Әүзағи мәҙһәб
Әүзағи мәҙһәб (ғәр. المذهب الأوزاعي;рус. Аузаи́тский мазха́б) — сөнни исламдағы VIII быуатта нигеҙләнгән һәм XI быуатта йәшәүҙән туҡтаған иртә хоҡуҡи мәктәптәрҙең (мәҙһәб) береһе.
Әүзағи мәҙһәб | |
ғәр. المذهب الأوزاعي | |
Дин: | |
---|---|
Ағым: | |
Нигеҙләнгән: | |
Нигеҙләүсе: | |
Илдәр: | |
Тарҡалған: | |
Тарихы
үҙгәртергәӘүзағи мәҙһәб боронғо Ираҡ ислам хоҡуғы мәктәбенән башланғыс ала[1]. Мәҙһәбтең нигеҙ һалыусы-эпонимы Баальбектан (хәҙ. Ливан) билдәле мосолман дин ғалимы — фаҡиһ Ғабдрахман әл-Әүзағи (704—774) була. Сүриәлә (әш-Шам) барлыҡҡа килеп, мәҙһәб әл-Әүзағи Мәғрибтә (Төньяҡ Африка) сәскә атыуға өлгәшә[1] һәм мосолман Испанияһына тиклем тарала, унан һуң мәлики мәҙһәб тарафынан ҡыҫырыҡлап сығарыла[2]. X быуатҡа тиклем Әүзағи мәҙһәб Сүриәлә өҫтөнлөк итә һәм унда шәфиғи мәҙһәб тарафынан ҡыҫырыҡлап сығарылғансы, XI быуатҡа тиклем йәшәүен дауам итә[3]. Уның шәкерттәре иһә ҡануни дүрт сөнни мәҙһәбкә (мәлики, хәнәфи, хәнбәли һәм шәфиғи) ҡушыла[4].
Юғалыуы сәбәптәре
үҙгәртергәМәҙһәбтең тарҡалыуына һәм артабан юғалыуына бер нисә сәбәп килтергән. Әл-Әүзағи Дамасктағы Өмәүиҙәр хәлифәлеге хәлифәлегенең идара итеүсе даирәләренә яҡын була. Шул арҡала, өмәүиҙәрҙе ҡолатып, Бағдадта хаким булып киткән Ғәббәсиҙәр уны кире ҡаҡҡан. Ғәббәсиҙәр ваҡытында башланған шәриғәт ҡанундарын системалаштырыу буйынса киң программа хәнәфи мәҙһәбкә нигеҙләнгән, был шулай уҡ власть даирәләрендә әүзағи мәктәбенең абруйы төшөүгә килтергән. Өҫтәүенә, Бәйрүттәге янғында әл-Әүзағиҙең әҫәрҙәре һаҡланған шәхси китапханаһы янып бөткән[5].
Портал «Ислам» | |
Проект «Ислам» |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 John L. Esposito. The Oxford Dictionary of Islam. — Oxford University Press, 2004. — P. 30. — 384 p. — ISBN 9780199757268.
- ↑ Петрушевский, И. П. Ислам в Иране в VII—XV веках: курс лекций. — Издательство Ленинградского университета, 1966. — С. 141. — 398 с.
- ↑ Roy Mottahedeh. Loyalty and Leadership in An Early Islamic Society. — I.B.Tauris, 2001. — P. 22. — 209 p. — ISBN 9781860641817.
- ↑ Самигуллин, В. К. Восток: мозаика правовых традиций. — Уфа: Академия ВЭГУ, 2016. — С. 57. — 180 с. — ISBN 9785878656368.
- ↑ David Grafton. The Christians of Lebanon: Political Rights in Islamic Law. — I.B.Tauris, 2003. — P. 45. — 286 p. — ISBN 9781860649448.
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |