Әлфиә Авзалова

йырсы
(Авзалова Альфия Авзаловна битенән йүнәлтелде)

Авзалова Әлфиә Авзал ҡыҙы (15 ғинуар 1933 йыл — 15 июнь 2017 йыл) — СССР һәм Рәсәй йырсыһы. Татар АССР-ының атҡаҙанған (1962) һәм халыҡ (1970), РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1983) артисы. Татарстан Республикаһының Ғабдулла Туҡай исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты (1992). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Татарстан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры.

Әлфиә Авзалова
татар. Әлфия Афзал кызы Афзалова
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 15 ғинуар 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Аҡтаныш, Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 15 июнь 2017({{padleft:2017|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (84 йәш)
Вафат булған урыны Ҡазан, Рәсәй
Ерләнгән урыны Яңы биҫтә зыяраты (Ҡазан)[d]
Һөнәр төрө йырсы
Әүҙемлек урыны Яңы Ҡабан һәм Ҡазан
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Татарстан Республикаһының халыҡ артисы орден «За заслуги перед Республикой Татарстан» Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы Государственная премия Республики Татарстан имени Габдуллы Тукая
 Әлфиә Авзалова Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Әлфиә Авзал ҡыҙы Авзалова 1933 йылдың 15 ғинуарында Татар АССР-ының Аҡтаныш районы Аҡтаныш ауылында тыуған. Иртә етем ҡала: әсәһе үлгәндә, ҡыҙға барлығы 5 йәш була. Һуңыраҡ атаһы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була. Әлфиәне әсәһенең хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Краснокама районы Яңы Ҡабан ауылында йәшәгән ҡыҙ туғаны тәрбиәләй.

1957 йылда Татар дәүләт йыр һәм бейеү ансамблендә солист була, Солтан Ғәбәши, Александр Ключарёв, Мансур Музафаров, 3аһит Хәбибуллин һәм башҡа композиторҙарҙың ҡатмарлы әҫәрҙәрен башҡара. Уның репертуарына боронғо халыҡ һәм заманса йырҙар инә. Вокал оҫталығына һәм нота грамотаһына уны Волкова Рәйсә өйрәтә — шул саҡта ул Ғабдулла Туҡай исемендәге Татар дәүләт филармонияһының художество етәксеһе булып эшләй.

Авзалова Әлфиә ансамблдә бер йыл эшләгәс, музыка училищеһына уҡырға инә, тик бер айҙан тауышы ҡарлыға. Тауышын тергеҙеп, ул үҙ өҫтөндә эшләй һәм кире ансамблгә ҡайта. Татар дәүләт филармонияһының художество етәкселеге тәҡдиме буйынса Әлфиә Авзалова үҙенең концерт төркөмөн ойоштора, уға Ғәбидуллин Кәрим етәкселегендәге орган, гитара, клавишалылар һәм синтезаторҙан торған «Казан утлары» эстрада инструменталь ансамбле һәм бейеү төркөмө ҡушыла.

Авзалова был ансамбль менән бергә Балтик буйы һәм Урта Азиялағы совет республикаларында гастролдәрҙә йөрөй, Мәскәүҙә, Ленинградта һәм СССР-ҙың бик күп ҡалаларында була, Башҡортостан һәм Татарстан нефтселәре, төҙөүселәр, КАМАЗ заводында эшләүселәр, ауыл хеҙмәтсәндәре алдында сығыш яһай. Ике-өс айға һуҙылған һәр бер сыҡҡанында 100-ҙән ашыу концерт биреүгә өлгәшә.

1957 йылда Мәскәүҙә Татар сәнғәтенең һәм әҙәбиәтенең декадаһында сығышында йырсы беренсе ҙур уңышын яулай.

Авзалова Әлфиә 2017 йылдың 15 ююнендә 85-се йәшендә оҙайлы һәм ҡаты сирҙән һуң Ҡазанда вафат була[1][2].

Тауыш тембры — тулы диапазонлы альт. Донъяның 14 телендә йырлай.

Йырсы һәм уның ижады тураһында татар телендә «Моң батшабикәһе» исемле документаль фильм төшөрөлә, ул 2010 йылда Ҡазанда күрһәтелә (сценарий авторы — Рабит Батулла, яҙыусы, драматург, Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Татар АССР-ының атҡаҙанған артисы (1962)
  • Татар АССР-ының халыҡ артисы (1970)
  • Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (беренсе тапҡыр — 1976)
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1983)
  • Татарстан Республикаһының Ғ. Туҡай исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты. (1992)
  • «Халыҡтар араһында тыныслыҡты нығытыу буйынса әүҙем эшмәкәрлеге өсөн» Совет тыныслыҡты яҡлау комитетының Почёт грамотаһы (1960)
  • «Татар эстрадаһы легендаһы» — Хөрмәтле бүләге (2008)
  • Ҡазан йондоҙҙар аллеяһына исемле йондоҙо һалына.
  • «Әлфия Авзалова: истәлекләр, әңгәмәләр, мәкаләләр, фоторәсемнәр» /Тоз. Р.Батулла. — Казань: Татарское книжное издательство, 2007. — 214 с. — 3000 д. — ISBN 978-5-298-01533-2
  • 2019 йылдың сентябрендә Татарстанда танылған йырсы Әлфиә Афзаловаға һәйкәл асылды. Ул Яңы татар биҫтәһе зыяратында йырсыны ҡәбере өҫтөнә ҡуйылды[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә