Айылтау (рус. Аил-Тау) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Медногорск ҡалаһы ҡала округы биләмәһендә урынлашҡан тау.

Айылтау
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ырымбур өлкәһе һәм Медногорск

Географик урынлашыуы

үҙгәртергә

Айылтау Медногорск ҡалаһы ҡала округындағы Яйыҡ ҡушылдығы Бесмән йылғаһы буйында урынлашҡан Ҡыҙрас (рус. Кидрясово) ауылы янындағы тау. Был төбәк тарихи Башҡортостан ерҙәре булып тора.

1917 йылға тиклем Ырымбур губернаһы Үҫәргән улусы составындағы Ҡыҙрас ауылы үҙе лә йылға исеме менән Бесмəн тип аталып йөрөгән булған. Рәсми ҡағыҙҙарҙа тәүге тапҡыр 1774 йылда[1] (йәки 1795 йылда[2]) күренә.

1917 йылдан Ҡыҙрас ауылы Башҡортостан автономияһы биләмәһенә индерелә, ә 1919 йылдан республика Башҡортостан АССР-ы тип атала башлай, һәм ауыл эҙмә-эҙлекле Үҫәргән, Йылайыр кантондары составына индерелә. 1930 йылдың 20 авгусынан Башҡортостан АССР-ының Ейәнсура районында булып алғандан һуң, 1934 йылда административ-территориаль йәһәттән яңы ойошторолған ул саҡта Чкалов өлкәһе тип аталған Ырымбур өлкәһенә бирелә һәм Ейәнсура районы берәмеге була. 1959 йылда Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы составына индерелә[3]

Этимологияһы

үҙгәртергә

Риүәйәт ителеүенсә, Таһиртау менән Айылтау тауҙары Таһир менән Айыл исемле үҙ-ара дошманлашып йәшәгән ике батыр иҫтәлегенә аталған. Был ике тауҙың араһы 1,5 км ғына, тип бәйән итә Ырымбурҙың төбәкте өйрәнеүсе яҙыусыһы, журналист, Ҡыуандыҡ ҡала округының әҙәби тормошон ойоштороусы Сергей Михайлович Стрельников үҙенең «Географические названия Кувандыкского района» тигән китабында. Таһир һүҙе ғәрәп телендә саф, таҙа тигәнде аңлатҡанын да яҙған ул[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Населенные пункты оренбургских башкир, входившие в Оренбургскую губернию // Башкирская энциклопедия.
  2. Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2016. — С. 28, 62. — 184 с. — ISBN 978-5-9613-0424-4.
  3. Кувандыкский район в административно-территориальном устройстве государства (22 февраль 2015). Дата обращения: 25 сентябрь 2015. 2020 йыл 25 сентябрь архивланған.
  4. По легенде, названия гор Тагир-тау и Аил-тау (в 1,5 км отсюда) произошли от имен двух непримиримых врагов — батыров, Тагир и Аил. У тюркских народов действительно есть имена Тахир, Тагир (в переводе с арабского — «Чистый»), тау значит — «гора». «Гора Тагира». — Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 861 бит