2-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы

(2-се Башҡорт пехота дивизияһы битенән йүнәлтелде)

2-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы (19181919) — Рәсәйҙә Граждандар һуғышы ваҡытында Башҡорт армияһының хәрби формированиеһы.

2-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы
Ғәмәлдә булған йылдары

август. 1918октябрь 1918,
ғинуар, 1919февраль, 1919

Ил

Башҡортостан автономияһы Башҡортостан автономияһы 19181919

Бойһонған

Башҡорт Хөкүмәте, Башҡорт хәрби шураһы

Составында

Халыҡ армияһы, Башҡорт айырым корпусы, Ырымбур айырым армияһы, Башҡорт корпусы

Тип

ҡоро ер ғәскәрҙәре

Берләштерә

1-се Башҡорт пехота полкы, 4-се Башҡорт пехота полкы

Функция

автономия мәнфәғәттәрен яҡлау

Ҡатнашҡан хәрби бәрелештәр

Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы

Командирҙары
Билдәле командирҙары

А. Емельянов, Набоков, А. Ғәбиҙуллин

-

Ойошторолоуы һәм тарихы

үҙгәртергә

Дивизия Башҡорт хәрби шураһының 1918 йылдың 13 август бойороғо буйынса 1-се Башҡорт пехота дивизияһы булараҡ Ырымбурҙа ойошторола. Дивизия составына 1-се һәм 4-се Башҡорт пехота полктары инә.

1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы Халыҡ армияһы (Комуч) составында була, 1918 йылдың сентябренән — Башҡорт айырым корпусына инә.

1918-се йылдың 21 октябрендә штаб начальнигы КОМУЧ барлыҡ ҡораллы көстәренең Верховный главнокомандующийы генерал-лейтенант С. Н. Розановтың бойороғо буйынса дивизия тарҡатыла. Уның барлыҡ төркөмдәре 1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы составына инә.

1919 йылдың 9 ғинуарында Башҡорт ғәскәре штабы начальнигының бойороғо буйынса дивизия тергеҙелә. Дивизияһы составына Ғ. С. Иҙелбаев исемендәге 2-се Башҡорт кавалерия полкының 4 эскадроны, Ә. Б. Ҡарамышев исемендәге 1-се Башҡорт кавалерия полкы, 5-се һәм 6-сы Башҡорт уҡсылар полктары инә. Дивизия Ырымбур айырым армияһының составында була, ә 1919 йылдың 26 ғинуарынан Башҡорт ғәскәренең башлығы Ә. Валидовтың бойороғо буйынса яңы ойошторолған Башҡорт корпусының составына инә.

Дивизия полктары Екатеринбург (август 1918 йыл), Верхнеурал (июль—август 1918 йыл), Орск (сентябрь 1918 йыл), Аҡтүбә (октябрь—ноябрь 1918 йыл), Стәрлетамаҡ (декабрь 1918 йыл — февраль 1919 йыл) фронттарында һуғышалар.

2-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы, Башҡорт Хөкүмәте ғәскәре менән Советтар яғына сыҡҡас, тарҡатыла.

Дивизия начальниктары

үҙгәртергә
  • подполковник А. Емельянов (август—октябрь 1918 йыл);
  • поручик Набоков (ғинуар 1919 йыл);
  • штабс-капитан А. Ғәбиҙуллин (ноябрь 1919 йыл).
1918 йылдың июнендә ҡабул ителгән Башҡорт ғәскәренең айырыу билдәләре (1-се Башҡорт пехота полкы),
Һалдаттар һәм кесе командирҙар
           
Рядовой Ефрейтор Бомбардир Унтер-офицер Фельдфебель Подпрапорщик
Обер-офицерҙар Штаб-офицер
             
Прапорщик Подпоручик Поручик Штабс-капитан Капитан Подполковник Полковник
  • Багаутдинов Р. О. Участие башкир в Белом движении (1917—1920). — Уфа, 2009.
  • Багаутдинов Р. О. Участие белых башкирских национальных частей на Екатеринбургском фронте // II Емельяновские чтения: Материалы Всероссийского научно — практической конференции (Курган, 11 — 12 мая 2007 г.). — Курган: Изд.-во Курганского гос. ун-та, 2007. — 293 с. С. 135—136.
  • Национально-государственное устройство Башкортостана (1917—1925): документы и материалы в 4-х томах / сост. Б. Х. Юлдашбаев. — Уфа: Китап, 2002.
  • Туракаев И. Башкирские части в гражданскую войну. — Уфа, 1929.
  • Башкирский корпус на Востоке России 2014 йыл 3 сентябрь архивланған.
  • Войсковое управление Правительства Башкурдистана 2016 йыл 10 ноябрь архивланған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Таймасов Р. С. Участие башкир в Гражданской войне: книга первая. В лагере контрреволюции (1918 — февраль 1919 гг.). — Уфа, 2009. — 200 с. — ISBN 978-5-7477-2159-3.
  • Ярмуллин А. Ш. Башҡорт армияһы тарихынан. — Өфө: Китап, 2012. — 277 с. — ISBN 978-5-295-05503-4.

Һылтанмалар

үҙгәртергә