Азовкин Юрий Петрович

Юрий Петрович Азовкин (6 ноябрь 1924 йыл — 11 май 1993 йыл) — Совет армияһы полковнигы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, айырыуса Польша өсөн һуғыштарҙа ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Башҡорт кавалерия дивизияһы 148-се артиллерия-миномет полкының взвод командиры. Советтар Союзы Геройы (1945). 1949 йылдан — КПСС ағзаһы[1].

Азовкин Юрий Петрович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 6 ноябрь 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})
Тыуған урыны Сасово[d], Шацк өйәҙе[d], Рязань губернаһы[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 11 май 1993({{padleft:1993|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (68 йәш)
Вафат булған урыны Рязань, Рәсәй
Ерләнгән урыны Поляны[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание кесе лейтенант[d], өлкән лейтенант[d] һәм полковник[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө артиллерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Александр Невский ордены «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «Алтын Йондоҙ» миҙалы

Биографияһы үҙгәртергә

Юрий Петрович Азовкин 1924 йылдың 6 ноябрендә Рязань губернаһы Елатом өйәҙенең Сасово ҡасабаһында (хәҙер — Рязань өлкәһе Сасово ҡалаһы) хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған[2][3]. Урта белем ала[4]. Һуңынан 20-се һанлы тимер юлы мәктәбендә уҡый[5].

1942 йылдың авгусында Сасово райвоенкоматы тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Офицер курстарын тамамлағандан һуң, 1943 йылдың сентябрендә, кесе лейтенант ваниеһында алғы һыҙыҡҡа ебәрелә, 1-се Белорус фронтында һуғыша. Черниговты азат итеү өсөн алыштарҙа айырыуса ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Мәҫәлән, 1943 йылдың 21 сентябрендә 148-се гвардия артиллерия-миномет полкы (16-сы гвардия кавалерия дивизияһы, 7-се гвардия кавалерия корпусы) идаралығы взводы командиры вазифаһында гвардия өлкән лейтенанты Азовкин Седнев тораҡ пункты эргәһендәге (Украина, Чернигов өлкәһе, Чернигов районы) бәрелеш ваҡытында ауыл эргәһендә башта дошман автоматсылары һөжүмен кире ҡағыу менән етәкселек итә, ә һуңынан яугирҙар төркөмө менән беренсе булып ҡасабаға бәреп инә һәм шәхси ҡоралынан яҡынса 24 дошман һалдатын һәм офицерын үлтерә һәм ошо батырлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә.

Айырыуса Юрий Азовкин 1945 йылдың 16 февралендә Жеплино (нем. Repplin — Репплин) тораҡ пункты районындағы алыштар ваҡытында Хощнонан (Польша) төньяҡ-көнбайыштараҡ ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Был көндә алты сәғәт тирәһе дауамында гвардия өлкән лейтенанты Азовкиндың взводы дошмандың өҫтөлөклө көстәренең (пехота батальоны) биш контратакаһын 15 танк ярҙамында кире ҡағыуға өлгөшә. Оҙайлы ҡаршы тороу барышында совет һалдаттары ете дошман танкын һәм ике йөҙгә тиклем дошман һалдатын һәм офицерын юҡҡа итеүгә өлгәшә. Немец пехотаһы Азовкиндың батареяһы позицияларына бәреп ингәс, ул контратакаға бөтә шәхси составын күтәрә һәм бәреп ингән 70 фашистан утыҙын ҡыра. Ошо ҡаһарманлығы өсөн СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 31 майындағы уҡазына ярашлы гвардия өлкән лейтенанты Юрий Петрович Азовкинға Советтар Союзы Геройы званиеһы бирелә һәм уға «Алтын йондоҙ» миҙалы һәм Ленин ордены тапшырыла[2][5][6][7][8].

Һуғыш тамамланғандан һуң Юрий Азовкин армияла хеҙмәтен дауам итә [1]. 1948 йылда ул Офицерҙар составын камиллаштырыу курстарын тамамлай, 1965 йылда — Ленинградта Үҙәк артиллерия офицерҙар курсын. Өс йыл дауамында (1967—1970 йылдарҙа) Мысыр армияһының 2-се пехота дивизияһы артиллерия бригадаһы командирының кәңәшсеһе булып хеҙмәт итә[9][5].

1970 йылда полковник званиеһында запасҡа сыға[9]. Рязандә йәшәй һәм эшләй. Юрий Петрович Азовкин 1993 йылдың 11 майында, вафат була, Поляны ауылында ерләнә[2][5].

Наградалары үҙгәртергә

Хәтер үҙгәртергә

  Тышҡы рәсемдәр
  Мемориальная доска[11]
  Надгробный памятник[12]

Юрий Азовкиндың исеме алтын хәрефтәр менән 12 -се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһының башҡа 78 Советтар Союзы Геройы исемдәре менән бер рәттән Башҡортостан Республикаһының Милли музейы бинаһында мәңгеләштерелгән, шулай уҡ уның исеме 112-се кавалерия дивизияһы музейы бинаһында уйылып яҙылған[5].

Юрий Азовкиндың тыуған ҡалаһында уның хөрмәтенә мәктәп бинаһында, шулай уҡ «Ушаково» китапханаһы бинаһында мемориаль таҡтаташы ҡуйылған[5][13].Уның исеме «Дан Аллеяһы» мемориаль комплексында яҙылған[14].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Герои земли Рязанской, 1995
  2. 2,0 2,1 2,2 РОУНБ им. М. Горького, 2005, с. 8
  3. Азовкин Юрий Петрович // Гордость и слава 16-й кавдивизии : [Чернигов. гвард. кавалер. дивизия] / авт. сост.: А. И. Захаров. — Уфа : Башкирское книжное издательство, 1990. — 120 с. — 15 000 экз. — ISBN 5-295-00583-6.
  4. Герои Советского Союза, 1987, с. 32
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 5,6 Уфаркин Н. В. Азовкин Юрий Петрович. «Герои страны» сайты. Дата обращения: 20 октябрь 2017. Архивировано 17 сентябрь 2017 года.
  6. Прокофьев А. С. Черниговцы, вперед! = Помним! // Рязанские ведомости : газета. — Рязань, 2012. — № 96 (4147). Архивировано из первоисточника 16 апрель 2017.
  7. 7,0 7,1 Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  8. 8,0 8,1 Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  9. 9,0 9,1 РОУНБ им. М. Горького, 2005
  10. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  11. Гопиенко Ф. Мемориальная доска (3). Сайт «Герои страны». Дата обращения: 6 август 2017. Архивировано 6 август 2017 года.
  12. Данилов Е. Надгробный памятник. Сайт «Герои страны». Дата обращения: 6 август 2017. Архивировано 6 август 2017 года.
  13. Юрлова Т. В Сасове открыли две мемориальные доски Героям Советского Союза. Издательство «Пресса» (16 сентябрь 2015). Дата обращения: 16 апрель 2017. Архивировано 16 апрель 2017 года.
  14. Астафьев В. В. Память сердца // Рязанские ведомости : газета. — Рязань, 2017. — № 133 (5420). Архивировано из первоисточника 4 август 2017.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Азовкин Юрий Петрович. «Герои страны» сайты.

  • Азовкин Юрий Петрович (неопр.). Знаменитые земляки Сасовского района. Официальный сайт Администрация МО Сасовский муниципальный район Рязанской области. Дата обращения 4 августа 2017. Архивировано 4 августа 2017 года.