Өргөн (Учалы районы)
Өргөн, Мулдаш (рус. Ургуново) — Башҡортостан Республикаһының Учалы районындағы ауыл. Учалы ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 569 кеше[2]. Почта индексы — 453731, ОКАТО коды — 80253896003.
Ауыл | |
Өргөн рус. Ургуново | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Элекке исеме |
Мулдаш |
Халҡы | |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
? |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Географик урыны
үҙгәртергәРайон үҙәгенән төньяҡҡа табан 16 км һәм Учалы тимер юлы станцияһына 8 км алыҫлыҡта Өргөн күле буйында урынлашҡан.
Тарихы
үҙгәртергәВерхнеурал өйәҙе биләмәһендә Ҡаратабын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1790 йылда Өргөн күле янында шул уҡ атамалы, Мулдаш булараҡ билдәле ауыл барлыҡҡа килә. Бында Әмин ауылы (хәҙер — Силәбе өлкәһе Уй районы) типтәрҙәре күсеп килә. Тәүге төпләнеүсеһе Көсөк Мулдашев (1756—1816), уның балалары Абдулвәли, Абдулғәлим, Абдулйәмил, Караматкәрим билдәле. Биш йылдан һуң ауылдағы 30 йортта 268 кеше иҫәпләнә. X рәүиз 122 йортта йәшәгән 824 кешене асыҡлай.
1920 йылда ауылда 1190 кеше иҫәпләнгән. Барлығы 230 йорт була[5]. Игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.
Хәҙерге осор
үҙгәртергә2010 йылдан алып ауыл хәҙерге исемен йөрөтә. Өргөн ауылында төп мәктәп (элекке мәсет бинаһы, таштан, XX быуат башы архитектура ҡомартҡыһы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[6].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 1191 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 644 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 647 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 581 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 613 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 569 | 279 | 290 | 49,0 | 51,0 |
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (97 %)[7].
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Урамдары
үҙгәртергә- Яр урамы (рус. Береговая улица)
- Тау урамы (рус. Горная улица)
- Тау тыҡрығы (рус. Горный переулок)
- Урман урамы (рус. Лесная улица)
- Яңы урам (рус. Новая улица)
- Күл урамы (рус. Озерная улица)
- Тау аҫты урамы (рус. Подгорная улица)
- Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)
- Мәктәп тыҡрығы (рус. Школьный переулок)
- Үҙәк урам (рус. Центральная улица)[8]
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Ҡаһиров Рамай Рәйес улы (Рамай Ҡаһир) (19.01.1962) — шағир, яҙыусы. 2005 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы. Учалы районының Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге әҙәби премияһы лауреаты (2013)
- Хәйҙәров Мөхәммәт Аллаяр улы (7.03.1915— 17.07.1999) — башҡорт журналисы, прозаик һәм драматург. 1957 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Сәйәси золом ҡорбаны. I дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Муса Мортазин исемендәге премия лауреаты (1994)
- Моратшин Риф Вәли улы (10.01.1943) — баянсы, композитор, БР халыҡ бейеүҙәре ансамбленең музыкаль етәксеһе (1970 йылдан). Күпселек бейеүҙәрҙе эшкәртеүсе һәм аранжировкалаусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған эшмәкәре (1977).[9]
Тирә-яҡ мөхит
үҙгәртергә- Ер-һыу атамалары
- Өргөн күле
- Усмантал мороно
Тәбиғәт ҡомартҡыһы
үҙгәртергә- Өргөн күле — тәбиғәт ҡомартҡыһы. Шифалы сапропель ләмгә бай.
- Ауыл артында тәбиғәт ҡомартҡыһы Өргөн урманы урынлашҡан[10]
Архитектура ҡомартҡыһы
үҙгәртергә- Элекке мәсет бинаһы, таштан һалынған, XX быуат башы архитектура ҡомартҡыһы (Өргөн төп мәктәбе бинаһы)
Видеояҙмаларҙа
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ Өргөн (Учалы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 28. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Өргөн (Учалы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Госсправка сайтында урамдар исеме
- ↑ Муратшин Риф Валеевич 2022 йыл 29 июнь архивланған.
- ↑ Ургун, Калкан и Ахун
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Өргөн (Учалы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 28. — ISBN 978-5-295-04683-4.