Әс-Сәҡийә мәсете
Әс-Сәҡийә мәсете (ғәр. مسجد السقيا;рус. Мечеть ас-Сакийя) — Мәҙинә ҡалаһы мәсете, Сәғүд Ғәрәбстаны.
Мәсет | |
Әс-Сәҡийә мәсете | |
Ил | Сәғүд Ғәрәбстаны |
Провинция | Әл-Мәҙинә |
Ҡала | Мәҙинә |
йүнәлеш, мәктәп | сөнни |
Көмбәҙҙәр һаны | 6 |
Торошо | эшләй |
Мәсет Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәӘс-Сәҡийә мәсете Сәғд ибн Әби Үәҡҡастың Суҡйә ҡоҙоғо хөрмәтенә шулай атала.
Ул Мөхәммәт Пәйғәмбәр иҫән саҡта, Бәҙер һуғышында еңгәндән һуң төҙөлгән булған[1][2]. Хәҙистә һуғышҡа китер алдынан Пәйғәмбәрҙең Суҡйә янында урынлашҡан ҡоҙоҡ һыуы менән тәһәрәтләнеүе яҙылған. Мәсет төҙөлгән урында Пәйғәмбәргә Әл-Әнфәл сүрәһе иңгән. Шулай уҡ был мәсеттә Ғаббас бин Ғабдул Мотталип үтенесе буйынса Ғүмәр ибн әл-Хәттаб беренсе тапҡыр Истиҡлаа намаҙын үткәргән (ямғыр саҡырыу намаҙы)[3]
Тасуирламаһы
үҙгәртергәӘс-Сәҡийә мәсете Анбарияның хәҙерге тимер юл вокзалында урынлашҡан. Был ҙур булмаған мәсеттең өс көмбәҙе бар. Мәсеттең киңлеге 56 метр. Унда өмәүиҙәрҙең архитектура стиле элементтары бар. Мәсет король Фәхд ибн Ғабдулла-Әзиз әл Сәғүд идара иткән ваҡытта реконструкциялана[3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Tarikh Ma'alim al-Madinah al-Munawwarah, Т.1, с.72. .
- ↑ Wafa'u al-Wafa, Т. 3, с.972. .
- ↑ 3,0 3,1 Masjid Suqya/Suqya well | Islamic Landmarks (инг.), Islamic Landmarks (20 February 2014). 19 август 2018 тикшерелгән. 2018 йыл 20 август архивланған.
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |