Әхмәтов Хәлил Атаулла улы
Әхмәтов Хәлил Атаулла улы (10 октябрь 1908 йыл — 10 октябрь 1974 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, III дәрәжә Дан ордены менән кавалеры
Әхмәтов Хәлил Атаулла улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 10 октябрь 1908 |
Тыуған урыны | Ғәлиәкбәр, Бөрйән районы |
Вафат булған көнө | октябрь 1974 |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәӘхмәтов Хәлил Атаулла улы 1908 йылдың 10 октябрендә Ырымбур губернаһы Верхнеуральск өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы) Ғәлиәкбәр ауылында тыуған. Хәҙерге Ишембай районына ҡараған Көҙән ауылында мәҙрәсәлә уҡый.
1939 йылдың 30 октябренән 1940 йылдың 13 мартына тиклем Совет-фин һуғышында ҡатнаша, 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышына алына. Снайпер була. 1944 йылда һуғыштан яраланып ҡайта.
1946 йылдың 16 декабрендә «Ҡыҙыл байраҡ» промартеле рәйесе итеп һайлана. 1946 йылдың 15 декабрендә Ҡыпсаҡ ауыл Советына ҡараған Молотов исемендәге промартеленә етәксе итеп ебәрелә, унда ул 1952 йылдың февраленә тиклем эшләй.
Тыуған ауылына ҡайтҡас, 1952 йылдың 10 мартында Хәлил Атаулла улы Әхмәтовты киренән «Ҡыҙыл байраҡ» промартеленә рәйес итеп һайлайҙар. Ул был вазифала, промартель бөтөрөлөп, Фрунзе исемендәге колхозға ҡушылғанса эшләй.
1961 йылдан Хәлил Атаулла улы Бөрйән әҙерләүҙәр контораһында, һуңынан Бөрйән райпоһында йөк ташыусы була эшләй. 1974 йылдың октябрь айында вафат була.
Ғаиләһе
үҙгәртергәМаҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ АХМЕТОВ ХАЛИЛ 2022 йыл 12 март архивланған.
- ↑ [1]
- ↑ АХМЕТОВ ХАЛИЛ 2022 йыл 12 март архивланған.
- ↑ [2]
Һылтанмалар
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергәАхметов Халил Атауллович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 75. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.