Алабуға (күл, Ҡарабаш)
Алабуға - рус. Алабуга - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Ҡарабаш ҡала округындағы күл
Алабуға | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Урын | Ҡарабаш |
Географияһы
үҙгәртергәАлабуға - Силәбе өлкәһенең Ҡарабаш ҡала округына ҡараған, Ҡарабаш ҡалаһынан һәм Уйылды күленән йыраҡ түгел урынлашҡан һыу ятҡылығы [1]
Силәбегә тиклем араһы — 100 км, Екатеринбургҡа — 180 км, Ҡыштымға – 30 км, Ҡарабашҡа — 13 км.
Координаттары: 55°32′5″N 60°21′38″E
Тасуирламаһы
үҙгәртергәСиләбе өлкәһендә Алабуға атамалы 3 күл бар. Уларҙың береһе - Кәҫле, икенсеһе - Ҡыҙыл Армия районында.
Был мәҡәләләгеһе Ҡарабаш ҡалаһы янында урынлашҡан, ул ҙур түгел. Көнбайыштан көнсығышҡа табан - 600 метрға, төньяҡтан көньяҡҡа — 400 метрға һуҙылған.
- Һыу көҙгөһө майҙаны – 25 гектар.
- Тәрәнлеге – 5-7 метр, иң тәрән урыны 9 метрға етә.
- Төбө өлөшләтә ташлы, өлөшләтә ләмле.
- Үтәҙеклеге - 1,5–2 метр.
- Һыуы сөсө.
Ярында тораҡ пункттар юҡ.
Этимологияһы
үҙгәртергәСиләбе өлкәһе географы, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә Алабуға атамаһының килеп сығыуы былай аңлата: От башкирского слова алабуга — «окунь». Есть мнение, что озеро в Красноармейском районе названо по мужскому имени Алабуга.[2].[3]
Күл атамаһы, шулай итеп, алабуға тигән балыҡ атамаһынан алынған.
Флораһы һәм фаунаһы
үҙгәртергәКүлде ҡатнаш урмандар уратҡан. Ярҙары һаҙлыҡлы, һыу үләндәре үҫә. Урмандарында емеш-еләк, бәшмәк күп.
Һыу ятҡылыҡғын һыла, аҡ амур, алабалыҡ, ҡарабалыҡ, карп ебәреп торола. Экзотик төрҙәрҙән бикре, уҡбалыҡ үрсетелә. Ҡәҙимге төрҙәрҙән сабаҡ, алабуға, суртан тереклек итә.
Балыҡ тотоу түләүле.
Шулай уҡ ҡара
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- Т. Кусимова, С. Бикҡолова.Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2006 - 200 бит
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә
Был Силәбе өлкәһе географияһы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |