Әҡбәров Саҙрый Әҡбәр улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкы миномёт батареяһы расчёты тоҫҡаусыһы. Гвардия сержанты

Әҡбәров Саҙрый Әҡбәр улы (рус. Акберов Садрий Акберович; 1908 — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкы миномёт батареяһы расчёты тоҫҡаусыһы. Гвардия ҡыҙылармеецы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945), III дәрәжә Дан ордены (1945) кавалеры[1].

Әҡбәров Саҙрый Әҡбәр улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1908
Тыуған урыны Упҡанкүл, Яубүләк ауыл Советы, Асҡын районы, СССР
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание Сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) Ҡыҙыл Йондоҙ ордены III дәрәжә Дан ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Саҙрый Әҡбәр улы Әҡбәров 1908 йылда Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Асҡын районы) Упҡанкүл ауылында (Ҡарткиҫәк ауыл Советы) тыуған.

1942 йылдың декабрендә Асҡын районы хәрби комиссариаты Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡыра[2][3].

Хәрби хеҙмәте

үҙгәртергә

Гвардия сержанты Әҡбәров Саҙрый Әҡбәр улы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкында миномёт батареяһы расчёты тоҫҡаусыһы булып хеҙмәт итә[2][3].

Гвардия ҡыҙылармеецы Саҙрый Әҡбәр улы Әҡбәровтың ҡаһарманлығы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән баһалана:

  1944 йылдың 17 апрелендә Попувка ауылы янындағы алышта миномёт батареяһы расчёты тоҫҡаусыһы гвардия ҡыҙылармеецы Әҡбәров Саҙрый Әҡбәр улы миномёт уты менән расчёты-ние менән бер юлы дошмандың станковый пулемётын юҡ итте. 1908 йылда тыуған, башҡорт, партияһыҙ, РККА сафтарына БАССР-ҙың Асҡын хәрби комиссариаты тарафынан саҡырылған[2]

 

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Әҡбәров Саҙрый Әҡбәр улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ҙың Асҡын районы Упҡанкүл ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә