Айғырбатҡан (Ырымбур өлкәһе)
Айғырбатҡан (рус. Айгыр-Баткан) — тау уйпаты, Рәсәй Федерацияһының Ырымбур өлкәһендә урынлашҡан.
Айғырбатҡан | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ырымбур өлкәһе |
Географияһы
үҙгәртергәАйғырбатҡан уйпаты Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округының башҡорттар йәшәгән Сурай ауылы янында урынлашҡан. Ул Рәсәйҙәге 20 һыу бассейны округтарының береһе Яйыҡ һыу бассейны округына ҡараған Һаҡмар йылғаһының[1] уң ярында урын алған.
Ауыл рәсми ҡағыҙҙарҙа 1765 йылда[2] (йәки 1795 йылда[3]) тәүге тапҡыр теркәлеп ҡалған.
Мәғлүм булыуынса, Сурай ауылы 1917 йылдан Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Үҫәргән кантоны ҡарамағында булған. Унан эҙмә-эҙлекле республиканың Йылайыр кантоны, Ейәнсура районы составына индерелә.1934 йылда административ-территориаль йәһәттән яңы ойошторолған Ырымбур өлкәһенә (1938—1957 йылдарҙа — Чкалов өлкәһе) бирелә. 1959 йылда ауыл Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы ҡарамағына бирелә[4]
Этимологияһы
үҙгәртергәЙылҡысылыҡ төп шөғөлдәренең береһе булған башҡорт халҡында айғыр һүҙе менән бәйле топонимдар күп, мәҫәлән, Айғыр, Айғыръял. Айғырбатҡан тигән йылғалар ҙа, һаҙҙар ҙа бар. Башҡортостан гидронимдары/А исемлегендә быға миҫалдарҙы күрергә мөмкин. Ырымбур өлкәһендәге География институтының Социаль-иҡтисади география бүлегенең «Ырымбур өлкәһе тәбиғәте» фәнни-популяр порталында килтерелгән мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, атама башҡорт телендәге «айғыр» һәм «батҡан» тигән һүҙҙәрҙән яһалған. Ҡасан, ниндәй ваҡиға атамаға сәбәпсе булыуы билдәле түгел [5].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Айғырбатҡан (Әбйәлил районы)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Словарь топонимов Республики Башкортостан. Уфа: Китап, 2002. 256 с. — С. 216.
- ↑ Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2016. — С. 28, 62. — 184 с. — ISBN 978-5-9613-0424-4.
- ↑ Населенные пункты оренбургских башкир, входившие в Оренбургскую губернию // Башкирская энциклопедия.
- ↑ Кувандыкский район в административно-территориальном устройстве государства (22 февраль 2015). Дата обращения: 25 сентябрь 2015. 2020 йыл 25 сентябрь архивланған.
- ↑ Айгыр-Баткан//Природа Оренбургской области 2021 йыл 11 апрель архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Матвеев А. К. Географические названия Урала: Топонимический словарь. — Екатеринбург: ИД «Сократ», 2008. — 352 с. С. 237.
- Словарь топонимов Республики Башкортостан. Уфа: Китап, 2002. 256 с. — С. 216.
- С. М. Стрельников. Географические названия Оренбургской области. Топонимический словарь. — Кувандык: Издательство С. М. Стрельникова, 2002. — С. 123—124.