Абдуллин Фитрат Кирам улы
Абдуллин Фитрат Кирам улы (рус. Абдуллин Фитрат Кирамович) (1908-) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се кавалерия полкының разведка взводы командирының ярҙамсыһы. Кесе лейтенант. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры[1].
Абдуллин Фитрат Кирам улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 1908 |
Тыуған урыны | 1-се Төркмән, Баймаҡ районы, СССР |
Һөнәр төрө | яугир |
Хәрби звание | старшина[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәФитрат Кирам улы Абдуллин 1908 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы) ағалы-энеле Рәмиевтарҙың Төрөкмән приискыһында (хәҙер — 2-се Төрөкмән ауылы) тыуған.
1929 йылдан алып Урал хәрби округында, Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһында, 413-сө уҡсылар дивизияһының 1322-се уҡсы полкында хеҙмәт итә.
1-се Белорус фронтының 7-се кавалерия корпусына буйһоноусы 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 275-се гвардия кавалерия полкының 12-се айырым дивизионында хеҙмәт итә.
Разведканы һәр ваҡыт уңышлы үткәрә. 1943 йылдың 18 октябрендә ут ҡойоно аҫтында шәхсән үҙе ике дошман һалдатын әсирлеккә алғаны өсөн тәүге хәрби наградаһына — «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалына лайыҡ була.
Гвардия лейтенанты Фитрат Кирам улы Абдуллин шулай уҡ Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.
1945 йылда демобилизациялана[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергәХәтер
үҙгәртергәАбдуллин Фитрат Кирам улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[3] һәм БР-ҙың Баймаҡ районы 2-се Төрөкән ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- ЦАМО. Фонд 33. Опись 690155. Единица хранения 2087
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Шаймуратовцы. Абдуллин Фитрат Кирамович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 июль 2021)
- Память народа. Абдуллин Фитрат Кирамович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 июль 2021)
- РГБ: Они вернулись с победой. Баймакский район, т. 2, 2002 ISBN 5-295-03092-Х