, Нариман, Покровка, Сокловск, Өскүл һәм Табайлы ауыл Советтары.
Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитетының 1934 йылдың 17 ғинуарындағы ҡарары менән Силәбе өлкәһе ойошторола, Ялан-Ҡатай районы уның составына инә.
СССР Үҙәк Башҡарма Комитеттың 1934 йылдың 27 сентябрендәге ҡарары һәм РСФСР Юғары Советы Президиумының 1939 йылдың 13 декабрендәге указы менән Ялан игенселек совхозы ҡасабаһы янында Ялан ҡасаба Советы ойошторола.
Биш йыл да үтмәй, был тема буйынса фекер айырымлыҡтары яңы көс менән тоҡанып китә. Район бик ҙур һәм ҙур биләмәлә эштәр менән идара итеү, бигерәк тә яңы иҡтисади үҫеш шарттарында, ауыр булыуы асыҡ була башлай.
РСФСР Юғары Советы Президиумының 1940 йылдың 12 ноябрендәге һәм 1940 йылдың 17 декабрендәге указы менән район бөтөрөлә, биләмәһе Силәбе өлкәһенең Әлмән һәм Сафакүл райондары араһында бүленә.
- Әлмән районы составына инәләр: Әлмән, Бороздинка, Бохара, Бишнәк, Иваново, Искәндәр, Казенное, Күлһары, Нариман, Табайлы, Тәңрекүл, Тузово, Өскүл һәм Шәрип ауыл Советтары.
- Сафакүл районы составына инәләр: Әбделмән, Атйетәр, Аҙналы, Баҡай, Бахарево, Баязит, Ҡалмаҡ-Әбдрәш, Ҡараһыу, Мансур, Мартыновка, Мырҙабай, Покровка, Сафакүл, Сокловский, Солтан, Һөлөклө ауыл Советтары һәм Ялан ҡасаба Советы.
Иҡтисады
үҙгәртергәВКБ(б) Үҙәк Комитетының 1930 йылдың 5 ғинуарындағы «Коллективлаштырыу темпы һәм колхоз төҙөлөшөнә дәүләт ярҙамы саралары тураһында» ҡарарында, илдең төрлө райондарында коллективлаштырыу үткәреүҙең яҡынса ваҡыты билдәләп ҡуйыла. Бында райондың иҡтисади үҫеш үҙенсәлектәре, крәҫтиән массаларының колхозға күсергә әҙерләнгәнлеге иҫәпкә алына. Урал өлкәһе иген райондарының икенсе төркөмөнә ҡарай, унда тотош коллективлаштырыуҙы 1932 йылдың яҙында тормошҡа ашырыу күҙ уңында тотола. Партия, совет һәм колхоз етәксе органдары 1930 йылға коллективлаштырыу буйынса арттырылған бурыстар билдәләй. Бындай коллективлаштырыу темпын тиҙләтеү уның юғары проценты артынан ҡыуыуға килтерә. Күп урындарҙа агитация эше алып барыу урынына бойороҡтар биреп кенә етәкселек итеү алымдары ҡулланыла башлай. Был крәҫтиәндәр яғынан ризаһыҙлыҡ һәм протест тыуҙыра. Ҡайһы бер урындарҙа был тулҡынланып антикғаоҡаршы зный характер ала. Ҡәнәғәт булмаған крәҫтиәндәрҙең колхоздан сығыуы йышая. 1930 йылдың мартында «Партия линияһының колхоз хәрәкәтендә тайпылыштары менән көрәшеү тураһында» ҡарар сыға, унда самаһыҙлыҡ һәм боҙоҡлоҡ ғәйепләнә. 1930 йылдың 20 мартынан 20 апреленә тиклем бер ай эсендә колхоздарҙан унда ингән хужалыҡтарҙың яртыһынан күберәге кире сыға. Ялан-Ҡатай районында коллективлаштырыу проценты март айындағы 73,2 проценттан 41 процентҡа тиклем кәмей. Силәбе округы колхоздар союзы документында билдәләнгәнсә, Ялан-Ҡатай районы 1930 йылда сәсеүгә орлоҡ әҙерләү буйынса артта ҡалыусылар иҫәбендә була. Артта ҡалыуҙы бөтөрөү өсөн, бында кешеләрҙе ҡулға алыу башлана, ҡулға алыныусылар араһында яҡынса 70%-ы колхозсылар була[2].
1930 йылдың авгусына ҡарата мәғлүмәттәр буйынса районда 58 колхозда 8437 хужалыҡтан 3417 хужалыҡ, йәғни 40,5%-ы ҡала. 1931 йылдың 20 апреленә 65,5 % хужалыҡ колхозға йәлеп ителә, 4730 баш эш малы — 60,6 % йәмәғәт милкенә әйләндерелә.
1931, 1932 һәм 1933 йылдар уңдырышһыҙ була.
Етәкселәре
үҙгәртергә- Ялан-Ҡатай ВКП(б) район комитеты секретары, 1930 йыл — Авенир Авысалумович Ханукаев.
- Ялан-Ҡатай РКП(б) район комитетының яуаплы (беренсе) секретары, 1931 сентябрь — 1932 декабрь — Кәрим Зәкир улы Мостафин.
- Ялан-Ҡатай ВКП(б) район комитеты секретары,, 1935 йыл — Ғафан Ислам улы Юлдашев (1936 йылдың 1 ғинуарында ҡулға алына, 5 йылға иркенән мәхрүм ителә, 1956 йылдың 16 ноябрендә аҡлана).
- Ялан-Ҡатай ВКП(б) район комитеты секретары, 1937 йылға тиклем — Мөхәммәт Әхмәнйән улы Әхмәтйәнов.
- Ялан-Ҡатай хеҙмәтсәндәр депутаттарының район Советы Башҡарма комитеты рәйесе — Андрей Николаевич Букрин.
Матбуғат
үҙгәртергәРайонда татар телендә «Колхозсылар тауышы» исемле гәзит сығарыла[3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Территория Альменевского района с 1917 по 1940 г. XX в. 2022 йыл 20 февраль архивланған.
- ↑ «Челябинский рабочий», 1930 г., № 71
- ↑ Список газет архивохранилища № 1 Государственного учреждения «Объединенный государственный архив Челябинской области».