Айыусы
Айыусы (рус. Аючево) — Башҡортостандың Стәрлетамаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 283 кеше[1]. Почта индексы — 453142, ОКАТО коды — 80249818001.
Айыусы | |
Ил | |
---|---|
Координаталар | |
Һанлы танытмалар | |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Тарихы
үҙгәртергәНуғай даруғаһы Юрматы улусының аҫаба башҡорттары нигеҙ һалған Айыусы ауылы 1765 йылдан билдәле. Ауыл 1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалында ҡатнашҡан Айыусы уҙаман исеме менән атала. Уның 57 йәшлек улы Көҫәпҡол Айыусин һәм уның улы Ниғмәтулла VII рәүиз документтарында теркәлә[2]. Ауылда йәшәүселәр Аҙнай бейҙең туранан-тура вариҫтары. Биккенә Аҙнаевтың улы Әлибай йорт старшинаһы була. Икенсе бер улы Ғөбәй Аҙнаев 1812 йылғы Ватан һуғышы батыры, «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» һәм «1812 йылғы Ватан һуғышын хәтерләп» миҙалдары менән бүләкләнә[2].
Айыусы — 1812 йылғы Ватан һуғышы батыры, бөгөнгө көндә лә халыҡ хәтерендә һаҡланған, йырҙарҙа йырланған Ҡаһым Мырҙашевтың (Ҡаһым түрә) тыуған ауылы. 1850 йылғы рәүиз материалдарында улар һәм уларҙың вариҫтары тураһында мәғлүмәттәр теркәлгән[2].
Шул уҡ VII Бөтә Рәсәй рәүиз документтарында Айыусы ауылындағы дин әһелдәре лә теркәлә. Мәҫәлән, Рәхимҡол Собханҡоловтың (1758—1814) ике ҡатыны була: беренсе ҡатыны Зөләйханан (1795) Айсыуаҡ (1815—1817), Зәкәрийә (1817), Хөснөтдин (1821), Ғималетдин (1830), Гөлшәкәр (1825) тыуа, икенсе ҡатыны Гөлбәғиҙәнең (1814) Сәйфетдин (1832), Хафизитдин (1845), Хәҙисә (1839) исемле балалары була. Сәйфетдиндың балалары — Ғайфулла(1857 й. т.), Бибисабира (1873—1903), Бибиғәзизә (?—1968) һәм тағы ла өс улының исемдәре теркәлмәгән[3]. Сәйфетдин Мырҙаш ауылына күсенгән 10 кеше араһында була, уның өлкән ҡыҙы Бибисабира (1873—1903 йй.) хәҙерге Ишембай районы Бәләкәй Мәҡсүт (Ҡарлар) ауылы уҙаманы Хәсән Ғиләжетдин улына кейәүгә сыға һәм 1903 йылда вафат була, уның 10 йәшлек улы Сөләймән (1892 й. т.) ҡала. Сәйфетдиндең икенсе ҡыҙы Бибиғәзизә (?—1968 йй.) Ишембай Аҡбирҙиндың дүртенсе быуын ейәне Сәғиҙулла Ишембаевҡа кейәүгә сыға. Балалары: Абдулла (1900—1933 йй.), Камила (1903 й. т.), Фатима (1905 й. т.), Хәжәр (1908—1991 йй.) (I Бөтә Союз колхозсылар съезы делегаты Хәжәр Ишембаеванан 1986 йылда яҙып алынды).
Халыҡ һаны
үҙгәртергәДөйөм халыҡ һаны[1] | |||||
Халыҡ һаны | 2002—2009 халыҡ үҙгәреше | ||||
2002 | 2009 | кеше | % | ||
276 | 283 | +7 | +2,54 |
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Стәрлетамаҡ): 30 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Стәрлетамаҡ): 30 км
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Ҡаһым түрә — 1812 йылғы Ватан һуғышы полководецы, башҡорт полктары командиры, яугирҙары менән Парижды алыуҙа ҡатнаша, йырҙарҙа йырланған күренекле шәхес[2].
- Йәнғужин Рим Зәйниғәбит улы (1941 — 2007) — ғалим-этнограф, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (1990), профессор (1991). Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Башҡортостан Республикаһының (1993) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1997).
- Аҙнаев Салауат Сәйфулла улы (17.09.1939–19.01.2012), инженер-химик, хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре, 1992—1998 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының тышҡы бәйләнештәр министры урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1979). «Почёт Билдәһе» (1981) һәм Дуҫлыҡ (1999) ордендары кавалеры.
- Аҙнаев Вельмир Хәйбрахман улы (1948), ғалим-агроном, Стәрлетамаҡ районы «Ашҡаҙар» колхозы рәйесе, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай депутаты, Бөтә донъя башҡорттары башҡарама комитеты рәйесе урынбаҫары.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Коллектив авторов. История башкирских родов. Юрматы. / Хамидуллин С. И.. — Уфа: Китап, 2018. — Т. 30, часть 1. — С. 180. — 840 с. — 2 000 экз. — ISBN 978-5-295-06968-0.
- ↑ https://yandex.ru/images/search?text=%D0%BF%D0%B5%D1%80%D0%B5%D0%BF%D0%B8%D1%81%D1%8C%201917%20%D0%B3%D0%BE%D0%B4%D0%B0%20%D0%B4%D0%B5%D1%80%D0%B5%D0%B2%D0%BD%D0%B8%20%D0%B0%D0%B9%D1%8B%D1%83%D1%81%D1%8B%20%D1%8E%D1%80%D0%BC%D0%B0%D1%82%D0%B8%D0%BD%D1%81%D0%BA%D0%BE%D0%B9%20%D0%B2%D0%BE%D0%BB%D0%BE%D1%81%D1%82%D0%B8&stype=image&lr=20718&source=serp
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 сентябрь 2019)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 март 2022)
- Коллектив авторов. История башкирских родов. Юрматы. / Хамидуллин С. И.. — Уфа: Китап, 2018. — Т. 30, часть 1. — С. 180. — 840 с. — 2 000 экз. — ISBN 978-5-295-06968-0.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Айыусы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 6 сентябрь 2019)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |