Йәсәүилек — Әхмәт Йәсәүи нигеҙләгән суфый тәриҡәте. Үҙәк Азия төрки халыҡтарында таралған.

Йәсәүилек
Хөрмәтенә аталған Әхмәт Йәсәүи
Нигеҙләүсе Әхмәт Йәсәүи
Тәртип буйынса иртәрәк килеүсе Хваджаган[d]
Commons-logo.svg Йәсәүилек Викимилектә

ДоктринаһыҮҙгәртергә

Әхмәт Йәсәүи хажиғон (Ходжагон (Хваджаган)) тәриҡәтенең өсөнсө остаҙы, Йософ Хәмидәниҙең вариҫы була. Йәсәүи хажиғон тәриҡәтенең икенсе тармағы — Нәҡшбәндиә тәриҡәтенән айырмалы булараҡ, Зикри жәли (жәһри), йәғни "яңғырауыҡлы зекер"гә бирелгән[1].

Йәсәүи юлыҮҙгәртергә

Йәсәүи юлы 4 төп этаптан тора:

  1. Шәриғәт
  2. Тәриҡәт
  3. Хәҡиҡәт
  4. Мәғрифәт, йәғни Тормош асылын тулыһынса һәм абсолют белеү, илаһи донъя серҙәрен төшөнөү, фәнәгә өлгәшеү.

Йәсәүиә тәриҡәтенең билдәле хәлифәләре араһында Сөләймән Али Баҡырғани булған.

Әхмәт Йәсәүигә тиклемге силсилә (сылбыр)Үҙгәртергә

  1. Мөхәммәт Пәйғәмбәр
  2. Әбү Бәкер Әс-Сиддиҡ
  3. Сәлмән Әл-Фарси
  4. Ҡасим бин Мөхәммәт
  5. Жәғәфәр әс-Садиҡ
  6. Әбү Йәзид Әл-Бәстәми
  7. Әбелхәсән Әл-Харҡани
  8. Әбү Али Фәрмәди
  9. Йософ Хәмәдәни
  10. Ғабдулла Үәрки (Хорезмдан)
  11. Мөхәммәт Хәсән бин Хөсәйен әл-Әндәҡи (1157 вафат)
  12. Әхмәт Йәсәүи

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Абдулло С. Познавая себя и Бога (рус.) // Мысль : Журнал. — Алма-Ата, 2008. — № 3. — С. 90—91.

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә