Әхмәтйәнов Яңыбай Шаһыбал улы

Механизатор, Социалистик Хеҙмәт Геройы

Әхмәтйәнов Яңыбай Шаһыбал улы (20 февраль 1936 йыл — 25 сентябрь 2010 йыл) — сиҙәмсе, Учалы районы «Байрамғол» совхозы механизаторы. Башҡорт АССР-ының һигеҙенсе саҡырылыш (1971—1975) Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). БАССР-ҙың атҡаҙанған механизаторы (1970).

Әхмәтйәнов Яңыбай Шаһыбал улы
Тыуған көнө

20 февраль 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы
Учалы районы Баттал ауылы

Вафат булған көнө

25 сентябрь 2010({{padleft:2010|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (74 йәш)

Вафат булған урыны

Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Учалы районы Баттал ауылы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Наградалары һәм премиялары
Социалистик Хеҙмәт Геройы — 1971
Ленин ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Яңыбай Шаһыбал улы Әхмәтйәнов 1936 йылдың 20 февралендә Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Учалы районы Баттал ауылында тыуған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1950 йылда Учалы районының «Еңеү» колхозында ат ҡараусы-көтөүсе булып башлай, биш йылдан тракторсы булып китә. 30 йылдан ашыу Башҡортостандың Учалы районы «Байрамғол» совхозында механизацияланған отряд бригадаһын етәкләй, хеҙмәт алдынғыһы була — өс йыл рәттән (1968—1970) республика һабансылар ярышында I урын яулай.

Ул эшкәрткән майҙанда иген культуралары уңышы гектарынан 10 центнерҙан (1965) 24 центнерға (1970) тиклем арта.

Һигеҙенсе биш йыллыҡта (1966—1970) бригадала ДТ−75 тракторының етештереү күләме һиҙелерлек арта. Әгәр 1966 йылда ул 1100 гектар тәшкил итһә, 1970 йылда 1 370 гектарға етә. 1966 йылда бер тракторҙы ремонтлауҙан 90 һум экономияланһа, 1970 йылда — 120 һум. Биш йыллыҡтың тәүге йылында яғыулыҡ-майлау материалдарын экономиялау 715 килограмм тәшкил итһә, 1970 йылда — 1 246 килограмм. Биш йыллыҡ йылдарында совхоз бүлексәһе дәүләткә план буйынса 30 мең центнер урынына 48 мең центнер иген һата.

Яңыбай Әхмәтйәнов Башҡорт АССР-ының һигеҙенсе саҡырылыш (1971—1975) Юғары Советы депутаты итеп һайлана.

Ауыл хужалығы продукттарын етештереүҙе үҫтереүҙә һәм дәүләткә игенселек һәм малсылыҡ продукттарын һатыу планын үтәүҙә өлгәшкән ҙур уңыштары өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1971 йылдың 8 апрелендәге указы менән Әхмәтйәнов Яңыбай Шаһыбал улына «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

1996 йылдан хаҡлы ялда, тыуған ауылы Батталда йәшәй. 2010 йылдың 25 сентябрендә вафат була.

2004 йылдың март айында Ырымбур өлкәһендә үткән сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереүҙең 50 йыллығы байрамында ҡатнаша[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған механизаторы (1970)

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Яныбай Шагибалович Ахмедьянов. «Герои страны» сайты.