Шәйхисламов Фәнүр Рәфис улы

Башҡортостан Республикаһы Тәтешле районының Хакимиәт башлығы

Шәйхисламов Фәнүр Рәфис улы (14 ноябрь 1980) — дәүләт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһы Тәтешле районы хакимиәте башлығы (2020 йылдан).

Шәйхисламов Фәнүр Рәфис улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 14 ноябрь 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (43 йәш)
Тыуған урыны Мәсетле районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө юрист

Биографияһы үҙгәртергә

Шәйхисламов Фәнүр Рәфис улы 1980 йылдың 14 ноябрендә Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы Айып ауылында тыуған.

Тыуған ауылындағы мәктәптә башланғыс һәм төп белем алғандан һуң, Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында белем ала.

Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институтын 2003 йылда тамамлай.

Хеҙмәт юлы үҙгәртергә

20032005 йылдарҙа «Толпар» Башҡорт йәмәғәт фондында юрист-консультант булып хеҙмәт юлын башлай.

20052006 йылдарҙа — «Кинг» ЯСЙ-е юрисы; «Студия Vista Vision» ЯСЙ-е юрисы (ике эште тап килтереп); «Килич Текстиль» ЯСЙ-е директоры урынбаҫары.

2006 йылдан башлап дәүләт хеҙмәтендә.

20062007 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы юридик секторының әйҙәүсе белгесе.

20072009 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Тышҡы иҡтисад бәйләнеше, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министрлығының хоҡуҡи эш бүлегенең баш белгес-эксперты, хоҡуҡи эш бүлегенеңйҙәүсе белгес-эксперты.

20092010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса Дәүләт комитетының финанс ярҙам бүлеге начальнигы урынбаҫары вазифаһын биләй.

20102011 — Башҡортостан Республикаһы буйынса Федераль казначейство идаралығы юридик бүлегенең баш белгес-эксперты.

20112016 — Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең Контроль-аналитик идаралығы аналитик бүлегенең баш консультанты, мониторинг бүлегенең баш консультанты; Башҡортостан Республикаһы Башлығының Эксперт-контроль идаралығының контроль саралар бүлеге мөдире, контроль саралар бүлеге мөдиренең урынбаҫары.

2016 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары вазифаһында[1].

2020 йылдың 22 сентябрендә Шәйхисламов Фәнүр Рәфис улы Башҡортостан Республикаһы Тәтешле районы хакимиәте башлығы вазифаһына тәғәйенләнде. Ҡарар муниципалитет ултырышында ҡабул ителде.

Йыйылышта Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ-коммуналь министры Борис Беляев һәм Башҡортостан Башлығының муниципаль берәмектәр менән үҙ-ара эш итеү буйынса идаралығы начальнигы Юрий Коземаслов ҡатнашты[2].

Ғаиләһе үҙгәртергә

Өйләнгән, өс бала тәрбиәләй[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Почёт грамотаһы
  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. https://globalufa.ru/person/id/82 Шәйхисламов Фәнүр Рәфис улы
  2. https://www.ufa.kp.ru/online/news/4022826/ КП Бывший заместитель министра труда возглавил башкирский район
  3. https://tatyshlinski.bashkortostan.ru/about/structure/0/worker/6246/?filter_p_type=current&nav-projects=page-1 2021 йыл 28 сентябрь архивланған.

Һылтанмалар үҙгәртергә