Әхмәтшин Шәриф Әхмәтвәли улы
Әхмәтшин Шәриф Әхмәтвәли улы (15 апрель 1911 йыл — 18 февраль 1964 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия өлкән сержанты, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) (1943), Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943), II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры[1][2][3].
Әхмәтшин Шәриф Әхмәтвәли улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 15 апрель 1911 |
Тыуған урыны | Ғәҙелша, Баймаҡ районы, СССР |
Вафат булған көнө | 18 февраль 1964 (52 йәш) |
Вафат булған урыны | Сибай, Башҡортостан Республикаhы, РСФСР, СССР |
Хәрби звание | өлкән сержант |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәӘхмәтшин Шәриф Әхмәтвәли улы 1911 йылдың 15 апрелендә д. Гадельша Орского уезда Ырымбур губерниаһының Орск өйәҙе хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Ғәҙелша ауылында тыуған[2][3]. Ҡыҙыл Армияға Баймаҡ район хәрби комиссариаты тарафынан 1941 йылдың декабрендә саҡырыла[1]. 7 гвардия кавалерия корпусының 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкында өлкән ҡорал мастеры булып хеҙмәт итә[2].
Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлығы өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) (Наградлау бойороғо № 58, Документ датаһы: 28. 02. 1943), Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943) (ҡаһарманлыҡ күрһәткән көндәре: 18.09.1943-31.10.1943, 1943 йылдың 3 декабрендәге 300/н от: 03.12.1943 номерлы приказ), II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (ҡаһарманлыҡ күрһәткән көндәре: 16.02.1945-18.02.1945) һәм «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[1][2][3].
1946 йылдан алтын оҫталары бригадиры, 1948 йылдан «Башмедьстрой» тресында, 1960-64 йылдарҙа Сибай ҡалаһында Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинатының ремонт-механик цехында фрезерсы булып эшләй[2].
1964 йылдың 18 февралендә вафат була. Сибай ҡалаһында ерләнгән[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Память народа. Ахметшин Шариф Ахметвалеевич
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Шаймуратовцы. АХМЕТШИН Шариф Ахметвалеевич
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Ахметшин Шариф 2021 йыл 24 июнь архивланған.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Память народа. Ахметшин Шариф Ахметвалеевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 июль 2021)
- Шаймуратовцы. АХМЕТШИН Шариф Ахметвалеевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 июль 2021)
- Ахметшин Шариф 2021 йыл 24 июнь архивланған.