Әхмәрова Зәкиә Абдулла ҡыҙы

театр актёры

Әхмәрова Зәкиә Абдулла ҡыҙы (13 март 1919 йыл — 22 июнь 2006 йыл) — театр актёры. 1940—1990 йылдарҙа Салауат башҡорт дәүләт драма театры актёры, театрға нигеҙ һалыусыларҙың береһе. 1953 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1958).

Әхмәрова Зәкиә Абдулла ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 13 март 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})
Тыуған урыны Яңы Йәнбәк, Ҡаҙырғол ауыл Cоветы (Дәүләкән районы), Дәүләкән районы
Вафат булған көнө 22 июнь 2006({{padleft:2006|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (87 йәш)
Вафат булған урыны Салауат, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө актёр
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Зәкиә Абдулла ҡыҙы Әхмәрова 1919 йылдың 13 мартында Өфө губернаһының Бәләбәй өйәҙе[1] Яңы Йәнбәк ауылында тыуған.

2006 йылдың 22 июнендә Салауат ҡалаһында вафат була.

Зәкиә Абдулла ҡыҙы үҙенең ижад ғүмерендә тиҫтәләгән сағыу образдар тыуҙырған. Бик күп спектаклдәрҙә төп ролде башҡара, шул иҫәптән:

Һәҙиә Дәүләтшинаның «Ырғыҙ» романы буйынса (Лек Вәлиевтың шул исемле спектакле) — Рәхимә.

Шулай уҡ сит ил яҙыусылары әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙә уйнай (Химонкори «Ганга ҡыҙы», Рабиндранат Тагор «Һәләкәт»). Ролдәрен һәр саҡ милли һыҙат менән үреп алып бара һәм нескә хис, тәрән психологизм менән башҡара.

Сынғыҙ Айытматов, Әсғәт Мирзаһитов, Мөхәммәт Хәйҙәров әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙә әсә образдарын, ҡапма-ҡаршы йүнәлешле булыуҙарына ҡарамаҫтан, сағыу һәм тамашасы күңеленә үтеп инерлек итеп асып бирә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1958)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Сабитов М. А. Йылдар үрҙәргә юллата. Салауат башҡорт дәүләт драма театры: очерктар. Өфө, 1993 йыл.

Һылтанмалар

үҙгәртергә