Баттал (рус. Батталово) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 316 кеше[1]. Почта индексы — 453746, ОКАТО коды — 80253848004.

Ауыл
Баттал
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Учалы районы

Ауыл советы

Миндәк

Координаталар

54°00′00″ с. ш. 59°00′00″ в. д.HGЯO

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 253 848 004

ОКТМО коды

80 653 448 116

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Баттал (Рәсәй)
Баттал
Баттал
Баттал (Башҡортостан Республикаһы)
Баттал

ТарихыҮҙгәртергә

XVIII быуат аҙағында Баттал (Әнәк) исемле ике утар булған. V рәүиз ваҡытында унда 47 кеше менән 5 йорт теркәлгән. XIX быуат уртаһында 197 кеше 34 йортта йәшәгән. 11 ғаилә Ҡобағош ауылына күсеп киткән. Ауыл халҡы артабан бик үк артмаған. 1920 йылда бары 222 кеше иҫәпләнгән. Тәүге төпләнеүсе билдәһеҙ, әммә уның улдарының һәм ейәндәренең исемдәре билдәле. Өлкән улы Аҙнағол (1762—1848), икенсе улы Бәхтегәрәй (1764—1843), өсөнсө улы Йомағол (1770—1849); дүртенсе улы — Аҙнабай, 1781 йылғы.

30 хужалыҡтан (218 кеше) йәйләүгә 25 арбала тейәлеп сыҡҡандар. 1842 йылда ауыл халҡына 150 ат, 100 һыйыр, 150 һарыҡ тура килгән. Шулай уҡ игенселек менән шөғөлләнгәндәр[2].

Хәҙерге осорҮҙгәртергә

Озёрный ауыл Советына ҡарай. Төп мәктәп (Озёрный урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар[3].

Халыҡ һаныҮҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 316 153 163 48,4 51,6
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (100 %)[4].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыныҮҙгәртергә

  • Район үҙәгенә тиклем (Учалы): 87 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Яңы Оҙонгүл): 12 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Урал-Тау): 39 км

Билдәле шәхестәрҮҙгәртергә

УрамдарҮҙгәртергә

  • Баллы урам (рус. Медовая улица)
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
  • Салауат Юлаев урамы (рус. улица Салавата Юлаева)
  • Ҡояш урамы (рус. Солнечная улица)
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)[5].

Тарихи ҡомартҡыларҮҙгәртергә

  • Байым әүлиә ҡәбере

Тирә-яҡ мөхитҮҙгәртергә

  • Башташ тауы


ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә

СығанаҡтарҮҙгәртергә