Алабуға (күл, Кәҫле районы)

Силәбе өлкәһендәге күл

Алабуға - рус. Алабуга - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Кәҫле районындағы күл, өлкәләге бер үк исемдәге өс күлдең береһе.

Алабуға
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе һәм Кәҫле районы
Карта

Географияһы

үҙгәртергә

Алабуға - Силәбе өлкәһе Кәҫле районының көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан күл. Кәҫле ҡалаһынан 5 км көнсығыштараҡ ята.

Координаттары: 55°54′3″N 60°54′40″E [2]

Тасуирламаһы

үҙгәртергә
  • Һыу көҙгөһө майҙаны 8,76 км² (диңгеҙ кимәленән абс.бейеклеге 233,2 м булғанда);
  • Уртаса тәрәнлеге - 2,9 м, макс. 5,1 м
  • Һыу массаһы күләме - 25,4 млн м³.
  • Һыуйыйғыс майҙаны өлөшләтә һаҙмырт, уның майҙаны 33,8 км²,
  • Күлдән ҙур булмаған йылға ағып сыға, ул Ҡараболаҡ йылғаһына төшә.
  • Һыуы сөсө.

Оло Кәҫле күле менән ҡылымыҡ аша тоташҡан.

Күл соҡоро эрозия-тектоник сығышлы.

Ихтиофаунаһы

үҙгәртергә

Күл ихтиофаунаһында 8 урындағы һәм 4 яраҡлаштырылған төр балыҡ тереклек итә; күпселеге сабаҡ, алабуға, карп үрсей.

Радиоактивлыҡ

үҙгәртергә

«Маяҡ» химкомбинаты радиацион аварияһынан һуң (1957), радиоактив болот үткәндә, һыу ятҡылығына 175 Ku радионуклид яуа. 1999 йылда күлдә 5-6 Ku радионуклид була, шуларҙың 0,6-1,2 Ku бысраныуы - һыуҙа. Балыҡтың нурланыу (Sz буйынса) удел активлығы 84 Бк/кг тәшкил итә (хәүефһеҙ радиация кимәле) [3].

Этимологияһы

үҙгәртергә

Үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә Шувалов Николай Иванович - Силәбе өлкәһе географы, топонимисы, Алабуға атамаһының килеп сығышын былай тип аңлата: От башкирского слова алабуга — «окунь». Есть мнение, что озеро в Красноармейском районе названо по мужскому имени Алабуга.[4].[5]

Күл атамаһы башҡорт телендәге алабуға тигән балыҡ атамаһынан алынғаны шик тыуҙырмай.

Шулай уҡ ҡара

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  • Т. Кусимова, С. Бикҡолова.Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2006 - 200 бит

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Озеро Алабуга 2019 йыл 2 июль архивланған.
  3. Озеро Алабуга
  4. Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  5. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области

Һылтанмалар

үҙгәртергә