Абдулғәзин Солтан Шәрип улы
Абдулғәзин Солтан Шәрип улы (рус. Абдулгазин Султан Шарипович) (1904-) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, шайморатовсы. Гвардия ҡыҙылармеецы, рядовойы, сапёр. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры[1].
Абдулғәзин Солтан Шәрип улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 1904 |
Тыуған урыны | Әхмәр, Моҡас ауыл Советы, Баймаҡ районы, СССР |
Һөнәр төрө | сапёр |
Хәрби звание | рядовой һәм ҡыҙылармеец[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәСолтан Шәрип улы Абдулғәзин 1904 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы) Әхмәр ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
Хәрби хеҙмәте
үҙгәртергә1942 йылдың декабрендә Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла.
7 кавалерия корпусы составындағы 16-сы гвардия кавалерия дивизиһы 58-се гвардия кавалерия полкының сапёр взводында сапёр булып хеҙмәт итә.
1945 йылдың 22, 23, 28 апрелендә күрһәткән батырлығы өсөн, 1945 йылдан 15 июнендә иғлан ителгән 27/н һанлы бойороҡҡа ярашлы, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены тапшырыла[2].
Наградалары
үҙгәртергә- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943)
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945)
- «Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалы[2]
Хәтер
үҙгәртергәАбдулғәзин Солтан Шәрип улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[3] һәм БР-ҙың Баймаҡ районы Әхмәр ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Шаймуратовцы. Абдулгазин Султан Шарипович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 июль 2021)
- Память народа. Абдулгазин Султан Шарипович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 июль 2021)
- Дорога памяти. Абдулгазин Султан Шарипович 2021 йыл 4 июнь архивланған.
- РГБ: Они вернулись с победой. Баймакский район, т. 2, 2002 ISBN 5-295-03092-Х