Ищериков Пётр Фёдорович
Ищериков Пётр Фёдорович (15 июнь 1892 йыл — 5 сентябрь 1961 йыл) — ғалим, яҙыусы, тыуған яҡты өйрәнеүсе. Беренсе бөтә донъя һуғышында , Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
Ищериков Пётр Фёдорович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 15 июнь 1892 |
Вафат булған көнө | 5 сентябрь 1961 (69 йәш) |
Вафат булған урыны | Санкт-Петербург, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | тыуған яҡты өйрәнеүсе |
Биографияһы
үҙгәртергәПетр Федорович Ищериков 1892 йылдың 15 июнендә Новгород губернаһының Яново ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
Сиркәү-мәхәллә училищеһын тамамлаған. 1915—1918 йылдарҙа армияла хеҙмәт итә, Беренсе бөтә донъя һуғышында, 1917 йылдың революцион ваҡиғаларында ҡатнаша, яралана. Максим Горький исемендәге республика китапханаһында инспектор булып эшләй.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фронтҡа китә, ә 1945 йылда ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты юллауы буйынса Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына ҡайтарыла.
1909 йылдан Өфө губернаһындағы учреждениеларҙың хеҙмәткәре, 1923 йылдан — Өфө ҡалаһындағы М. Горький исемендәге республика китапханаһында, 1930 йылдан Башгиз китапхана коллекторы директоры, 1938 йылдан — БАССР Мәғариф халыҡ комиссариатында, 1940-1941 йылдарҙа — Башҡортостан геология идаралығында, 1945-1958 йылдарҙа — Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында, артабан Тау геология институтында эшләй.
П. Ищериковтың фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе — археология, тарих, Башҡортостан халыҡтары әҙәбиәте. Ул Салауат Юлаевтың каторгала Рогервикта (Эстония) булыу фактын асыҡлаусы.
Уның ҡатнашлығында Өфө II ҡаласығы, Стәрлетамаҡ ҡәберлеге һәм башҡалар тикшереп өйрәнелә. Петр Федорович ҡалалағы боронғо ҡомартҡыларҙы, ғибәҙәтханаларҙы һаҡлау менән шөғөлләнә. П. Ф. Ищериков тырышлығына ҡарамаҫтан, Өфөләге Смоленск соборы (Троицк сиркәүе) шартлатыла.
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәПетр Федорович Ищериков — 150-гә яҡын ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән «Салауат Юлаев — башҡорт халҡының юлбашсыһы һәм Пугачев көрәштәше» (1951) китабының авторы.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Седая старина. Башкирия 1000 лет назад //Краеведческий сборник. 1927. № 2;
- Салават Юлаев — вождь башкирского народа и сподвижник Пугачева //Преподавание истории в школе. 1951. № 1;
- Городище Уфа II //Башкирский археологический сборник. Уфа, 1959;
- Хисматуллин А. А. О фонде Ищерикова П. Ф. //История края и судьбы людей. Тезисы докладов и сообщений Второй научно-краеведческой конференции. Уфа, 1994;
- Гиндуллина М. С. Коллекция документов краеведа П. Ф. Ищерикова в фонде Научного архива УНЦ РАН.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- ВЛЮБЛЕННЫЙ В СВОЙ КРАЙ
- Они писали историю Уфы и края 2014 йыл 14 июль архивланған.
- ИЩЕРИКОВ ПЕТР ФЕДОРОВИЧ
[