Ғабдрахман әл-Әүзағи

Әбү Ғәмер Ғабдрахман ибн Ғәмер әл-Әүзағи (ғәр. أبو عمرو عبد الرحمن بن عمرو الأوزاعي‎; рус. Абу́ А́мр Абдуррахма́н ибн Амр аль-Ауза́и;704, Баальбек, Өмәүиҙәр хәлифәлеге - 774, Бәйрүт, Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге) - ислам дин ғалимы, тәбиғиндәрҙең шәкерттәре быуынынан сыҡҡан фаҡиһ һәм Шамдағы бөтә замандарҙан иң абруйлы дин белгестәренең береһе. Әүзағи мәҙһәбкә нигеҙ һалыусы һәм уның эпонимы.

Ғабдрахман әл-Әүзағи
араб. عبد الرحمن الأوزاعي
Портрет
Шәхси мәғлүмәт
Тыуған ваҡыттағы исеме:

Әбү Ғәмер Ғабдрахман ибн Ғәмер әл-Әүзағи

Һөнәре, эшмәкәрлек төрө:

Фаҡиһ, дин белгесе, фәлсәфәсе

Тыуған көнө:

707[1][2]

Тыуған ере:

Баальбек[d], Сүриә, Өмәүиҙәр хәлифәлеге[3]

Үлем көнө:

774[1][2]

Үлгән ере:

Бәйрүт, Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге[3]

Ил:

 Өмәүиҙәр хәлифәлеге
 Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге

Дине:
Ағымы:


сөннилек

Атаһы:

Ғәмер әл-Әүзағи

Балалары:

Ғәмер

Эшмәкәрлек йүнәлеше:

Фиҡһ

Остаздары:

Ата ибн Абу Рабах[d], Мухаммад аль-Бакир[d], Катада ибн Диама[d], Ибн Шихаб аз-Зухри[d], Мәлик ибн Әнәс һәм Ибрахим ибн Абу Абля[d]

Шәкерттәре:

Сүфйән әҫ-Ҫәүри, Мәлик ибн Әнәс һәм Ибн аль-Мубарак[d]

Йоғонто яһаған:

сөнниҙәр


Өҫтәмә мәғлүмәт
Разное:

основатель собственного мазхаба

 Ғабдрахман әл-Әүзағи Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Әл-Әүзағиҙың дини мираҫы мосолман хоҡуҡтары буйынса хеҙмәттәрҙә киң яҡтыртыла. Заманында ғалимдың ҡараштары үҙ аллы мәҙһәб барлыҡҡа килтергән[4], шәкерттәре Шамда һәм Андалусияла булған. Шамда һәм Төньяҡ Африкала мәлики мәҙһәб таралғанға тиклем әл-Әүзағи мәҙһәбе иң өҫтөнлөклө булған. Һуңынан был мәҙһәб юғала, ләкин уның фекере бөгөн дә дүрт сөнни имамдың фекере менән бер рәттән ҡарала. Ғүмеренең аҙағында әл-Әүзағи Бәйрүткә күсеп китә, унда уға ҡаҙый вазифаһы тәҡдим ителә. Ләкин ул баш тарта һәм, ғүмеренең аҙағына тиклем, дин тәғлимәтен уҡытыуын дауам иткән.

Әбү Ғәмер әл-Әүзағи Бейрутта 774 йылда сәфәр айында вафат була. Ғалимды ерләүгә бик күп кеше йыйыла. Ғүмер буйы кешеләргә мәрхәмәт күрәткән ғалимға рәхмәт йөҙөнән һуңғы юлға оҙатырға Бәйрүттең дүрт йәмәғәте лә: мосолмандар, христиандар, йәһүдиҙәр һәм копттар сыға[5].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Bibliothèque nationale de France ʿAbd al-Raḥmān al- Awzāʿī // идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. 2,0 2,1 ʿAbd al-Raḥmān al-Awzāʿī // AlKindi (онлайн-каталог Доминиканского института востоковедения)
  3. 3,0 3,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #119129345 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  4. Ан-Навави, Мухйиддин ибн Шараф. Тахзиб ал-асма ва-л-луга. Т. 1. С. 298.
  5. Ибн Асакир. Тарих Димашк. Т. 35. С. 228.

Һылтанмалар

үҙгәртергә