Айып (рус. Аюпово) — Башҡортостандың Мәсетле районындағы ауыл. Йонос ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 342 кеше[1]. Почта индексы — 452563, ОКАТО коды — 80242850002.

Ауыл
Айып
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Мәсетле районы

Координаталар

55°51′34″ с. ш. 58°18′24″ в. д.HGЯO

Милли состав

Башҡорттар

Этнохороним

айыптар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 242 850 002

ОКТМО коды

80 642 450 106

Айып (Рәсәй)
Айып
Айып
Айып (Башҡортостан Республикаһы)
Айып

Географик урыны

үҙгәртергә
  • Район үҙәгенә тиклем (Оло Ыҡтамаҡ): 11 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Йонос): 10 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Һилейә): 159 км

Айып ауылы Әй йылғаһы буйында, район үҙәге Оло Ыҡтамаҡ ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 11 километрҙа һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 159 километрҙа урынлашҡан[2].

Айып ауылына Себер даруғаһы Оло Ҡошсо улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. 1765 йылда ауыл тураһында тәүге мәғлүмәт теркәлгән[3].

1795 йылда Айып ауылының 15 йортонда 83 кеше йәшәгән. 1816 йылғы йәниҫәп әғлүмәте буйынса йорт һәм халыҡ һаны шул көйө ҡалған.

1834 йылда 24 йортта 119 кеше йәшәгән[4].

Ауылдың барлыҡҡа килеү ваҡыты тураһында туранан-тура мәғлүмәттәр юҡ. Шуның менән бергә XVIII быуаттың 30-сы йылдарының икенсе яртыһындағы ҡот осҡос ваҡиғаларҙа зыян күргән был төбәктең башҡорт ауылдары бөтәһе лә тиерлек 1740—1741 йылдарҙа тергеҙелгән.

1816 йылғы, 1834 йылғы һәм артабанғы халыҡ иҫәбен алыуҙар исемлегендә тәүге ғаилә ағзалары ғәҙәттә ауылға нигеҙ һалыусының улдары, ейән-ейәнсәрҙәре һәм бүләләре булған, тигән фаразды әйтеп була. Ошо күҙәтеүҙәрҙән сығып: 1759 һәм 1760 йылдарҙа донъяға килгән Ҡолсора Ҡаҙаҡаев (уның улдары Хисаметдин, Сәйфетдин, Хөснөтдин, Мөхәрәм) һәм Шәрип Кинйәкәев (уның улдары Рәхимғол, Рәхмәтулла, Илсеғол) тәүге төпләнеүсе Айыптың ейәндәре булған.

Ауыл тирмәндәр ҡороу өсөн яраҡлы Әй йылғаһы буйында урынлашҡан, яҙын иһә урман ағыҙыу өсөн файҙаланылған. Ер биләмәләре өс урында булған. Баҫыусылыҡ системаһыҙ алып барылған. Һөрөү барышында 2 атлы һабандар ҡулланылған. 1842 йылда 135 кешегә 50 сирек ужым һәм 232 сирек яҙғы иген, шулай уҡ 5 сирек картуф сәселгән. Быуат аҙағында берешәр ашлыҡ һуҡҡыс һәм елгәргес булған. 1917 йылғы ауыл хужалығы иҫәбен алыу йомғаҡтары буйынса (июнь, июль) 99 йорт хужаһының 27-һе ат тотмаған, 29 хужалыҡта — 1-әр, 20-һендә — 2-шәр, 10 хужалыҡта — 3-әр, 2 хужалыҡта — 4-әр, 6 ихатала — 5-әр, 3 ихатала — 7-шәр, 1 хужалыҡта — 10, 1 йорт хужаһы- 11 ат тотҡан[5].

Биләмә берәмектәренә инеүе

үҙгәртергә
Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1757 Дыуан улусы Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 -се йорт 4-се Башҡорт кантоны Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 -се йорт 4-се Башҡорт кантоны Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 -се йорт 4-се Башҡорт кантоны Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 -се йорт 4-се Башҡорт кантоны Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 Ҡошсо улусы Златоуст өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 биләмәһе Үрге Ҡыйғы өйәҙе Автономлы Башҡорт ССР-ы (Бәләкәй Башҡортостан)   РСФСР
1926 Ҡошсо улусы Мәсәғүт кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы   СССР
1935 Йонос ауыл Советы Мәсетле районы Башҡорт АССР-ы   СССР
1941 Йонос ауыл Советы Мәсетле районы Башҡорт АССР-ы   СССР
1990 Йонос ауыл Советы Мәсетле районы Башҡортостан Республикаһы   Рәсәй Федерацияһы

Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше

үҙгәртергә

1859 йылда 30 йортта 181 кеше теркәлгән. 1865 йылда 31 йортта 210 кеше йәшәгән. Игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр.

1895 йылда 58 йортта 359 кеше йәшәгән[6].

Ауылдың XX быуаттағы һәм бөгөнгө үҫеше

үҙгәртергә

1906 йылда мәсет (1901 йылда төҙөлгән) теркәлгән[7].

1920 йылда 90 йортта 426 кеше йәшәгән.

Әлеге ваҡытта Айып ауылында башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар[8].

Айып ауылында башҡорттар йәшәй (2002)

Халыҡ иҫәбе
19892002[9]2009[9]2010[10]
266307330342

Билдәле кешеләре

үҙгәртергә

Урамдары

үҙгәртергә
  • Абзал Таһиров урамы (рус.  Абзала Тагирова (улица)
  • Әй урамы (рус.  Айская (улица)
  • Башҡортостан урамы (рус.  Башкортостан (улица)
  • Яр урамы (рус.  Береговая (улица)
  • Йәштәр урамы (рус.  Молодёжная (улица)
  • Мәктәп урамы (рус.  Школьная (улица)[11][12]

Тирә-яҡ мөхит

үҙгәртергә

Ер-һыу атамалары Тауҙар:

Урмандар:

Йылғалар:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Тәбиғәт һәйкәлдәре:

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, с
  • Хисамитдинова Ф. Г. Башкирская ойконимия XVI—XIX вв. Уфа, Башкирское книжное издательство, 1991

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Численность и возрастно-половой состав населения по итогам Всероссийской переписи населения 2010 года. Муниципальный район Мечетлинский район Республики Башкортостан: статистический бюллетень. — Уфа: Башкортостанстат, 2012. — 103 с., табл.
  2. Айып // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. Айып // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Сборник статистических сведений по Уфимской губер­нии. Т. 6. Златоустовский уезд. С. 36. Башкортостан. 21 ноября 1998. ЦГИА РБ. Ф. 138. Оп. 2. Д. 345, 4485. Давлетбаев Б. С. Твое шежере. С. 12—19
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 556. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  6. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  7. Айып // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  8. Айып // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  9. 9,0 9,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  10. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  11. Карта д. Аюпово
  12. «Налог Белешмәһе» системаһында Айып ауылы