Әхмәтов Хәкимйән Сәйетгәрәй улы
Әхмәтов Хәкимйән Сәйетгәрәй улы (1917 — 20 ғинуар 1945)) — 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы яугиры, кадрҙағы офицер, гвардия өлкән лейтенанты, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры[1].
Әхмәтов Хәкимйән Сәйетгәрәй улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 1917 |
Тыуған урыны | Иҫке Ҡалмаш, Саҡмағош районы |
Вафат булған көнө | 20 ғинуар 1945 |
Вафат булған урыны | Польша |
Хәрби звание | өлкән лейтенант[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәӘхмәтов Хәкимйән Сәйетгәрәй улы 1917 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Иҫке Ҡалмаш ауылында тыуған[1]. Саҡмағош район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға 1939 йылдың сентябрендә[2], икенсе мәғлүмәттәр буйынса 1938 йылдың сентябрендә[3] саҡырыла. гв. кп 16 гв. кд 7 гвардия кавалерия корпусының 16 гвардия кавалерия дивизияһы 58 гвардия кавалерия полкында взвод командиры, 37-се ялан күсмә госпиталенең административ-хужалыҡ бүлеге начальнигы ярҙамсыһы була[1][4]. Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943), II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945) менән бүләкләнә[1][2][3].
Наградлау ҡағыҙында Әхмәтов Хәкимйән Сәйетгәрәй улының ҡаһарманлығы һәм данлы хеҙмәте тураһында ошолар яҙыла:
Иптәш Әхмәтов Мена станцияһы өсөн һуғышта үҙенең взводы менән урамға бәреп инә, ҡыйыу эш итеп, гранаталар ярҙамында айырым өйҙәрҙә нығынған дошмандарҙы ҡыуып сығара. Днепр йылғаһын һуғышып аша сыҡҡанда, уның взводы беренселәрҙән булып уң яҡ ярға сыға һәм дошман трашеяларына бәреп инеп автоматсылар төркөмөн ҡыуып сығара һәм йылдам алға хәрәкәт итә. 1943 йылдың 29 сентябрендә Галка ауылы өсөн һуғышта уның взводы бик күп дошман һалдатын юҡ итә һәм мөһим рубежды биләп полк подразделениеләренә үҙҙәренең позицияһын нығытырға булышлыҡ итә. Был һуғышта иптәш Әхмәтов яралана.[2] |
1945 йылдың 20 ғинуарында һуғыш яланында һәләк була. Польшала (Радомское воеводство) ерләнгән[1][2][4].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943),
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Шаймуратовцы. АХМЕТОВ Хакимьян Саитгареевич
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Память народа. Хакимьян Саитгареевич Ахметов
- ↑ 3,0 3,1 Ахметов Хакимьян 2021 йыл 24 июнь архивланған.
- ↑ 4,0 4,1 АХМЕТОВ 2021 йыл 24 июнь архивланған.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Память народа. Хакимьян Саитгареевич Ахметов (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 июль 2021)
- Шаймуратовцы. АХМЕТОВ Хакимьян Саитгареевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 июль 2021)
- АХМЕТОВ 2021 йыл 24 июнь архивланған.
- Ахметов Хакимьян 2021 йыл 24 июнь архивланған.