Өлтөк Ҡарағас төбәге

Тәбиғәт ҡомартҡыһы

Өлтөк Ҡарағас төбәге (Ҡужан ҡарағастары; рус. Урочище Ултык-Карагас, Кужановские лиственницы[1]) — Урал тауҙары системаһының Ҡырҡтытау һыртындағы төбәк. 11 уникаль ҡарағастан үҫә.

Өлтөк Ҡарағас төбәге
Категория МСОПIII (Тәбиғәт ҡомартҡыһы)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны3 гектар 
Нигеҙләнгән ваҡыты12 февраль 1997 йыл 
Урынлашыуы
53°26′08″ с. ш. 58°31′05″ в. д.HGЯO
Рәсәй
Точка
Өлтөк Ҡарағас төбәге
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Өлтөк Ҡарағас төбәге

1997 йылдан Ҡырҡтытау һыртындағы Өлтөк Ҡарағас төбәге — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районы биләмәһенә ҡараған ботаник тәбиғәт ҡомартҡыһы. Һаҡлау зонаһының майҙаны — 3 гектар.

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Ҡырҡтытау һыртындағы Өлтөк Ҡарағас төбәге Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районы Ҡужан ауылынан көнбайышҡа табан 3 километр алыҫлыҡта «Йортбикә» тип аталған яланда урынлашҡан.

Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының 1997 йылдың 12 февралендәге 124-р ҡарарына ярашлы, Ҡырҡтытау һыртындағы Өлтөк Ҡарағас төбәге ботаник тәбиғәт ҡомартҡыһы статусына эйә була[1].

Башҡа ҡарағастарҙан айырмалы, өлтөк ҡарағастарҙың сатыры шар рәүешле, 1,5 бейеклектән башлана. Бындай үҙенсәлектәре — төп олондоң тармаҡланып, бер нисә ваҡ олон ебәреүе менән бәйле. Шуғалыр ҙа урындағы халыҡ уларҙы бөҙрә ҡарағас тип йөрөтә.

Ғалимдар фекеренсә, уларҙың йәше 400 йылға яҡын. Дүртенсе һәм бишенсе ағастар ғаилә тип һанала, сөнки улар олондары менән ҡушылып, арка яһаған. Яндарында ғына берҙән-бер йәш ағас үҫеп сыҡҡан, ә ғәмәлдә был ағастар тәбиғи юл менән дә, яһалма юл менән дә үрсемәйҙәр.

Үткән быуаттың 90-сы йылдарында ғәҙәти булмаған ҡарағастар менән Рәсәй ғалимдары ҡыҙыҡһына башлай, уларға башҡа илдәрҙән ботаниктар ҙа ҡушыла. Поляк, япон, ҡытай, немец ғалимдары бындай ҡарағастарҙы Европала ла, Азияла лә күргәндәре булмағанын һөйләйҙәр. Шулай ҙа улар ағастарҙың күп олонло булып үҫеү сәбәптәре тураһында һорауға бер төрлө лә яуап бирә алмай, тип яҙа «Вечерняя Уфа» гәзите [2]

Төп гипотезаларҙың береһе — мутация йәки инфекция. Бер фараз буйынса, бер нисә йөҙ йыл элек күп олонло мутант ағас барлыҡҡа килгән, ул нәҫел биргән. Башҡа версия буйынса, ер ҡабығына яҡын ниндәйҙер тау тоҡомо урынлашҡан һәм ағастарҙың үҫешенә йоғонто яһай.

Был уникаль ағастарҙы ҡурсыуҙы, атаһынан мираҫ итеп алып, РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, хеҙмәт ветераны Клара Хатап ҡыҙы Абдуллина дауам итә. Бының өсөн уны Рәсәй география йәмғиәте дипломы менән бүләкләгәндәр. Уның ошо изге эштәре өсөн алған башҡа маҡтаулы исемдәре лә бар.

Риүәйәттәр

үҙгәртергә

Урындағы бер нисә легенда ошо ҡарағастар менән бәйле. Уларҙың береһе был урында йәшәгән бай кешенең үҙ тирмәһе тирәһендә шул ағастарҙы ултыртыуы тураһында бәйән итә. Икенсе бер риүәйәт буйынса, был яландың ере аҫтында һирәк осрай торған тәбиғи байлыҡтар ята. Имеш, бындай ғәҙәти булмаған ағастар тап шундай урында ғына үҫә, ә Ҡужан ҡарағастары кеүек һирәктәре 20-нән дә артыҡ түгел, тиҙәр[3]

Вандаллыҡ

үҙгәртергә

2020 йылдың 30 октябрендә билдәһеҙҙәр өлтөк ҡарағастарҙың олондарын ике яҡлап бысып сыға[4]. Райондың урмандарҙы һаҡлау буйынса дәүләт инспекторы Фәнис Ғайсин белдереүенсә:

«Бындай зыяндан һуң ҡарағастар артабан тереклек итә алмаясаҡ, ҡороясаҡ… Сөнки бысылған урындар ағастың үҙәгенә тиклем барып етә һәм уларға, ҡыҙғанысҡа ҡаршы йығылыу ҡурҡынысы янай»

[5].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Мулдашев А. А. Урочище Ултык-Карагас хребта Крыктытау // Реестр особо охраняемых природных территорий Республики Башкортостан 2023 йыл 21 ғинуар архивланған.. – Изд.2-е, перераб. — Уфа: Издательский центр «МедиаПринт», 2010. — 414 с. — С. 39.
  • Путенихин В. П. Морфофизиологические аномалии развития лиственницы Сукачева и сосны обыкновенной // Экология и охрана окружающей среды. — Пермь, 1995. — С. 105-106.
  • Путенихин В. П. Аномальные формы лиственницы Сукачева и сосны обыкновенной // Роль ботанических садов в сохранении биоразнообразия. — Ростов-на-Дону, 2002. — С. 122-124.
  • Путенихин В. П. Цивилизация деревьев: Научно-популярные очерки о природе. — Уфа: Информреклама, 2007. — 140 с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Видеояҙмалар

үҙгәртергә
  1. YouTube сайтында Видео Кужановские лиственницы( сюжет на башкирском языке)