Ишмырҙин Әүхәҙи Ғәләүетдин улы

хәрби эшмәкәр, Рәсәйҙәге Граждандар һуғышының һәм Башҡорт милли хәрәкәтенең актив ҡатнашыусыһы, штабс-ротмистр
(Әүхәҙи Ишмырҙин битенән йүнәлтелде)

Әүхәҙи Ғәләүетдин улы Ишмырҙин (18901923) — хәрби эшмәкәр, Рәсәйҙәге Граждандар һуғышының һәм Башҡорт милли хәрәкәтенең актив ҡатнашыусыһы, штабс-ротмистр.

Ишмырҙин Әүхәҙи Ғәләүетдин улы
Тыуған ваҡыты

1890({{padleft:1890|4|0}})

Тыуған урыны

Өфө губернаһы, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Кинйәбулат ауылы, (хәҙерге Башҡортостандың Ишембай районы)

Үлгән ваҡыты

1923({{padleft:1923|4|0}})

Вафат урыны

Мәскәү, РСФСР

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Хеҙмәт итеү йылдары

Рәсәй флагы 19141917
Башҡортостан автономияһы 19181919

Хәрби звание

штабс-капитан, Башҡорт Армияһы

Командалыҡ итеү

1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы (Башҡорт корпусы)

Хәрби алыш/һуғыш

Беренсе донъя һуғышы,
Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы

Наградалар һәм премиялар
4 дәрәжәләге Георгий тәреһе
4 дәрәжәләге Георгий тәреһе
3 дәрәжәләге Георгий тәреһе
3 дәрәжәләге Георгий тәреһе
2 дәрәжәләге Георгий тәреһе
2 дәрәжәләге Георгий тәреһе
1 дәрәжәләге Георгий тәреһе
1 дәрәжәләге Георгий тәреһе

Биографияһы

үҙгәртергә

Әүхәҙи Ғәләүетдин улы Ишмырҙин 1890 йылда Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Кинйәбулат ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районында) тыуған. Ҡазан ҡалаһында уҡытыусылар мәктәбен, ә 1914 йылда — кесе офицерҙар әҙерләй торған хәрби мәктәпте тамамлай.

1914—1917 йылдарҙа Рәсәй армияһында хеҙмәт итә, Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша. Подпоручик дәрәжәһе ала.

1917 йылда Бөтә башҡорттар ҡоролтайында (съезында) ҡатнаша.

1918 йылдың февралендә Башҡорт хөкүмәтенең большевик ағзалары тарафынан ҡулға алынғандан һуң, Әүхәҙи Ишмырҙин инициативаһы менән Юрматы кантоны башҡорттары съезы саҡырыла. Съезда Ырымбур революцион комитеттың эшмәкәрлегенә ҡаршы протест белдереп һәм Башҡорт хөкүмәте ағзаларын азат итеүҙе талап итеп, В. И. Ленинға телеграмма ебәрергә ҡарар ителә.

1918—1919 йылдарҙа Башҡорт армияһында хеҙмәт итә, 1918 йылда штабс-ротмистр дәрәжәһенә күтәрелә.

1918 йылдың октябренән Башҡорт армияһының 6-сы Башҡорт уҡсылар полкы командиры, шул уҡ ваҡытта Юрматы кантоны ирекле отрядының башлығы ла була. Башҡорт хәрби советы ағзаһы.

1919 йылдың февраленән 1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһының командующийы итеп ҡуйыла. Башревком составына инә.

1919 йылдың апреленән Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһының хәрби комиссары урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Был вазифаһында ул РККА (Айырым Башҡорт уҡсы бригаданың) башҡорт частарын ойоштороу менән шөғөлләнә.

1919 йылдың сентябрендә Петроград фронтының Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмөн төҙөүҙә ҡатнаша.

1920 йылдан башлап автономиялы республиканың кантондарында советтар ойоштороу менән мәшғүл була.

РСФСР Үҙәк башҡарма комитеты һәм Халыҡ комиссарҙары советының 1920 йылдың 19 майында «Автономиялы Совет Башҡортостан Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында» декреты сыҡҡандан һуң, протест йөҙөнән Башревкомдың башҡа ағзалары менән бергә отставкаға китә.

Әхмәтзәки Вәлиди Туған менән бергә Урта Азияла «баҫмасылар хәрәкәтендә» ҡатнаша.

1922 йылдың апрелендә ҡыҙылдарға әсирлеккә эләгә һәм язалап үлтерелә.

Ир туғандары

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә